Сотников Михаил Васильевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сотников Михаил Васильевич
Зат ир-ат
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 15 ғинуар 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Прасковьино-Васильевка[d], Федоровка районы
Вафат булған көнө 17 май 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (20 йәш)
Ерләнгән урыны Лодзь[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) III дәрәжә Дан ордены II дәрәжә Дан ордены I дәрәжә Дан ордены

Сотников Михаил Васильевич (15 ғинуар 1925 йыл — 17 май 1945 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Дан орденының тулы кавалеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Михаил Васильевич Сотников 1925 йылдың 15 ғинуарында Башҡорт АССР‑ының Стәрлетамаҡ кантоны (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Федоровка районы) Прасковьино-Васильевка ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Милләте — урыҫ. 1940 йылда ете синыфты тамамлағандан һуң Чкалов өлкәһе (Ырымбур)[1] Шарлыҡ районының «Родина» колхозында эшләй

1943 йылдың февралендә Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. Тоцкий полигонында әҙерлек үтә. Бөйөк Ватан һуғышында 1943 йылдың 23 авгусынан ҡатнаша башлай[2]. 8-се гвардия армияһы 82-се гвардия уҡсылар дивизияһының 91-се айырым гвардия сапёр батальонында сапёр булып хеҙмәт итә[3]. Көньяҡ-Көнбайыш, 3-сө Украина һәм 1-се Белоруссия фронтарында һуғыша[1].

1943 йылдың 28 ноябрендә Днепропетровск һөжүм операцияһы ваҡытында мина яланында 15 минут буйына үтеү урыны башҡара, һуңынан быуаның емерелеүенә юл ҡуймай. 1945 йылдың 14 ғинуарында Польша ҡалаһы Нове-Място янында дошман оборонаһының алғы һыҙығына сыға һәм, ҡорал-артиллерия утына ҡарамаҫтан, дошмандың мина яландарын һәм сым кәртәләрен асыҡлай. 1945 йылдың 11-23 февралендә ефрейтор Сотников Познань ҡәлғәһен алыуҙа ҡатнаша. Фортҡа баҫып инеп, ҡарауыл бинаһына гранаталар ташлай һәм 10-ға яҡын гитлерсыны юҡ итә, төркөмдөң башҡа саперҙарына килергә мөмкинлек бирә. Ҡәлғә өсөн алышта дошмандың уты аҫтында Сотников яугирҙәр менән ҡәлғә соҡоро аша күпер урынлаштыра, был ғәскәрҙәрҙең алға барыуын тәьмин итә. 1945 йылдың 23—29 апрелендә Берлин өсөн һуғыштарҙа Сотников дошман уты аҫтында Шпрее йылғаһына һәм Тельтов каналына барыу урынын минанан таҙарта, совет ғәскәрҙәренең һуғышып аша сығыуын тәьмин итә. 29 апрелдә төркөм яугирҙәр менән тимер юлы күперен емерелеүҙән һаҡлап алып ҡала һәм унан аша техниканың һәм йөктәрҙең өҙлөкһөҙ хәрәкәтен тәьмин итә[4].

1945 йылдың 15 майында башына ауыр яра ала. 17 майҙа 2575-се һанлы госпиталдә вафат була. Польшаның Лодзь ҡалаһында Понятовский исемендәге паркта совет яугирҙәренең 2-се һанлы хәрби зыяратында туғандар ҡәберлегендә ерләнгән[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сотников Михаил Васильевич түбәндәге наградаларға лайыҡ була:

  • 1-се дәрәжә Дан ордены (1946 йыл 15 май);
  • 2-се дәрәжә Дан ордены (1945 йыл 26 март);
  • 3-сө дәрәжә Дан ордены (1945 йыл 30 ғинуар);
  • «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1943 йыл 13 декабрь).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]