Эстәлеккә күсергә

Ставрополь дәүләт аграр университеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ставрополь дәүләт аграр университеты
Нигеҙләү датаһы 1930
Рәсми атамаһы Ставропольская сельскохозяйственная академия, Ставропольский сельскохозяйственный институт, Ворошиловский зооветеринарный институт һәм Северо-Кавказский зоотехнический институт
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ставрополь
Баш компания (ойошма, предприятие) Рәсәй Федерацияһы ауыл хужалыһы министрлығы[d][1]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены почётная грамота Президиума Верховного Совета РСФСР
Рәсми сайт stgau.ru
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Преподаватели Ставропольского государственного аграрного университета[d]
Карта

Ставрополь дәүләт аграр университеты — Ставрополь ҡалаһындағы Төньяҡ Кавказ дәүләт юғары белем биреү учреждениеһы. Юғары уҡыу йортоноң элекке исеме: Ставрополь дәүләт ауыл хужалығы академияһы.

  • 1930 йыл — Мәскәү зоотехния институтын үҙгәртеп ҡороу һөҙөмтәһендә дүрт белем биреү учреждениеһы барлыҡҡа килә: йылҡысылыҡ факультеты базаһында Мәскәү йылҡысылыҡ һәм йылҡы үрсетеү заводы зоотехния институты, Мәскәү эре мөгөҙлө мал институты, Мәскәү һарыҡсылыҡ институты һәм Мәскәү зооветеринария институты. Мәскәү һарыҡсылыҡ институты Мәскәүҙә ике йыл эшләй һәм 1932 йылда, төп етештереү базаһына — нәҙек йөнлө һарыҡсылыҡҡа территориаль яҡынлашыу маҡсатында, тулы составта Төньяҡ Кавказға күсерелә.
  • 1933 йыл — юғары уҡыу йортона Краснодар һарыҡсылыҡ институты һәм Таганрог институтының ит-һөт малсылығы бүлеге ҡушыла. Ул Төньяҡ-Кавказ зоотехния институты исеме ала.
  • 1940 йыл — Игенселек халыҡ комиссариатының Бөтә Союз һарыҡсылыҡ ғилми-тикшеренеү институты
  • 1970 йыл — юғары уҡыу йортонда әҙерлек бүлеге булдырыла, унда ауыл хужалығы производствоһы алдынғыларын, әүҙем йәмәғәтселәрҙе ҡабул итеү ауыл хужалығы предприятиелары йүнәлтмәһе буйынса тормошҡа ашырыла.
  • 1976 йыл — юғары квалификациялы ауыл хужалығы белгестәре әҙерләүҙә ҡаҙаныштары, фәнни асыштар эшләгәне һәм ауыл хужалығы производствоһына индергәне өсөн институт Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, ә 1980 йылда РСФСР Юғары Советы Президиумының Почет грамотаһы менән бүләкләнә.
  • 1994 йыл — Юғары белем буйынса дәүләт комитеты институтты Ставрополь дәүләт ауыл хужалығы академияһы тип үҙгәртеп ҡороу тураһында ҡарар ҡабул итә.
  • 2001 йыл — академияның исеме Ставрополь дәүләт аграр университеты тип үҙгәртелә
Төньяҡ-Кавказ зоотехния институты директорҙары
  • 1930—1934 — Виктор Виктор Викторович
  • 1934—1937 — Ян Ярулла Вирса
  • 1937—1938 — Алексей Иванович Михалин
Ворошиловск зооветеринария институты директоры
  • 1938—1941 — Герасим Хрисанфович Алафинов
Ставрополь ауыл хужалығы институты, директорҙары
  • 1942—1955 — Феодосий Васильевич Козель
  • 1955—1961 — Салмин Игнатий Прокофиевич
Ставрополь ауыл хужалығы институты ректорҙары
  • 1961—1968 — Жуков Александр Иванович
  • 1968—1984 — Виктор Иванович Лисунов
  • 1984—1999 — Никитин Виктор Яковлевич, РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Халыҡ-ара аграр белем биреү академияһы академигы, Халыҡ-ара юғары мәктәп академияһы академигы, Халыҡ-ара мәғлүмәтләштереү академияһы академигы, Ставрополь крайының Почетлы гражданы.
Ставрополь дәүләт аграр университеты ректорҙары
  • 1999—2019 — Трухачев Владимир Иванович, ауыл хужалығы фәндәре докторы, иҡтисад фәндәре докторы, профессор; РФА академигы; Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре; РФ юғары профессиональ белем биреүҙең Почетлы хеҙмәткәре; Рәсәй Федерацияһының почетлы фән һәм техника хеҙмәткәре; Рәсәй агросәнәғәт комплексының почетлы хеҙмәткәре; Халыҡ-ара аграр белем биреү академияһы академигы; Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы академигы; Халыҡ-ара юғары мәктәп фәндәре академияһы академигы; Халыҡ-ара фәнни асыштар һәм уйлап табыу авторҙары академияһы академигы; Халыҡ-ара хоҡуҡ тәртибе һәм хәүефһеҙлек академияһы академигы, Ставрополье Хеҙмәт Геройы; Бөтә Рәсәй сифат ойошмаһы ағзаһы, Берҙәм Рәсәй партияһы ағзаһы, Ставрополь крайы Думаһы депутаты.
  • 2020 йылдан — Иван Вячеславович Атанов.

