Эстәлеккә күсергә

Спиваков Владимир Теодорович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Владимир Спиваков
Төп мәғлүмәт
Тулы исеме

Владимир Теодорович Спиваков

Тыуған

12 сентябрь 1944({{padleft:1944|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (80 йәш)

Тыуған урыны

СССР, Башҡорт АССР-ы, Өфө ҡалаһы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Һөнәрҙәре

скрипкасы, дирижёр, музыка педагогы

Инструменттар

скрипка

Жанрҙар

классик музыка

Коллективтар
  • «Виртуозы Москвы» (1979 йылдан),
  • Рәсәй милли оркестры (1999—2003 йылдар),
  • Рәсәйҙең милли филармоник оркестры (2003 йылдан)
Наградалар
I дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
I дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
III дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
III дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
Дуҫлыҡ ордены — 1994 «Почёт Билдәһе» ордены  — 1980
Почётлы легион ордены офицеры
Почётлы легион ордены офицеры
Почётлы легион ордены кавалеры — 2000 Сәнғәт һәм әҙәбиәт ордены офицеры (Франция)
V дәрәжә кенәз Ярослав Мудрый ордены ІІІ дәрәжә "Ҡаҙаныштар өсөн" ордены (Украина)
«Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
«Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
Салауат Юлаев ордены
Ҡалып:Орден Данакер Изге Месроп Маштоц ордены  — 1999 Ҡалып:Орден Франциска Скорины
СССР-ҙың халыҡ артисы— 1990 РСФСР-ҙың халыҡ артисы— 1986||РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы — 1978||Әрмән ССР-ының халыҡ артисы — 1989||||
Башҡортостандың халыҡ артисы
Башҡортостандың халыҡ артисы
||Ҡалып:Народный артист Дагестана
Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы — 2012 СССР Дәүләт премияһы — 1989 Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премияһы — 2010 Ленин комсомолы премияһы — 1982
Орден святого благоверного князя Даниила Московского I степени
Орден святого благоверного князя Даниила Московского I степени
Официальный сайт
 Аудио, фото, видео Викимилектә

Спиваков Владимир Теодорович (12 сентябрь 1944 йыл) — СССР һәм Рәсәй дирижёры, скрипкасы, педагог. СССР-ҙың халыҡ артисы (1990)[1]. «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының тулы кавалеры. СССР-ҙың (1989) һәм Рәсәйҙең (2012) Дәүләт премиялары лауреаты.

Рәсәй Милли филармоник оркестрының һәм «Виртуозы Москвы» дәүләт камера оркестрының художество етәксеһе һәм баш дирижёры, Мәскәү халыҡ-ара Музыка йорто президенты.

Влади́мир Теодо́рович Спивако́в 1944 йылда Өфөнөң Сталин районында, шул уҡ йылдың 5 декабрендә Башҡорт АССР-ының Черниковск ҡалаһы итеп айырылған районда (хәҙер ҡабат Өфө ҡалаһы эсендә, йәһүд ғаиләһендә тыуа[2][3][4][5], бында уның ата-әсәһе һуғыш йылдарында эвакуациялана.

Атаһы — Теодор Владимирович Спиваков (1919—1977) — инженер-технолог, һуғыш башланыр алдынан Одесса ҡалаһынан хеҙмәткә алына, ауыр яраланып, демобилизациялана һәм Өфө мотор заводында термик цехтың өлкән контроль мастеры булып эшләй[6].

Әсәһе — Ленинград консерваторияһын тамамлаған пианистка Екатерина Осиповна Вайнтрауб (1913—2002) — Кишинёвта тыуған, Одессала үҫкән,[7] Ленинград блокадаһында ҡалған, унан Башҡортостанға эвакуацияланған[8]; Өфө мотор заводының «Ударник» клубында концертмейстер булып эшләй. Музыканттың Одессала ҡалған туғандарының күбеһе (шул иҫәптән олатаһы һәм өләсәһе) һәләк була[9][10][11][12].

Һуғыштан һуң Спиваковтар ғаиләһе Ленинградҡа ҡайта: әсәһе музыка мәктәбендә уҡыта, атаһы табип диетолог була.[13][14]

1955 йылда Владимир Спиваков Ленинград консерваторияһының махсус музыка мәктәбенә инә, Л. М. Сигал һәм В. И. Шер кластарында белем ала.

