Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән балыҡтар исемлеге

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Исемлектә 2014 йылда Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән бөтә балыҡ төрҙәре күрһәтелгән. Таблицалағы РБҠк, МСОПҠи, РФҠк колонкалары төрҙөң Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһының Ҡыҙыл китаптарындағы, МСОП-тың Ҡыҙыл исемлегендәге статусын күрһәтә.

Статус күрһәтелмәгән осраҡтарҙа тейешле урын буш ҡалдырылған. Бөтә төрҙәр ҙә Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы Ҡыҙыл китаптарында 6 категорияға бүленгән. МСОП-тың Ҡыҙыл исемлегендә категориялар 9.

Категориялар түбәндәгесә билдәләнә:
Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабы[1]:
0 — юҡҡа сыҡҡандыр
I — юҡҡа сығыу хәүефе аҫтында
II — һаны кәмей
III — һирәк
IV — торошо билдәһеҙ
V — кире ҡайтарырға һәм тергеҙергә
Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабы:
0 — юҡҡа сыҡҡан
1 — юҡҡа сығыу хәүефе аҫтында
2 — һаны кәмей
3 — һирәк
4 — торошо билдәһеҙ
5 — кире ҡайтарырға һәм тергеҙергә
МСОП-тың Ҡыҙыл исемлеге[2]:
EX — юҡҡа сыҡҡан
EW — ҡырағай тәбиғәттә юҡҡа сыҡҡан.
CR — торошо үтә хәүефле
EN — торошо хәүефле
VU — хәле икеле
NT — торошо хәүеф сигенә яҡын
LC — ҡурҡыныс ҙур түгел
DD — мәғлүмәт етешмәй
NE — баһаланмаған

Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән балыҡтар барлығы 7 төр, шуларҙың 2-һе мәрсен һымаҡтарҙан, һөмбәш һымаҡтар отряды вәкилдәре — 3 һәм сазан һымаҡтар менән үгеҙ балыҡ һымаҡтарҙан берәр вәкил.

Юҡҡа сығыусы төрҙәр (I) категорияһына ябай ҡыҙылбалыҡ индерелгән.

Аҫтағы исемлектә таксондар теҙмәһе Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабындағы тәртипкә тура килә.

Һуңғы колонканың аҙағында Халыҡ-ара тәбиғәтте һаҡлау союзы (МСОП) сайтында шәхси биттәр һылтанмаһы бирелгән[2].

Төп исемлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Латинса атамаһы Урыҫса атамаһы һәм ҡылыҡһырлама Һүрәттәре РБҠк РФ Ҡк МСОП
1
Acipenser gueldenstaedtii
Brandt et Ratzeburg, 1833
Мәрсен, бикре (рус. осетр) — мәрсен һымаҡтар отряды, мәрсендәр ғәиләһенә ҡараған балыҡ. Ҡара диңгеҙ, Каспий һәм Азов диңгеҙҙәре бассейнында тереклек итә. Ҙур тиҙлектә (катастрофически) һаны кәмей бара. XX быуат башында республиканың бөтә ҙур йылғаларында ла тереклек иткән[1].
IV
CR Ҡалып:IUCN1
2
Acipenser ruthenus
Linnaeus, 1758
Уҡбалыҡ (рус. Стерлядь) — мәрсен һымаҡтар отряды, мәрсендәр ғәиләһенә ҡараған балыҡ. Ҡара диңгеҙ, Каспий, Азов, Балтик һәм Төньяҡ боҙло океан диңгеҙҙәре (көнсығышта Йәнәсәйгә тиклем) бассейнында тереклек итә. Башҡортостандың Ағиҙел йылғаһы (Мәләүезгә тиклем) һәм уның ҡушылдыҡтары Ҡариҙел, Дим, Эҫем, Өршәк йылғаларында йәшәй[1].
V
I
VU Ҡалып:IUCN1
3
Hucho taimen
Pallas, 1773
Ҡыҙыл балыҡ (рус. Обыкновенный таймень) — һөмбаш балыҡтар ғаиләһенә ҡараған төр лососеобразных.Себерҙең күп кенә ҙур йылға һәм ҡайһы бер күлдәрендә тереклек итә. Башҡортостанда Ағиҙел һәм Нөгөш йылғаларының таулы өлөшөндә, Еҫем, Инйәр, Еҙем, Оло Ҡотҡор, Егән, Мәндем, Оло һәм Кесе Шешәнәк, Рәз, Баҫыу, Ҡорт, Оло Ҡурғаш, Һәләүек, Рәүҙәк йылғаларында һирәк ҡалған[1].
I
I
VU Ҡалып:IUCN1
4
Salmo trutta morpha fario
Linnaeus, 1758
Бағыр (рус. Ручьевая форель) — һөмбаш балыҡтар (Salmonidae) ғаиләһендәге балыҡ төрө. Европанан Уралға һәм Урта Азияға тиклем таралған. Башҡортостанда Кесе һәм Оло Ҡыҙыл, Йәнгел, Ыҡ, Бетерә, Егән, Мәндем, Еҙем, Наяҙы, Үҙән, Соран, Һүренйәк (Белорет районындағы йылға), Көтөм, Кошелевка, Кесе Һүрәм, Ямашлы, Оло һәм Кесе Инәк, Бирҙәш, Әкәүәҙ, Липовка, Яманйылға, Һыу-яҡты йлғаларында тереклек итә[1].
IV
IV
LCҠалып:IUCN1
5
Thymallus thymallus
Linnaeus, 1758
Европа бәрҙеhе (рус. Европейский хариус) — Һөмбаш һымаҡтар отрядына лососеобразных ҡараған бәрҙеләрҙең бер төрө . Европнан Уралға тиклем таралған. Рәсәйҙә Аҡ динҙеҙ һәм Балтик диңгеҙе бассейнында тереклек итә (Днепр бассейнында, Ҡырымда, Кавказда осрамай). Башҡортостандың Ағиҙел йылғаһы, Нөгөш, Ҡариҙел, Урал йылғалары бассейнында тереклек итә.Һаҡмар, Ҙур һәм Кесе Ҡыҙыл, Инйәр, Еҙем, Әй, Ҙур Ыҡ, Нур, Тирлән, Кесе Нөгөш, Миндәк, Уй, Йүрүҙән һәм башҡа бәләкәй йылғаларҙа осрай[1].
IV
II
LCҠалып:IUCN1
6
Alburnoides bipunctatus rossicus
Berg, 1924)
Шаршы күкене (рус. Русская быстрянка) — һаҙан (сазан) һымаҡтарҙың бер төрө. Франциянан Уралға тиклем таралған. Башҡортостанда Ағиҙел, Нөгөш, Еҙем, Инйәр, Ҙур Инйәр, Эҫем, Ләмәҙ, Өршәк,Ҡариҙел, Йүрүҙән, Ыҡ, Ашкаҙар йылғаларында һәм уларҙың ҡушылдыҡтарында тереклек итә. Һаҡмар һәм Яйыҡ һыуҙарында осрай[1].
II
II
7
Cottus gobio
Linnaeus, 1758
Зөгәй (рус. Обыкновенный подкаменщик) — үгеҙ балыҡтар төрөнә керә. Пиреней ярымутрауынан Уралға тиклем , Рәсәйҙең бөтә Европа өлөшөндәге (Кольск ярымутрауынан башҡа) йылға һәм күлдәрҙә, Көнбайыш Себерҙең Иртыш һәм Катунь йылғалары бассейнында йәшәй. Башҡортостанда Ағиҙел йылғаһы буйлап үренән Мәләүез ҡалаһына тиклем, Ағиҙелдең ҡушылдыҡтарында, Кесе Инйәрҙең үрге ағымында осрай. Һирәкләп Йүрүҙәндә күренә. Ҡариҙелдә һәм уның ҡушылдыҡтарында тереклек итә[1].
III
II
LC Ҡалып:IUCN1

