Соҡйылға

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Соҡйылға
Рәсем
Ҡайҙа ҡоя Мейәс
Һыу йыйыу бассейны Бассейн Тобола[d]
Бассейн майҙаны 135 км²
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе
Оҙонлоҡ 19 km
Карта

Соҡйылға (рус. Сак-Элга) — Рәсәйҙә Силәбе өлкәһе, Башҡортостан Республикаһы аша аҡҡан йылға[2].

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йылға Мейәс йылғаһының һул ярына тамағынан 532 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 19 км.

Һыу реестры мәғлүмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Иртыш һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Мейәс йылғаһын индермәйенсә башынан Арғужа һыуһаҡлағысы. Бәләкәй йылға бассейны (йылға эске бассейны) — Тубыл, йылға бассейны — Иртыш[3].

Һыу ресурстарының федераль агентлығы тарафынан әҙерләнгән Рәсәй Федерацияһы территорияһын һыу хужалығы буйынса районлау геоинформация системаһы мәғлүмәттәре буйынса[3]:

  • Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 14010500812111200003589
  • Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 111200358
  • Бассейн коды — 14.01.05.008
  • ГӨ буйынса томы — 11
  • ГӨ буйынса сығарылыш — 2

Тарихынан[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1822 йылда ҡуйы урмандар араһындағы Соҡйылға туғайҙарында бай алтын сәселмәләре табыла, һәм завод хужаһы Зотов алтын сығартыу маҡсатында тораҡ пункт булдыра. Тап шул йыл Ҡарабаш ҡалаһына нигеҙ һалынған тип иҫәпләнә.

Был йылдар дауамында йылға ныҡ бысрана. Байыҡтырыу фабрикаһының сульфид-силикат ҡалдыҡтар ташлауы арҡаһында яҡынса 100 гектар майҙанда бөтә үҫемлек һәләк була. Хәҙер бында үле массив[4].

Был урындарҙа борондан алтын соҡой торған булғандар.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йылғаның атамаһы килеп сығышын Силәбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының фольклорын өйрәнгән географ, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең «От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь» тигән һүҙлегендә былай аңлата: Сак-Элга (Сак-Елга), Сакъелга — Ҡарабаш ҡасабаһы янындағы был йылғала мәғдән (алтын) соҡоусылар соҡорҙар, йәғни «соҡолған йылға» ҡалдырған, топоним шунан килеп сыҡҡан[5].

Йылға күренештәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Соҡйылғаның соҡорло ярҙары
Соҡйылға күренеше
Соҡйылға күренеше

|-

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. «Рәсәй гидротехник ҡоролмалар регистры һәм дәүләт һыу кадастры үҙәге».
  3. 3,0 3,1 РФ һыу реестры: Сак-Элга.
  4. ©Mikhail Kanov
  5. Шувалов Сак-Елга// От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Шувалов Н. И. Караси // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]