София Һелин

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
София Һелин
Рәсем
Заты ҡатын-ҡыҙ[1][2]
Гражданлығы Flag of Sweden.svg Швеция
Тыуған көнө 25 апрель 1972({{padleft:1972|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})[2] (47 йәш)
Тыуған урыны Швеция, Эребру[d], Эребру[d], Hovsta[d]
Һөнәр төрө кино актёры
Уҡыу йорто Лундский университет[d]
Commons-logo.svg София Һелин Викимилектә

София Маргарета Ётшеньельм Һелин (швед. Sofia Margareta Götschenhjelm Helin, 25 апрель 1972 йыл, Швецияның Эребру лены) — швед театр һәм кино актёры.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Софияның атаһы һатыусы, ә әсәһе — шәфҡәт туташы булған. София Һелинға тыуғанынан 10 көн генә булғанда, уның алты йәшлек бер туған ағаһы автомобиль һәләкәтендә һәләк була; был ваҡиғанан һуң дүрт йыл үтеүгә уның ата-әсәһе айырылышҡан. София Лунд университетында фәлсәфи белем ала. 19941996 йылдарҙа София Һелин Калле Флюгаре ҡалаһының театр мәктәбендә уҡый. 2001 йылда ул Стокгольм театр институтын тамамлай. 2012 йылда София Һелин «Күпер» сериалында уйнаған төп роле арҡаһында донъяның күп илдәрендә популярлыҡ яулай. Ул шулай уҡ «Арн: Рыцарь-тамплиер» һәм «Арн: берләшкән короллек» фильмдары буйынса билдәле. Софияның битендә һәм ҡулдарында 24 йыл элек велосипедтан йығылып имгәнеү һөҙөмтәһендә алынған яра эҙҙәре беленеп тора.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөгөнгө көндә София Һелин Линчёпингта йәшәй. Уның ире Даниель Ётшеньельм һәм уларҙың ике балаһы — улы Оссиан һәм ҡыҙы Ника бар.

Фильмографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Актриса[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йылы Атамаһы Персонаж
1996 Rederiet (сериал) Минна Лагер
Anna Holt — polis (сериал)
1997 Комиссар Мартин Бек София Лейна
Aspiranterna Анна-Карин
1998 OP7 (сериал)
2002 Берҙәмлек (сериал) Анна
2003 Бушлыҡ нөктәһендә Клара
Älskade du
2004 Тупаҫ кеше - Ауыл кешеһе Мия
Көрәндең дүрт төҫмөрө Дженни
2005 Ҡан туғандар Малена
Pappas lilla tjockis
2006 Sökarna — Återkomsten
2007 Нина Фриск Нина Фриск
Арн: Рыцарь-тамплиер Сесилия Алготсдоттер
Leende guldbruna ögon (мини-сериал) глава фирмы грамзаписи
2008 Арн: Берләшкән короллек Арн: Объединенное королевство Сесилия Алготсдоттер
Goda råd (ҡыҫҡа метражлы фильм) Һанна
Balladen om Marie Nord och hennes klienter (ҡыҫҡа метражлы фильм) Мария
2010 Арн: Рыцарь-тамплиер (мини-сериал) Сесилия Алготсдоттер
2011 Åsa-Nisse — wälkom to Knohult фрёкен Бритта
Svaleskär (сериал) Анна
Күпер (телесериал, Швеция — Дания) Сага Норен
2013 Рагнароктың сере Элизабет
2015 The Devil’s Outlaw Малин
2017 йыл Ҡар бабай (фильм) Малайҙың әсәһе
Тауышлы итеү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йылы Атамаһы Персонаж
2009 Метропия Анна

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. VIAF — 2012.
  2. 2,0 2,1 Немецкая национальная библиотека, Берлинская государственная библиотека, Баварская государственная библиотека и др. Record #130577200 // Общий нормативный контроль (GND) — 2012—2016.