Хайуандар доньяһы обьекттарының тәбиғи мөхит торошона бәйле айырым иғтибарға мохтаж таксондары исемлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Латинса атамаһы Урыҫса атамаһы һәм ҡылыҡһырлама Һүрәте РФ Ҡк МСОП
1
Coregonius lavaretus maraenoides
Poljakow, 1874
Яҡтыкүл алабалығы (урыҫ. Сиг озера Банное) — һөмбаш балыҡтар (Salmonidae) ғаиләһендәге балыҡ төрө. Төп популяцияһы (Маточное стадо) Яктыкүлдә генә тереклек итә; Балыҡ үрсетеү маҡсатында ғына файҙаланыла.[1].
2
Abramis ballerus
Linnaeus, 1758
Күкйөн (Урыҫ. синец) — ҡорман балыҡтар ғаиләһенә ҡараған төр. Башҡортостанда һирәк. Ағиҙел йылғаһында һәм түбәнге ағымындағы һыубаҫар күлдәрҙә тереклек итә (Охлёбнино ауылына тиклем). Дим йылғаһында табылған.
LC Ҡалып:IUCN1
3
Pungitius platygaster
Kessler, 1859
Энәле балыҡ (урыҫ. Малая южная колюшка) — нурҡанатлы балыҡтарҙың (Actinopterygii) энәле балыҡтар ғәиләһенең (Gasterosteidae) бер төрө. Яҡтыкүлдә тереклек итә[1].
4
Syngnathus nigrolineatus
Eichwald, 1831
Ҡара диңгеҙ орсоғо (урыҫ. Черноморская игла) — нурҡанатлы балыҡтарҙың (Actinopterygii) энәле балыҡтар ғәиләһенең (Gasterosteidae) бер төрө. Асылыкүлгә осраҡлы барып эләккән. Түбәнге Кама һыуһаҡлағысының Ағиҙел бүлексәһендә осрай[1]..
5
Stizostedion volgense
Gmelin, 1788
Берш (урыҫ. Берш) — нурҡанатлы балыҡтарҙың алабуға һымаҡтар отрядынан, алабуғалар ғәиләһенән (Percidae) бер төр. Башҡортостанда ул Ағиҙелдең түбәнге ағымында осрай. Унда берш Түбәнге Кама һыуһаҡлағысы аша килеп инә.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,00 1,01 1,02 1,03 1,04 1,05 1,06 1,07 1,08 1,09 1,10 Красная книга Республики Башкортостан: в 2 т. Т. 2: Животные. — Уфа: Информреклама, 2014. — 244 с. — ISBN 978-5-904555-77-1.
  2. 2,0 2,1 КРАСНАЯ КНИГА МСОП (версия 3.1.). Красная книга Южного Урала. Дата обращения: 16 август 2010. Архивировано 4 май 2012 года. 2012 йыл 7 март архивланған.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Красная книга Республики Башкортостан: в 2 т. Т. 2: Животные. — Информреклама, 2014. — 244 с. — ISBN 978-5-904555-77-1.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]