1963 йылда Мәскәү консерваторияһы эргәһендәге Үҙәк музыка мәктәбен тамамлай. 19631968 йылдарҙа Мәскәү консерваторияһында Юрий Янкелевич класында уҡый. 1970 йылда уның етәкселегендә аспирантура тамамлай.

1965 йылдан концерттар менән сығыш яһай. 1970 йылдан Мәскәү филармонияһы солисы.

Сергей Довлатов «Соло на ундервуде» тигән китабында Спиваковтың тормошон һүрәтләй[15]

1975—1990 йылдарҙа Гнесиндар исемендәге Музыкаль педагогия институтында уҡыта, профессор була[16]. 1994—2005 Цюрихта оҫталыҡ кластары үткәрә.

1979 йылда «Виртуозы Москвы» тигән камера оркестрын ойоштора, уға әле лә етәкселек итә. 1979 йылда Чикаго симфоник оркестры менән тәүләп симфоник оркестр дирижёры сифатында сығыш яһай. 1984 йылда Леонард Бернстайн уға үҙенең дирижёрлыҡ таяҡсаһын бүләк итә.

1999—2003 йылдарҙа Рәсәй милли оркестрына етәкселек итә. Әле Рәсәй Милли филармоник оркестры уның ҡулы аҫтында эшләй.

1989 йылдан — Кольмарҙа Музыкаль фестивалдең художество етәксеһе. 2001 йылда «Владимир Спиваков саҡыра…» тигән Мәскәү халыҡ-ара фестивален ойоштора, ул ике йылға бер үткәрелә (икенсеһе — 2003, өсөнсөһө — 2005 йылда).

1989 йылдан Владимир Спиваков — билдәле халыҡ-ара конкурстарҙың (Париж, Генуя, Лондон, Монреаль) жюри ағзаһы һәм Испанияла Сарасате исемендәге скрипкасылар конкурсы президенты. 2002 йылда Мәскәүҙә П. И. Чайковский исемендәге ХII Халыҡ-ара конкурстың скрипкасылар жюрийы етәксеһе була.

1994 йылда Владимир Спиваковтың Халыҡ-ара хәйриә фондын ойоштора, һәләтле йәш музыканттар уның стипендаты була.

Мәскәү халыҡ-ара Музыка йортон нигеҙләүсе (2002) һәм уның президенты (2003).

2010 йылдың 26 июленән — Мәҙәниәт буйынса Патриарх советының (рус православие сиркәүе) ағзаһы[17]

1989 йылдан Мәскәүҙә, Испанияла һәм Францияла йәшәй.

Солист сифатында Владимир Спиваков донъяның күп симфоник оркестрҙары менән сығыш яһай (улар араһында — Мәскәү, Ленинград, Лондон, Вена, Берлин һәм Нью-Йорк филармоник оркестрҙары, Консертгебау оркестры, Париж, Филадельфия, Питтсбург, Чикаго һәм Кливлендтың симфоник оркестрҙары).

Дирижёрлыҡ оҫталығына Спиваков Рәсәйҙә Горький (Түбәнге Новгород) консерваторияһы профессоры Израиль Гусмандан, АҠШ-та дирижёрҙар [ Леонард Бернстайн] һәм Лорин Маазелдән өйрәнә. Дирижёр сифатында Владимир Спиваков донъяның ҙур-ҙур залдарында «Виртуозы Москвы» һәм Рәсәй Милли филармоник оркестры менән генә түгел, Европа һәм Американың билдәле оркестрҙары менән дә сығыш яһай (улар араһында — Лондон, Чикаго, Филадельфия, Кливленд һәм Будапешт симфоник оркестрҙары, «Ла Скала» театрының һәм Санта-Чечилия академияһының, Кёльн филармонияһының һәм Француз радиоһының оркестрҙары).

Владимир Теодорович Спиваков йыл һайын «Crescendo» халыҡ-ара музыка фестивалендә[18] һәм А. Сахаров исемендәге Халыҡ-ара сәнғәт фестивалендә (Түбәнге Новгород ҡ.) ҡатнаша.

