Со Джәпил
Со Джәпил | |
кор. 서재필 | |
![]() | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Вафат булған көнө | |
Вафат булған урыны | |
Гражданлығы | |
Эшмәкәрлеге |
журналист, сәйәсмән, табип, сәйәси активист, фәлсәфәсе, автобиограф |
Тормош иптәше | |
Наградалары һәм премиялары | |
![]() | |
Со Джәпил (кор. 서재필; 7 ғинуар 1864, Посоң[en], Чосон — 5 ғинуар 1951, Норристаун, Пенсильвания, АҠШ) — Корея журналисты, мәғрифәтсеһе һәм сәйәсмәне, Япония оккупацияһы[en] йылдарында Корея бойондороҡһоҙлоғо өсөн хәрәкәттең беренсе идеологтарының береһе һәм корей сығышлы АҠШтың беренсе натурализацияланған[en] ватандашы. 1977 йылда Корея Республикаһының «Дәүләт төҙөүҙәге ҡаҙаныштар өсөн[en]» ордены менән бүләкләнгән (үлгәндән һуң).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Посоңда[en] урындағы чиновник ғаиләһендә тыуған, Сеулда үҙенең өлкән тугандарының береһе тарафынан тәрбиәләнгән. Дәүләт хеҙмәткәре вазифаһын биләү хоҡуғына имтиханды (кваго[en]) ул 18 йәшкә еткәнсе тапшырған, тарихта уны уңышлы тапшырған иң йәш корей булған. 1882 йылда кесе чиновник булған, ә киләһе йылда Японияға уҡырға ебәрелгән. 1884 йылда дәүләт түңкәрелеше ынтылышында ҡатнашҡан; Ҡытай ғәскәрҙәре ҡыҫылғандан һуң, ҡулға алынған, хыянат итеүҙә ғәйепләнгән, бөтөн ғаиләһен юғалтҡан һәм үҙ гомерен һаҡлап ҡалыу өсөн Кореянан китергә мәжбүр булған. Ул АҠШҡа ҡасҡан, унда журналист булған, ә 1890 йылда Америка ватандашлығы алған беренсе корей булған. АҠШта ул Джордж Вашингтон университетында медицина өйрәнә башлаған һәм 1892 йылда Америка табип дипломын алған беренсе корей булған. 1894 йылда АҠШтың элекке президенты Джеймс Бьюкененның[en] бертуғанының ҡыҙы Мюриэль Армстронгҡа өйләнгән.
1894—1895 йылдарҙағы Япония-Ҡытай һуғышында[en] Ҡытай еңелгәндән һуң, Корея хөкүмәте тарафынан ғәфү ителгән һәм тыуған иленә ҡайтыу хоҡуғы алған. Ҡайтҡас, актив мәғрифәтселек эшсәнлеген башлаған, айырым алғанда, «Тоннип синмун» («Бойондороҡһоҙлоҡ гәзите», 독립신문) гәзитен, тулыһынса тейәрлек һангылда[en] беренсе гәзитен, нигеҙ һалған. Гәзит түбәнге синыфтар вәкилдәренән һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙан торған аудиторияға юнәлдерелгән булған; Джәпил үҙе был гәзит өсөн актив яҙған, үҙ мәҡәләләрендә Корея империяһының сит дәүләттәрҙән бойондороҡһоҙлоғон яҡлау зарурлығын яҡлаған һәм сәнәғәтте модернизациялауҙың, һаулыҡ һаҡлау һәм мәғарифты үҫтереүҙең мөһимлеген аҫһыҙыҡлаған. Со Джәпил протестант, көнбайыш нигеҙҙәрендә яңы мәҙәниәт төҙөргә саҡырған[5]. Шулай уҡ «Бойондороҡһоҙлоҡ йәмғиәте» (йәки «Бойондороҡһоҙлоҡ клубы») йәмәғәт ойошмаһына нигеҙ һалған[6], әммә консерваторҙар араһынан уның дошмандары хөкүмәтте Джәпил монархияны республика менән алыштырырға тели тип ышандыра алғандар. Нәтижәлә хөкүмәт уны яңынан АҠШҡа китергә мәжбүр иткән, шунан һуң «клуб»ты таратҡан, уның 17 ағзаһын ҡулға алған, шуларҙың береһе Ли Сыңман[en] булған.