Университетта юғары белем биреүҙең 126 программаһына ярашлы (специалитет, бакалавриат, магистратура) уҡытыу алып барыла. Унда 18,5 мең студент уҡый. Университет структураһына 9 факультет, 51 кафедра, 90 инновацион лабораториялар һәм үҙәктәр, 結 ~ 漸ノ篇техно-парк «УниверАгро», нәшриәт-полиграфия комплексы «АГРУС», 32 бәләкәй инновацион предприятиелар, ат спорты мәктәбе, виварий, ғилми китапхана инә.

Ставрополь дәүләт аграр университетында эшләүселәр һаны 1405 кеше тәшкил итә, шул иҫәптән 698 уҡытыусы. Профессор-уҡытыусылар составының 92,1%-ының ғилми дәрәжәһе һәм исеме бар. Хеҙмәткәрҙәрҙең уртаса йәше − 39 йәш.

- Ставрополь дәүләт аграр университеты сифат өлкәһендә ике тапҡыр РФ Хөкүмәте премияһы лауреаты исеменә лайыҡ була.

- Университет «Награда EFQM за совершенство — 2008 (EFQM Excellence Award)» Европа конкурсы финалисы.

- Ставрополь дәүләт аграр университеты коллективы 2008 йылда EFQM Excellence Award премияһына конкурстың Рәсәйҙә беренсе ойошма-финалисы була.

- Университет 2010 йылда EFQM «Exellence award-2010» Европа конкурының призеры булған Рәсәйҙән тәүге ойошма.

- 2012 йылда университет «Prize in for Ouality Excellence Diamond International» (European Research Quality Society) халыҡ-ара премия еңеүсеһе була.

1RAEX (РАЭКС-Аналитика) Рейтинг агентлығы мәғлүмәттәре буйынса Рәсәйҙең 100 иң яҡшы юғары уҡыу йорто исемлегендә Ставрополь дәүләт аграр университеты 2017 йылда 73-сө, ә 2018 йылда 65-се урында биләй ([1]).

  • Иҫәп-финанс
  • Иҡтисад
  • Сервис һәм туризм
  • Ауыл хужалығын механизациялау
  • Экология һәм ландшафт архитектураһы
  • Электроэнергетика
  • Ветеринария медицинаһы
  • Биотехнология
  • Агробиология һәм ер ресурстары
  • Урта профессиональ белем биреү
  • Категория: Выпускники Ставропольского государственного аграрного университета
  • Категория: Преподаватели Ставропольского государственного аграрного университета
  1. Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