  • 1974 — Моцарт В. А. Ике скрипка, виолончель һәм орган өсөн соната (LP, «Мелодия» грамяҙмалар фирмаһы, С10 05209-12)
  • 1977 — П. И. Чайковский: Скрипка менән оркестр өсөн концерт ре мажор, 35-се әҫ. (LP, «Мелодия» грамяҙмалар фирмаһы, С10-08549-50)
  • 1979 — Владимир Спиваков уйнай һәм дирижёрлыҡ итә (LP, «Мелодия» грамяҙмалар фирмаһы, С10-13127-8)
  • 1979 — Vladimir Spivakov Plays Schubert, Paganini And Brahms (LP, Angel Records, US, SZ-37574)
  • 1979 — Скрипка миниатюралары (LP, «Мелодия» грамяҙмалар фирмаһы, С10-17555 003)
  • 1990 — В. А. Моцарт: Ҡыллы оркестр өсөн өс дивертисмент (LP, «Виртуозы Москвы», «Мелодия» грамяҙмалар фирмаһы, А10 00037 002)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1978)
  • РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1986)[19]
  • СССР-ҙың халыҡ артисы (1990)
  • Төньяҡ Осетия-Алания Республикаһының халыҡ артисы (2005)
  • «ЮНЕСКО донъяһы артисы» (2006)
  • ЮНЕСКО-ның Изге ихтыяр илсеһе (1998)
  • «Радио-1-ҙең иң яҡшы музыканты» (1999)
  • М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының почётлы докторы (2002)
  • Тольятти ҡалаһының почётлы гражданы (2004)
  • Кольмар ҡалаһының почётлы гражданы (Франция, 1999).
  • Дағстан Республикаһының халыҡ артисы (2013).
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2014).
  • «Аҡ төндәр» фестивале конкурсының 1-се премияһы (Ленинград, 1957)
  • Лонг һәм Тибо исемендәге Халыҡ-ара скрипкасылар конкурсының 3-сө премияһы (Париж, 1965)
  • Паганини исемендәге Халыҡ-ара скрипкасылар конкурсының 2-се премияһы (Генуя, 1967)
  • Монреаль халыҡ-ара башҡарыусылар конкурсының 1-се премияһы (1969)
  • Чайковский исемендәге Халыҡ-ара конкурстың 2-се премияһы (Мәскәү, 1970)
  • РФ Дәүләт премияһы (2012)
  • СССР Дәүләт премияһы (1989)
  • Ленин комсомолы премияһы (1982)
  • Бөтә Европа Мюнхен академияһының «Музыка сәнғәте өлкәһендәге һоҡланғыс ҡаҙаныштары өсөн» премияһы (1981)
  • «Алтын Остап» призы (1993)
  • «Йыл кешеләре» премияһы, «Кумир» номинацияһында (2002)
  • Йәмғиәт таныуы дөйөм милли премияһы «Йыл рәсәйлеһе» (2005)[20]
  • «Овация» премияһы, «Классик музыка» номинацияһында (2008)
  • Шок де ля мюзик «Диапазон д’ор» премияһы — матбуғатының иң яҡшы грамяҙма өсөн бүләге.
  • Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең мәҙәниәт өлкәһендә 2010 йыл премияһы (2010) — Владимир Спиваковтың Халыҡ-ара хәйриә фондын ойошторған өсөн[22]
  • «Берләшмә йондоҙҙары» мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге премияһы (Гуманитар хеҙмәттәшлек советы һәм БДБ дәүләттәренең дәүләт-ара гуманитар хеҙмәттәшлек фонды, 2011)[21]
  • «Театр сәнғәтен үҫтереүгә индергән һоҡланғыс өлөшө өсөн» Георгий Товстоногов исемендәге премия (2012)
  • Мәскәү ҡалаһының әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге 2013 йылғы премияһы (2013 йылдың 23 июле) — "Мәскәү дуҫтарын ҡаршылай"тигән Халыҡ-ара фестивалде ойошторғаны һәм үткәргәне өсөн [22]

