Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән ер-һыу хайуандары һәм һөйрәлеүселәрҙең исемлеге

Был бит һайланған исемлектәр һәм порталдар иҫәбенә инә
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән ер-һыу хайуандары һәм һөйрәлеүселәрҙең исемлеге

Исемлектә Башҡортостан Республикаһының 2014 йылда баҫылған Ҡыҙыл китабына индерелгән бөтә һөйрәлеүселәр һәм ер-һыу хайуандары  күрһәтелгән. Шуға ярашлы, таблицаның КкРБ, КкРФ һәм МСОП колонкалары  аңлата был төрҙөң Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабындағы Рәсәй Федерацияһының Ҡыҙыл китабындағы һәм Тәбиғәтте һаҡлау Халыҡ-ара союзының МСОП Ҡыҙыл исемлегендәге статусын күрһәтә. Әгәр теге йәки был Ҡыҙыл китабында ниндәй ҙә булһа төр булмаһа, йәғни күрһәтелгән бер категорияға ла индерелмәгән булһа, исемлектең был ояһы буш ҡалдырыла. Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабында бөтә төрҙәр 6 категорияға, Рәсәй Федерацияһы Ҡыҙыл китабында бөтә төрҙәр 6 категорияға, һәм 9 МСОП исемлегендә 9 категорияға бүленә. Категориялар түбәндәгесә билдәлә:

Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабы[1]:
0 — юғалғандарҙыр моғайын
I — юғалыу сигенә еткән төрҙәр
II — һан яғынан кәмегән төрҙәр
III — һирәк төрҙәр
IV — тәғәйенләнеше билдәле булмаған төрҙәр
V — тергеҙелеү мөмкинлеге булған һәм тергеҙелеүсе төрҙәр
Халыҡ-ара тәбиғәтте һаҡлау союзының Ҡыҙыл исемлеге[2]:
Юҡҡа сыҡҡан төр — юғалғандарҙыр моғайын
ҡырағай тәбиғәттә юҡҡа сыҡҡан — ҡырағай тәбиғәттә юғалғандар
Юғалыу сигендә — юғалыу сигенә еткән төрҙәр (көрсөк хәлендә)
юҡҡа сығып барған төрҙәр — юҡҡа сығыу янаған төрҙәр
йоғонтоға бирелә торған төрҙәр — хәүеф аҫтындағы төрҙөр
йоғонтоға бирелеүгә яҡын торған төрҙәр — хәүеф аҫтында торған төрҙөргә яҡындары
юҡҡа сығыу ҡурҡынысы аҙ булған төрҙәр — хәүеф кәмерәк янаған төрҙәр
юҡҡа сығыу ҡурҡынысын баһалау өсөн мәғлүмәт етмәгән төрҙәр — хәүеф янағанын билдәләрлек мәғлүмәт етмәгән төрҙәр
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китапта күрһәтелмәгән төрҙөр — Халыҡ-ара Ҡыҙыл китапта күрһәтелмәгән төрҙәр

Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабының һөйрәлеүселәр һәм ер-һыу хайуандары исемлегенә 11 төр  индерелгән, шуларҙың 9 төрө төп биттәргә урынлаштырылған, ә 2 төрө ҡушымтала күрһәтелгән. Шул уҡ ваҡытта төп биттәрҙә тәңкәлеләр отрядының 5 вәкиле һәм һөйрәлеүселәр класы  ташбаҡалар отрядының 1 вәкиле булыуын күрһәтә; шулай уҡ ҡойроҡһоҙҙар отрядынан 2 вәкил һәм ер-һыу хайуандары класының ҡойроҡлолар  отрядынан 1 вәкил. Категория Юҡҡа сығыусылар категорияһына (I) бер төр ҙә ҡарамай.

Түбәндәге исемлектә таскондарҙың урынлашыу тәртибе Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабындағына тап килә.

Һуңғы колонка аҙағында Халыҡ-ара тәбиғәтте һаҡлау союзы сайты таксонының персональ бите һылтанмаһы килтерелгән.

