Эстәлеккә күсергә

Дүшәнбе (ҡала)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Сталинабад битенән йүнәлтелде)
Ҡала
Дүшәнбе
таж. Душанбе
Герб
Герб
Ил

Тажикстан

Координаталар

38°34′23″ с. ш. 68°47′11″ в. д.HGЯO

Эске бүленеш

4 район (Исмоили Сомони, Сино, Шохмансур, Фирдавси)

Ҡала рәйесе

Махмадсаид Убайдуллоев

Нигеҙләнгән

XVII быуаттың тәүге сиреге

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1676

Элекке исеме

Дүшәнбе (1924—1929),
Сталинабад (1929—1961)

Ҡала с

1925

Майҙаны

127.4 км²

Бейеклеге

706 м

Халҡы

863 400 кеше (2020)

Тығыҙлығы

6 316,5 кеше/км²

Агломерация

1 485 100 (2016)

Милли состав

тажиктар, үзбәктәр, урыҫтар һәм башҡалар

Конфессиональ составы

башлыса мосолмандар, христиандар

Этнохороним

душанби́нцы, душанби́нец, душанби́нка[1]

Сәғәт бүлкәте

UTC+5

Телефон коды

+992 37

Почта индексы

734000

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

СБ, ДБ (1959—1991)
с 1999-2009 01РТ
с 2009-2014 01TJ
с 2014 01TJ, 05TJ

Рәсми сайт

dushanbe.tj

Дүшәнбе (Тажикстан)
Дүшәнбе
Дүшәнбе

Дүшәнбе (таж. Душанбе) — Тажикстандың баш ҡалаһы, республика әһәмиәтендәге ҡала, илдең иң эре фәнни-мәҙәни, сәйәси, иҡтисади, сәнәғәт һәм административ үҙәге. Дүшәнбе ҡалаһында илдең юғары дәүләт власы органдары һәм Президент һарайында Тажикстан Республикаһы Президенты резиденцияһы урынлашҡан. 2016 йылдың 1 ғинуарына ҡала халҡы 802,7 мең кеше тәшкил итә, бөтә Дүшәмбе агломерацияһы — 1485,1 мең кеше.

1996 йылдан Дүшәнбе ҡалаһының рәйесе Махмадсаид Убайдуллоев була, ул шулай уҡ Тажикстан Юғары Йыйылышы Милли Совет рәйесе лә. Тажиктар яратҡан ҡала «Донъя ҡалаһы» премияһы менән наградланған. Был турала Дүшәмбе мэры һәм «Ебәк юлы» Фонды башлығы осрашыуынан һуң билдәле була. Был премия Тажикстан баш ҡалаһында ойошторолған «Ебәк юлы ынйыһы» девизы аҫтында үткән «Рәссамдар тыныслыҡ хаҡына» халыҡ-ара күргәҙмәһенә ярашлы тапшырыла. Ҙур кимәлдә үткән күргәҙмәлә Тажикстан Республикаһы президенты Эмомали Рахмон да ҡатнаша. Күргәҙмә барышында Дүшәнбе ҡалаһы мэры менән ошо күргәҙмәне ойошторған «Ебәк юлы» Фонды башлығы Шао Чанчундың осрашыуы була. Ошо сарала Дүшәнбе ҡалаһына «Донъя ҡалаһы» премияһы тапшырылыуы тураһында хәбәр ителә. Шулай уҡ Рим, Афина, Ашҡабад, Баҡы һәм Ҡырғыҙстандың баш ҡалаһы Бишкәк тә ошо премияға лайыҡ була. Тажикстан Республикаһының баш ҡалаһы икенсе тапҡырға «Донъя ҡалаһы» була.

Был Дүшәнбенең тәүге премияһы булмай, теүәл 12 йыл элек уға ЮНЕСКО ҡарары менән ошо уҡ премия бирелә. Премия донъя ҡиммәттәрен һәм толерантлыҡты нығытыуға индергән өлөш өсөн тапшырыла.

Дүшәнбе ҡалаһының рәсми раҫланған символы — герб авторҙары С.Ҡорбанов менән А. Н. Заневский.