Ордендары һәм миҙалдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены менән наградлау. 2014 йылдың 22 декабре
  • I дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены (2019 йылдың 9 авгусы)[23]
  • II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены (2009 йылдың 2 сентябре)[24]
  • III дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены (1999 йылдың 9 авгусы)[25]
  • IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены (2014 йылдың 10 сентябре)[26]
  • Дуҫлыҡ ордены (1994 йылдың 17 декабре)[27]
  • II дәрәжә «Хеҙмәттәре өсөн» ордены (Украина) (2009)
  • «Данакер» ордены (Ҡырғыҙстан, 2001)
  • Изге Месроп Маштоц ордены (Әрмәнстан, 1999)
  • Сәнғәт һәм әҙәбиәт ордены (Офицер) (Франция, 1999)
  • Почётлы легион ордены (Франция[28][29])
  • Франциск Скорина ордены (Белоруссия, 2014 год)[30]
  • «Зәйтүн ботағы» миҙалы (Әрмәнстан, 2001)
  • ЮНЕСКО-ның Моцарт алтын миҙалы (2009).
  • «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены (2013 йылдың 23 майы)[31]
  • Салауат Юлаев ордены (17 сентябрь 2019 йыл)[32]

Ижтимағи ҡараштары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2012 йылғы президент һайлауында Владимир Спиваков В.Путин кандидатураһын яҡлап сығыш яһаны[33].

2014 йылдың мартында Спиваков Рәсәйҙең башҡа мәҙәниәт эшмәкәрҙәре менән бергә Владимир Путинға Украина һәм Ҡырым буйынса уның позицияһын хуплауҙы белдереп яҙылған хатҡа ҡул ҡуя[34]. 2014 йылдың 11 майында Кембриджда (АҠШ), Спиваков етәкселегендәге «Виртуозы Москвы» сығышынан һуң Гарвард университетын тамамлаған ғалим, фән докторы Роман Торговицкий сәхнәгә күтәрелә һәм был хатҡа ҡул ҡуйған өсөн уға «рәхмәт әйтә»[35][36]. 2014 йылдың 18 майында Нью-Йоркта, Владимир Спиваков менән «Виртуозы Москвы» сығыш яһарға тейешле Линкольн-үҙәк алдында, уның хатҡа ҡул ҡуйыусылар араһында булған өсөн табанын ялтыратыуын талап итеп, йөҙләгән кеше йыйыла[37].