АҠШҡа ҡайтҡас, Пенсильвания университетында ғалим-медик булған, ә һуңыраҡ Филадельфияла нәшир эшсәнлеге менән уңышлы шөғөлләнгән. 1919 йылда 1 март хәрәкәте[en] барлыҡҡа килеүе тураһында белгәс, «Беренсе корей конгресын» йыйған, ул өс көн дауамында Филадельфияла үткән, ә артабан Со Джәпил Корея бойондороҡһоҙлоғон тергеҙеү идеяһын хуплау эшсәнлеген башлаған, «Корея мәғлүмәт бюроһы», «Корея дуҫтары лигаһы» һәм «Корея» сәйәси журналын булдырған, уның өсөн бойондороҡһоҙлоҡто яҡлап мәҡәләләр яҙған, Америка йәмәғәтселегенә оккупацияланған илдәге эштәр торошо тураһында хәбәр иткән. Болар барыһы да унан бик ҙур энергия һәм шундай уҡ ҙур финанс сығымдары талап иткән. 1924 йылда ул бөтөнләй бөлгән һәм яңынан табип булып эшләргә мәжбүр булған. Үҙенең медицина белемдәрен яңыртыу өсөн, ул 62 йәшендә яңынан Пенсильвания университеты студенты булған, ә һуңынан патологияла махсуслашҡан медицина журналдарында биш фәнни хеҙмәт яҙған. Икенсе донъя һуғышы ваҡытында ул үҙ теләге менән медицина экспертизаһы идараһында хеҙмәт иткән.
Япония Икенсе донъя һуғышында еңелгәндән һәм Корея азат ителгәндән һуң, яңынан тыуған иленә ҡайтҡан: илдең көньяғындағы Америка оккупацион администрацияһы уны баш кәңәшсе сифатында саҡырған. Башта яңынан актив эшсәнлек башлаған һәм хатта ил президентына һайланырға йыйынған, ләкин артабан был идеянан баш тартҡан. Со Джәпил Корея берҙәмлеген тергеҙеүҙең[en] һисшикһеҙ яҡлы кеше булған, ләкин президент Ли Сыңман менән ҡатмарлы мөнәсәбәттәр уны 1948 йылда яңынан АҠШҡа китергә мәжбүр иткән. 1951 йылда вафат булған. Сеул милли зыйаратында[en] ерләнгән.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ 2,0 2,1 Seo Jae-pil // SNAC (ингл.) — 2010.
- ↑ 서재필의 망명과 귀국 . National Institute of Korean History.
- ↑ https://www.worldkorean.net/news/articleView.html?idxno=11821
- ↑ б) Импорт слов, идей и институтов — процесс вестернизации в корейской культуре. В.М. Тихонов, Кан Мангиль.История Кореи. Том 1. С древнейших времен до 1904 г.. admw.ru. Дата обращения: 25 ноябрь 2024.
- ↑ 3. Движение за права человека, развернутое «Обществом независимости» (июль 1896 г. – декабрь 1898 г.) . StudFiles. Дата обращения: 25 ноябрь 2024.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Seo Jae-pil Memorial Association
- Arirang — Interactive History of Korean Americans 2011 йыл 27 сентябрь архивланған.
- My Days in Korea & Other Essays by Philip Jaisohn, MD, edited by Sun-pyo Hong, published by Yonsei University Press, 1999.
- (20) Seo Jae-pil: pioneering reformer, independence fighter koreatimes 2011.12.28 (инг.)
- 서재필:독립운동가 문건류 화보
- 7 ғинуарҙа тыуғандар
- 1864 йылда тыуғандар
- 1866 йылда тыуғандар
- 5 ғинуарҙа вафат булғандар
- 1951 йылда вафат булғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Корея сәйәсмәндәре
- Пенсильвания университетын тамамлаусылар
- Джордж Вашингтон университетын тамамлаусылар
- Пенсильвания университеты уҡытыусылары
- Сеул милли зыйаратында ерләнгәндәр
- Пенсильвания университетының Медицина мәктәбен тамамлаусылар
- Джордж Вашингтон университетының Медицина һәм медицина фәндәре мәктәбен тамамлаусылар