Төп исемлек[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һүрәтләнеше Атамаһы, таксон авторы Башҡортостан территорияһындағы ареалы,
һаны һәм лимитлаусы фактор
Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабы Халыҡ-ара тәбиғәтте һаҡлау союзы
Ер-һыу хайуандары класы (Amphibia)
Ҡойроҡло ер-һыу хайуандары отряды (Caudata)
Ысын саламандр һымаҡтар ғаиләһе (Salamandridae)
Тараҡлы hыу кеҫәрткеhе
Triturus cristatus
(Laurenti, 1768)
Тараҡлы hыу кеҫәрткеhе (рус. гребенчатый тритон) — ҡойроҡлолар отрядының саламандрҙар төрө. Көнбайыш Себергә тиклем Үҙәк һәм Көнсығыш Европала йәшәйҙәр. Башҡортостанда етерлек өйрәнелмәгән. Баймаҡ, Белорет, Бөрө, Благовещен, Бөрйән, Дүртөйлө, Иглин, Өфө райондарында осраған. Төрҙөң һаны кәмеүенең сәбәптәре — һыу биотоптарының бысраныуы, тереклек итеү мөхитенең үҙгәреүе, хищничество интродуцирирланған балыҡтарға йыртҡыстарса ҡараш, һәүәҫкәр балыҡсыларҙың күпләп тотоуы.
III
юҡҡа сығыу ҡурҡынысы аҙ булған төрҙәр [1]
Ҡойроҡһоҙҙар отряды (Anura)
Ысын тәлмәрйендәр ғаиләһе (Ranidae)
Үлән тәлмәрйене
Rana temporaria
(Linnaeus, 1758)
Үлән тәлмәрйене (рус. Травяная лягушка) — ҡойроҡһоҙҙар отрядынан ысын тәлмәрйендәр төрө. Тән оҙонлоғо 6—10 см тәшкил иткән уртаса дәүмәлле тәлмәрйен. Испаниянан Уралға һәм Скандинавиянан урман зонаһының көньяҡ сигенә тиклем арауыҡта осрай. Был төр Башҡортостан дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығында, Көньяҡ Урал тәбиғәт ҡурсаулығында, Шүлгәнташ ҡурсаулығында, Башҡортостан милли паркында; Архангел, Баймаҡ, Белорет, Бөрө, Дүртөйлө, Йылайыр, Иглин, Краснокама, Өфө, Учалы, Саҡмағош, Шишмә райондарында, Өфө, Бөрө, Белорет, Стәрлетамаҡ, Нефтекама ҡалаларының тирә-яҡтарында осрай[3]. II юҡҡа сығыу ҡурҡынысы аҙ булған төрҙәр [2]
Быуа тәлмәрйене
Pelophylax lessonae
(Camerano, 1882)
Быуа тәлмәрйене (рус. прудовая лягушка) — ҡойроҡһоҙҙар отрядынан ысын тәлмәрйендәр төрө. Европала: көнбайышта Франциянан алып көнсығышта Волга буйына тиклем йәшәй. Башҡортостан территорияһы буйлап төрҙөң таралышының көнсығыш сиге үтә. Хәҙерге иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр юҡ. Лимитациялаусы факторҙар: һыу ятҡылыҡтарының ҡороуы һәм емерелеүе, урбанизация, һыу ятҡылыҡтарында бетонланған вертикаль яр буйын төҙөү[4]. IV юҡҡа сығыу ҡурҡынысы аҙ булған төрҙәр [3]
Һөйрәлеүселәр класы (Reptilia)
Гөбөргәйелдәр отряды (Testudines)
Америка сөсө һыулы гөбөргәйелдәр ғаиләһе (Emydidae)
Һаҙ гөбөргәйеле
Emys orbicularis
(Linnaeus, 1758)
Һаҙ гөбөргәйеле (рус. болотная черепаха) — гөбөргәйелдәр отрядының америка сөсө һыу ташбаҡалары. Үҙәк, Көнсығыш һәм Көньяҡ Европала, Алғы Азияла, Кавказда; Ҡаҙағстанда, көнсығышта — Көньяҡ Уралға тиклем таралған. Башҡортостандың көньяғында: Әлшәй, Көйөргәҙе, Күгәрсен, Мәләүез, Ейәнсура, Йылайыр, Хәйбулла, Баймаҡ, Стәрлетамаҡ райондарында йәшәй. Хәҙерге иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр юҡ. Лимитлаусы факторҙар: антропоген эшмәкәрлек һөҙөмтәһендә йәшәү өсөн яраҡлы биотоптар һанының кәмеүе, кешенең тотоуы, тәбиғи дошмандар[5]. II йоғонтоға бирелеүгә яҡын торған төрҙәр [4]
Тәңкәлеләр отряды (Squamata)
Орсоҡ йылан һымаҡтар ярым отряды (Anguimorpha)
Орсоҡ йыландар ғаиләһе (Anguidae)
Орсоҡ йылан
Anguis fragilis
(Linnaeus, 1758)
