Сталагмит

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сталагмит
Рәсем
Изображение в разрезе
Ҡапма-ҡаршыһы Сталактит
 Сталагмит Викимилектә

Сталагмиттар (бор. грек. στάλαγμα — тамсы) — өҫтән төшкән тамсыларҙан мәмерйә төбөнән һәм башҡа ер аҫты карст ҡыуышлыҡтарынан конустар, бағаналар рәүешендә хасил булып үҫә торған минераль матдәләр (күбеһе эзбизле, һирәгерәк гипслы, тоҙло). Улар сталактиттарға ҡаршы үҫә һәм, йыш ҡына үҙ-ара ҡушылып, сталагнат барлыҡҡа килә.

Донъяла иң бейек һәм Америкала иң ҙурыһы — «Мартин Инферно» (исп. Martín Infierno)[1]мәмерйәһендә, Сьенфуэгос провинцияһында (Куба) табылған сталагмит тип һанала. Уның бейеклеге — 67,2 м. Европала — 35,6 м (Словакиялағы Бузго мәмерйәһе)

Шулай уҡ, ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса[2], ихтимал, донъяла иң бейек сталагмит Шондонг (Вьетнам) мәмерйәһендә тигән фараздар бар.

Башҡортостанда[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостандағы мәмерйәләрҙә лә сталагмиттар һәм сталактиттар бар. Шуларҙың береһе Аҫҡын боҙ мәмерйәһе. Ул Көньяҡ Уралдағы иң ҙур боҙ майҙаны һәм боҙ сталагмиттары менән айырылып торған мәмерйә. Был мәмерйә Архангел районының Аҫҡын ауылынан 3 км алыҫлыҡта урынлашҡан[3]. Мәмерйәнең «Ҙур зал» тип аталған бүлмәһендә 17 боҙ сталагмит үҫкән. Ҡайһы берҙәренең диаметры 2,8 метрға, бейеклеге — 8—11 метр.

Сталагмиттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Jochen Duckeck (http://www.JochenDuckeck.de/). Cave Related Statistics: Caves With The Tallest Stalagmite. www.showcaves.com. Дата обращения: 15 октябрь 2016.
  2. Son Doong Cave | Oxalis Adventure Tours. oxalis.com.vn. Дата обращения: 15 октябрь 2016.
  3. Аскинская леденая пещера