Соснина Нина Ивановна
Соснина Нина Ивановна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 30 ноябрь 1923[1][2] |
Тыуған урыны | Кухари[d], Иванковский район[d], Киевская губерния[d], Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Вафат булған көнө | 31 август 1943[1][2] (19 йәш) |
Вафат булған урыны | Малын, Житомир өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Үлем төрө | яуҙа үлгән[d] |
Ерләнгән урыны | Малын |
Һөнәр төрө | партизан |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | яуҙа һәләк була[d] |
Соснина Нина Ивановна Викимилектә |
Соснина Нина Ивановна (30 ноябрь 1923 йыл[3][4], Кухари — 31 август 1943 йыл, Малын) — Малында Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында йәшерен комсомол ойошмаһы етәксеһе. Советтар Союзы Геройы[5].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нина Ивановна Соснина Кухари ауылында табип ғаиләһендә тыуа. Урыҫ[4].
Киевта йәшәй һәм уҡый, шунан һуң ғаилә Малынға күсеп килә[4].
1937 йылдан ВЛКСМ ағзаһы[3][5].
1941 йылдың йәйендә мәктәптең 9-сы синыфын тамамлай[4].
1941 йылдың көҙөндә йәшерен комсомол төркөмөн ойоштора, 1942 йылдың башында П.А. Тараскин етәкләгән Малын йәшерен ойошмаһы составына инә һәм ойошма секретары булып китә[3].
Подпольщик сифатында ойоштороу эштәрен башҡара, халыҡ араһында листовкалар тарата, бер нисә тапҡыр партизандар менән бәйләнешкә сыға, партизандар менән берлектә Малын ҡалаһы янында Белая Крыница ҡасабаһы эргәһендә оккупанттар менән һуғышта ҡатнаша[4].
1943 йылдың ғинуарында П.А. Тараскин ҡулға алынып һәләк булғандан һуң ойошманы етәкләй[3].
Житомир өлкәһе С.Ф. Маликовтың партизан берләшмәһе менән бәйләнешкә сыға.
1943 йылдың 31 авгусында Нина Соснина атаһы — хирург И.И.Соснинға яралы партизанға операция яһауҙа ярҙам итә, йортто гитлерсылар уратып ала. Һуғыш сыға, уның барышында Нина һәләк була[3][5].
Малын ҡалаһында ерләнә[4].
СССР Юғары Советы Президиумының 1965 йылдың 8 майындағы Указы менән немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәштә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Н. И. Соснинаға үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирелә[5][4].
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Житомир өлкә ВЛКСМ комитеты составына мәңгелеккә индерелә[4]
- Малын ҡала паркындағы обелиск.
- Киев өлкәһе Бородянский районының Тетерев тимер юлы станцияһы янында мәктәп эргәһендә бюсы
- Кухари ауылында иҫтәлекле тамға.
- Нина Соснина исеме менән Малында урта мәктәп аталған[3] (Н. Соснина музей бар)[6], шулай уҡ Малын һәм Бердичев ҡалаларында, ҡала тибындағы Иванков һәм Песковка ҡасабаһы, Микулич ауылында урамдар аталған. 1976 йылда төҙөлгән Дунай пароходсылығы карабы «Нина Соснина» тип атала.
- Киевта Сосниндар ғаиләһе урамы бар.
Сәнғәттә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Нина» — нәфис фильм.
- «Сосниндар ғаиләһе» — документаль фильм (СССР, «Укркинохроника», 1967; режиссеры А. Ф. Золоз)[4]
- С.С.Смирновтың «Ғаилә» повесы (1967)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Соснина Нина Ивановна // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ 2,0 2,1 Nina Ivanovna Sosnina // TracesOfWar
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 3,6 Соснина, Нина Ивановна // Украинская Советская Энциклопедия. том 10. Киев, «Украинская Советская энциклопедия», 1984. стр.253
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 4,6 4,7 4,8 Соснина Нина Ивановна // Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — С. 509. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
- ↑ 5,0 5,1 5,2 5,3 Соснина, Нина Ивановна // Советский энциклопедический словарь. редколл., гл. ред. А. М. Прохоров. 4-е изд. М., «Советская энциклопедия», 1986. стр.1247
- ↑ Конкурс ім. Н Сосніної // «Журнал Житомира» от 25 сентября 2013
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Советские партизаны: из истории партизанского движения в годы Великой Отечественной войны / ред.-сост. В. Е. Быстров, ред. З. Н. Политов. М., Госполитиздат, 1961. стр.539-540
- Крестовский И. Большевистский дух не сожжете! // Героини: очерки о женщинах — Героях Советского Союза / ред.-сост. Л. Ф. Торопов; предисл. Е. Кононенко. — Вып. 2. — М.: Политиздат, 1969. — 463 с.
- В. И. Соснин, В. А. Рудник. Верные долгу. 3-е изд., пер. М., «Молодая гвардия», 1982.
- Боевые звёзды киевлян. Очерки о Героях Советского Союза — уроженцах Киева и Киевской области. / сб., сост. И. В. Волков, К. Л. Клепик, А. К. Корнилов и др. 3-е изд., пер. Киев, 1983. стр.400-403
- Золотые звёзды Полесья / сб., сост. Г. И. Кривохижин, Д. Ф. Романов. 3-е изд., пер. и доп. Киев, 1985. стр.418-423
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Соснина Нина Ивановна . «Герои страны» сайты.