Эстәлеккә күсергә

Соомаа

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Соомаа
эст. Soomaa rahvuspark
Төп мәғлүмәт
Майҙаны398,44 км² 
Нигеҙләнгән ваҡыты8 декабрь 1993 йыл 
Урынлашыуы
58°26′27″ т. к. 25°06′20″ кс. о.HGЯO
МуниципалитетВильяндимаа

soomaa.ee
Эстония
Точка
Соомаа
 Соомаа Викимилектә

Со́ома́а (эст. Soomaa rahvuspark) — Эстониялағы милли парк, Вильяндимаа өйәҙенең көнбайыш өлөшөндә һәм Пярнумаа өйәҙенең өлөшөндә урынлашҡан. Соомаа милли паркы 1993 йылдың 8 декабрендә һыулы-һаҙлыҡлы ерҙәрҙе, болондарҙы һәм урмандарҙы һаҡлау өсөн булдырыла[1].

Парктың майҙаны 398,44 км²[1] һәм ҙурлығы буйынса Эстонияла Лахемаанан ҡала икенсе милли парк булып тора.

Парк территорияһында һаҙлыҡтар күп, улар күбеһенсә Пярну йылғаһы ҡушылдыҡтары буйында. Атап әйткәндә, Соомаа биләмәһендә Куресоо батҡылы йәки «торналар һаҙлығы» бар.

Туристар кәмәлә һыу баҫҡан урман аша йөҙә
Дрондан видео: Соома милли паркы, 2023 йыл

Парктың көнсығышында Эстониялағы иң бейек дюналар урынлашҡан.

Парк флораһында 524 төр үҫемлек иҫәпләнә. Ҡоштар фаунаһы 172 төр тәшкил итә, шул иҫәптән бөркөт, һаҙ көйөлдөһө (100-ҙән ашыу пар), алтын төҫтәге ҡарышлауыҡ (150-гә яҡын пар), яғалбай, аҡ ағуна һәм көйгәнәк.

Һөтимәрҙәр фаунаһында 46 төр (атап әйткәндә, мышы, ҡондоҙ, бүре һәм айыу).

Милли парктың төп үҙенсәлеге булып яҙғы ташҡын тора, был ваҡытта һыу ятҡылыҡтарында һыу кимәле 5 метрға тиклем күтәрелә.

  1. 1 2 Национальный парк Соома́а (ингл.). Protected Planet. Дата обращения: 10 сентябрь 2020. Архивировано из оригинала 10 август 2020 года.