Орсоҡ йылан, баҡыр кеҫәртке (рус. ломкая веретеница) — тәңкәлеләр отрядының орсоҡлолар төрө. Оҙонлоғо 50—60 см булған тәпәйһеҙ кеҫәртке, кәүҙәһенең яртыһы ҡойроҡ өлөшөнә ҡарай. Европала һәм Көнбайыш Азияла таралған. Был төр Башҡортостан Республикаһының Архангел, Асҡын, Баймаҡ, Белорет, Бөрө, Борай, Бөрйән, Ейәнсура, Иглин, Дыуан, Ҡырмыҫҡалы, Краснокама, Мәләүез, Ишембай, Нуриман, Салауат, Өфө, Учалы, Хәйбулла һәм Шишмә райондарында; Нефтекама, Өфө, Сибай ҡалалары янында осрай. Хәҙерге иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр юҡ. Лимитлаусы факторҙар: кешенең сәбәпһеҙ эҙәрлекләүе, хужалыҡ эшмәкәрлеге (урман аҡландарын сабыу, урман ситтәрен яндырыу һәм башҡалар) һөҙөмтәһендә йәшәү урындарының үҙгәреүе, юлдарҙа тәгәрмәс аҫтында һәләк булыу[6]. III Халыҡ-ара Ҡыҙыл китапта күрһәтелмәгән төрҙөр
Йыландар ярым отряды (Serpentes)
Туҙбаш йылан һымаҡтар ғаиләһе (Colubridae)
Баҡыр йылан
Coronella austriaca
(Laurenti, 1768)
Баҡыр (еҙ, тос) йылан (рус. обыкновенная медянка) — тәңкәлеләр отрядының туҙбаш йыландар төрө. 70—80 см оҙонлоҡтағы, кешегә хәүеф менән янамаған төрө. Европаның күп өлөшөндә, Кесе Азияла, Кавказ аръяғында һәм Иранда, көнсығышта Көнбайыш Себер һәм Көнбайыш Ҡаҙағстанға саҡлы осрай. Башҡортостанда Әлшәй, Белорет, Бөрө, Бөрйән, Ейәнсура, Ишембай, Өфө, Салауат, Стәрлетамаҡ райондарының тау-урманлы һәм урман-далалы райондарында осрай. Хәҙерге иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр юҡ. Лимитлаусы факторҙар: кешенең сәбәпһеҙ эҙәрлекләүе һәм юҡ итеүе, ауыл хужалығын химиялаштырыу, юлдарҙа һәләк булыу, урманда мал көтөү, ҡоштарҙың һәм имеҙеүселәрҙең йыртҡыслыҡ итеүе[7]. III Халыҡ-ара Ҡыҙыл китапта күрһәтелмәгән төрҙөр
Таш йыланы
Elaphe dione
(Pallas, 1773)
Таш (семәрле сыбар) йылан (рус. узорчатый полоз) — тәңкәлеләр отрядының туҙбаш йыландар төрө. Украинаның Днепрҙың һул ярынан алып, Кавказдан көнбайышта, Ҡаҙағстан аша, көньяҡ Себергә һәм Приморьеның көнсығышына тиклем таралған. Башҡортостандың көньяғында — Мәләүез, Баймаҡ, Хәйбулла райондарында осрай. Хәҙерге иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр юҡ. Лимитлаусы факторҙар: ареал ситендә йәшәй (республика территорияһында ареалдың төньяҡ сиге үтә), сәбәпһеҙ эҙәрлекләү һәм юҡ итеү, сиҙәм ерҙәрҙе һөрөү, юлдарҙа һәләк булыу[8]. IV Халыҡ-ара Ҡыҙыл китапта күрһәтелмәгән төрҙөр
Һыу туҙбаш йыланы
Natrix tessellata
(Laurenti, 1768)
Һыу туҙбаш йыланы (рус. водяной уж) — тәңкәлеләр отрядының туҙбаш йыландар төрө. Үҙәк һәм Көньяҡ Европала, Кавказ аръяғында, Кесе һәм Урта Азияла, көньяҡ Волга буйында, көнбайыш Ҡытайға тиклем Ҡаҙағстанда таралған. Башҡортостанда таралыуы өйрәнелмәгән. Яҡынса республиканың көньяҡ райондарында — Ейәнсура һәм Хәйбулла райондарында (Яйыҡ бассейны йылғалары буйлап) осрай. Хәҙерге иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр юҡ. Лимитлаусы факторҙар: ареал периферияһында йәшәүе (республика территорияһында ареалдың төньяҡ сиге үтә), кешенең сәбәпһеҙ эҙәрлекләүе һәм юҡ итеүе, антропоген эшмәкәрлек һөҙөмтәһендә йәшәү өсөн яраҡлы биотоптар һанының кәмеүе[9]. IV юҡҡа сығыу ҡурҡынысы аҙ булған төрҙәр[5]
Ҡарайылан һымаҡтар ғаиләһе (Viperidae)
Көнсығыш дала ҡарайыланы
Vipera renardi
(Christoph, 1861)
Көнсығыш дала ҡарайыланы (рус. восточная степная гадюка) — тәңкәлеләр отрядының ҡара йыландар төрө. Үҙәк һәм Көнсығыш Европала, Урта Азияла, Ҡаҙағстанда һәм көньяҡ Себерҙә таралған. Башҡортостан Республикаһының көньяҡ һәм көньяҡ-көнсығышында — Ейәнсура, Йылайыр, Хәйбулла, Баймаҡ, Бөрө, Ҡырмыҫҡалы, Күгәрсен, Кушнаренко райондарында осрай. Хәҙерге иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр юҡ. Лимитлаусы факторҙар: кешенең туранан-тура эҙәрлекләүе һәм үлтереүе, мал көтөү, ер һөрөү, юлдарҙа һәләк булыу[10]. III йоғонтоға бирелә торған төрҙәр [6]

