София Заменгоф
| София Заменгоф | |
| | |
| Тыуған көнө | |
|---|---|
| Вафат булған көнө |
12 сентябрь 1942[3] (52 йәш) |
| Ил | |
| Автограф | |
София Лазаревна Заменгоф (пол. Zofia Zamenhof; 1889 йылдың 13 декабрендә Ковно ҡалаһында Треблинка концлагеры) — поляк педиатры, Клара һәм Лазар Заменгофтың ҡыҙы.[4]
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1907—1913 йылдарҙа София Лозанна университетында медицина буйынса белем ала, 1914 йылда Санкт-Петербургта дәүләт сертификаты ала. Ул педиатрия һәм эске медицина буйынса махсуслашҡан. 1922 йылдан Варшавала Лебединский дауаханаһында эшләй. Икенсе донъя һуғышы ваҡытында Варшава геттоһына депортациялана. Фашист оккупацияһы аҫтында ҡулға алынғансы медицина менән шөғөлләнеүен дауам итә. Ул, моғайын, Треблинка концлагерында газ камераһында үлтерелгәндер.[5]
Уның ҡәбере (Клара Заменгоф ҡәбере эргәһендәге мемориаль таҡтаташ) Варшавала йәһүд зыяратында урынлашҡан.
Польшала «София Заменгоф фонды» эшләй, ул үҙенең миссияһын «азатлыҡ идеяһын, демократия, мәҙәни төрлөлөк һәм толерантлыҡ принциптарын» пропагандалауға нигеҙләй.[6]
Ғәилә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Софиянан тыш, Людвиг менән Клараның тағы ике балаһы була, улар Холокостта һәләк була:
- Адам — офтальмолог (1888—1940), Пальмирала үлтерелә.
- Лидия — яҙыусы һәм тәржемәсе (1904—1942), Треблинкала үлтерелә.[7]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Korĵenkov A. Homarano: La vivo, verkoj kaj ideoj de d-ro L. L. Zamengof (эспер.) — Kaliningrado, Kaŭno: Sezonoj, Litova Esperanto-Asocio, 2009.
- ↑ Holocaust Survivors and Victims Database
- ↑ Geni (билдәһеҙ) — 2006.
- ↑ Запись о рождении 1 декабря (по старому стилю) 1889 года в Ковно доступна на сайте еврейской генеалогии JewishGen.org.
- ↑ Symboliczny grób Zofii Zamenhof (пол.). Wirtualny Cmentarz. cemetery.jewish.org.pl. — в базе данных Еврейского кладбища на ул. Окоповой в Варшаве. Дата обращения: 31 декабрь 2022. Архивировано 18 декабрь 2022 года.
- ↑ Fundacja im. Zofii Zamenhof ma na celu propagowanie idei wolnościowych. Fundacja im. Zofii Zamenhof. Дата обращения: 21 август 2022. Архивировано 28 май 2022 года.
- ↑ Lidia Zamenhof (пол.). Pamięć Treblinki. Fundacja Ochrony Pamięci Obozu Zagłady w Treblince. Дата обращения: 29 октябрь 2023. Архивировано 29 октябрь 2023 года.