  • Беренсе ҡатыны — скрипкасы һәм дирижёр Светлана Борисовна Безродная (ҡыҙ фамилияһы — Левина)[38].
  • Икенсе ҡатыны — пианистка Виктория Валентиновна Постникова; улы Александр.
  • Өсөнсө ҡатыны — тележурналист Сати Зареновна Спивакова (ҡыҙ фамилияһы Саакянц); ҡыҙҙары Екатерина, Татьяна һәм Анна.
    • Һеңлеһе Елизавета мәрхүм булғас, Владимир Спиваков уның ҡыҙын тәрбиәгә ала[39].
  • 1997 йылға тиклем Владимир Спиваков оҫта Франческо Гобетти яһаған скрипкала уйнай, уны уға профессор Янкелевич бүләк итә. 1997 йылдан музыкант Антонио Страдивари эшләгән скрипкала уйнай, был ҡоралды уға уның талантына баш эйеүсе меценттар ғүмерлек файҙаланыуға бирә[40].
  • 2014 йылда Салауат ҡалаһында һәләтле балалар өсөн уның исемендәге музыка мәктәбе асыла[41].
  • Музыканттың 50 йәше тулыу уңайынан Рәсәй Космосты тикшереү үҙәге бәләкәй планеталарҙың береһенә Владимир Спиваков исемен бирә.
  • Музыкант идиш, инглиз, француз, испан һәм немец телдәрендә һөйләшә[42].
  • Владимир Спиваковҡа бағышланған әҫәрҙәр: Арво Пярт, скрипка һәм фортепано өсөн «Көҙгөләге көҙгө» (1978), Альфред Шнитке, тенор, скрипка, тромбон, клавесин, һуҡма һәм ҡыллы ҡоралдар өсөн «Иеронимус Босх картиналары буйынса биш фрагмент» (1994)[43], Исаак Шварц, Рауль Валленберг иҫтәлегенә оркестр өсөн «Һары йондоҙҙар» концерты (2000)[44], Вячеслав Артемов, «Шым еләҫлек» симфонияһы (2008)[40].
  • Владимир Спиваков спорт ярата, бокс буйынса 2-се разрядҡа эйә[45].
  1. Официальная биография // Персональный сайт Владимира Спивакова 2010 йыл 26 май архивланған.. —  (Тикшерелеү көнө: 17 июнь 2010).
  2. Рос­сийская еврейская энциклопедия (РЕЭ). Том 3, стр. 102 (под общей редакцией Г. Г. Брановера, главный научный консультант сэр Исайя Берлин). Москва: Российская академия естественных наук, Эпос, 1997.
  3. Интервью с В.
  4. Интервью с Владимиром Спиваковым 2007 йыл 19 август архивланған.
  5. JINFO.org
  6. Маэстро Спиваков из Черниковки
  7. О черноморской крови
  8. Михаил Дрейзлер «Независимая Молдова», 26 апреля 2007 2007 йыл 4 июль архивланған.
  9. О Спивакове в журнале «Алеф»
  10. Интервью
  11. Интервью
  12. Интервью
  13. Владимир Спиваков «Моя жизнь» 2010 йыл 9 март архивланған.
  14. Цитата из интервью
  15. Соло на ундервуде
  16. СПИВАКОВ в энциклопедии музыки
  17. Состав Патриаршего совета по культуре
  18. Официальный отчёт Министерству культуры Российской Федерации о фестивале «Crescendo»
  19. Спиваков Владимир Теодорович
  20. «Россиянин года» на сайте Российской Академии бизнеса и предпринимательства
  21. Новость: Асанали Ашимов стал лауреатом премии СНГ «Звезды Содружества» 2014 йыл 18 июль архивланған.
  22. Указ мэра Москвы № 64-УМ от 23 июля 2013 года «О присуждении премий города Москвы 2013 года в области литературы и искусства»
  23. Указ Президента Российской Федерации от 9 августа 2019 года № 373 «О награждении государственными наградами Российской Федерации»
  24. Указ Президента Российской Федерации от 2 сентября 2009 года № 999 "О награждении орденом «За заслуги перед Отечеством» II степени Спивакова В. 2014 йыл 19 сентябрь архивланған.
  25. Указ Президента Российской Федерации от 9 августа 1999 года № 1019 "О награждении орденом «За заслуги перед Отечеством» III степени Спивакова В. 2015 йыл 20 март архивланған.
  26. Указ Президента Российской Федерации от 10 сентября 2014 года № 622 "О награждении государственными наградами Российской Федерации.
  27. Указ Президента Российской Федерации от 17 декабря 1994 года № 2197 "О награждении государственными наградами Российской Федерации. 2015 йыл 18 апрель архивланған.
  28. Спиваков награждён высшей наградой Франции — орденом Почетного легиона
  29. Владимир Спиваков получил орден Почетного легиона(недоступная ссылка)
  30. Владимир Спиваков получил орден Скорины 2019 йыл 1 апрель архивланған.
  31. Указ Президента Республики Башкортостан от 29 мая 2013 года №УП-153 "О награждении орденом «За заслуги перед Республикой Башкортостан» Спивакова В. 2014 йыл 6 ғинуар архивланған.
  32. Радий Хабиров наградил Владимира Спивакова орденом Салавата Юлаева. ИА «Башинформ», 17 сентября 2019 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 17 сентябрь 2019)
  33. Спиваков голосует за Путина. YouTube (15 февраль 2012). Дата обращения: 15 сентябрь 2014.
  34. Деятели культуры России — в поддержку позиции Президента по Украине и Крыму. mkrf.ru (11 март 2014). Дата обращения: 15 сентябрь 2014. 2014 йыл 11 март архивланған.
  35. На концерте "Виртуозов Москвы" в США арестовали учёного за поддержку Украины. gordonua.com (18 май 2014). Дата обращения: 15 сентябрь 2014.
  36. "Виртуозы Москвы" и скандал в США: снова из-за Путина. ukrinform.ua (17 май 2014). Дата обращения: 15 сентябрь 2014. 2015 йыл 13 июль архивланған.
  37. В Нью-Йорке испортили концерт Спивакову. by24.org (19 май 2014). Дата обращения: 15 сентябрь 2014.
  38. Светлана Безродная 2015 йыл 27 июнь архивланған.
  39. Спиваков на People.ru
  40. 40,0 40,1 Сайт Московского международного Дома музыки 2010 йыл 5 октябрь архивланған.
  41. Сабирова А. Р. Спиваков Владимир Теодорович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  42. Интервью на peoples.ru
  43. Холопова В. 2009 йыл 5 ғинуар архивланған.
  44. «Услышать будущего зов…» 2008 йыл 24 декабрь архивланған.
  45. Игра на скрипке и на спички: как Владимир Спиваков занимался музыкой | Культура и шоу-бизнес | Лента новостей «РИА Новости»