Тәбиғи мөхиттә айырым иғтибарға мохтаж булған хайуандар донъяһы объекттарының таксондары һәм популяцияһының тәфсирле исемлеге [үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Был исемлектә аҙ һанлы, йәки Башҡортостанда аҙ өйрәнелгән, йәки әлеге ваҡытта һаҡланыу һәм тергеҙеү буйынса кисектергеһеҙ саралар күреүҙе талап итмәгән төрҙәр тураһында мәғлүмәт бирелә. Был төрҙәр киләсәктә Ҡыҙыл китапҡа индерелеүгә дәғүә итә.

Иллюстрацияһы Атамаһы, таксон авторы Башҡортостан территориияһындағы ареалы МСОП
Һоро әрмәнде
Bufo bufo
(Linnaeus, 1758)
Ҡойроҡһоҙ ер-һыу отрядының әрмәнделәр ғаиләһенә ҡараған төрө. Башҡортостандың урманлы, ҡайһы берҙә һирәгерәк урман-дала райондарында ғәҙәти[11]. юҡҡа сығыу ҡурҡынысы аҙ булған төрҙәр [7]
Ғәҙәти ҡарайылан
Vipera berus
(Linnaeus, 1758)
Тәңкәлеләр отряды йыландар подотрядының ҡара йыландар ғаиләһе төрө. Башҡортостан Республикаһының тау-урман зонаһы сиктәренән тыш һирәк осрай[11]. Халыҡ-ара Ҡыҙыл китапта күрһәтелмәгән төрҙөр

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр [үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Красная книга Республики Башкортостан: в 2 т. Т. 2: Животные. — Уфа: Информреклама, 2014. — 244 с. — ISBN 978-5-904555-77-1.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]