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дүшәнбе диңгеҙ кимәленән 750—930 метр бейеклектә, 38° төньяҡ киңлектә, 68° көнсығыш оҙонлоҡта, күп халыҡлы, уңдырышлы Гиссар уйһыулығында урынлашҡан. Майҙаны — 127 км². Ҡала аша төньяҡтан көньяҡҡа Варзоб (рус. Душанбинка йәки Дүшәнбе-Даръя) йылғаһы аға. Ҡаланан төньяҡта Варзоб тарлауығы бар, унда бик күп ял итеү базалары урынлашҡан. Ҡаланың сейсмик торошо юғары, XX быуаттың 30-40-сы йылдарындағы төҙөлөш нормалары буйынса 7-8 балл кимәлендә тип билдәләнә.[3] Ер тетрәүҙәре күҙәтеүен Дүшәнбе сейсмологик станцияһы алып бара.

Бындағы климат эске континенталь субтропик, ҡаланың таулы урыны арҡаһында бер ни тиклем йомшара. Дүшәнбеләге йәй оҙайлы һәм эҫе, яуым-төшөм бик һирәк. Ҡыш, киреһенсә, бик ҡыҫҡа, яуым төшөмдөң юғары булыуы урта диңгеҙ буйы климатын хәтерләтә. Яҙ ямғырлы һәм сағыштырмаса оҙайлы, йәшенле. Көҙҙөң башы ҡоро, әммә һуңғараҡ ул ямғырлыға һәм еүешкә әйләнә. Июнь-октябрь айҙары ҡоро, ә декабрь-май дымлы миҙгел тип билдәләнә. Ғинуарҙың уртаса температураһы — 1 °С, июлдеке — 28 °С.

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 21,6 23,1 29,6 33,8 38,8 42,8 49,0 42,8 38,9 36,8 29,7 24,3 49,0
Уртаса максимум, °C 9,4 10,6 15,6 20,6 26,1 32,8 35,6 34,4 30,0 23,3 15,6 10,6 22,1
Уртаса температура, °C 1,7 4,0 8,8 15,1 19,7 24,8 27,4 25,4 20,3 14,2 8,6 4,0 14,5
Уртаса минимум, °C −0,6 1,7 5,6 9,4 13,3 17,8 19,4 17,2 12,8 7,8 3,3 0,6 9,0
Абсолют минимум, °C −26,6 −17,3 −13,4 −7,8 1,2 8,4 10,9 8,1 3,0 −4,4 −13,5 −19,5 −26,6
Яуым-төшөм нормаһы, мм 66 75 108 105 66 6 3 1 3 31 45 60 568
Сығанаҡ: Sistema de Clasificación Bioclimática Mundial Hong Kong Observatory

[1]

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Уртаса максимум, °C 7,9 10,5 17,8 23,2 28,2 33,8 36,2 35,7 31,5 24,9 17,0 10,1 23,1
Уртаса температура, °C 3,1 5,9 12,2 16,7 21,0 25,4 27,0 26,5 22,0 16,3 10,8 5,1 16,0
Уртаса минимум, °C −1,8 1,1 6,3 10,2 13,7 17,1 17,9 17,3 12,5 7,6 4,2 −0,2 8,8
Сығанаҡ: www.weatheronline.co.uk

Дүшәнбинкә йылғаһы яры буйында беҙҙең эраға тиклем III, бәлки IV быуатта уҡ, Ҡушан батшалығы ваҡытында антик ҡала барлыҡҡа килә. Керамика табылдыҡтары ҡала стеналары артында шахракхо ауылдары булыуын дәлилиләй. Дүшәмбе ҡышлаҡтары тураһындағы тәүге яҙма иҫкә алыуҙар 1676 йылдар аҙағында була.[4]. Ҡала юл сатында барлыҡҡа килә, һәр дүшәмбе көнө һайын унда ҙур баҙар ойошторола. Ошонан ҡаланың исеме килеп сыҡҡан да инде. Тажик телендә «душанбе» аҙнаның тәүге көнөн дүшәмбене аңлата. Ҡышлаҡта 500-ҙән ашыу хужалыҡ була һәм яҡынса 8000 кеше йәшәй. 1826 йылда хәҙерге Дүшәнбе ҡалаһы Дүшәнбе-Ҡурған тип аталған. Был ҡала күрһәтелгән тәүге карта 1875 йылда төҙөлә. Ул ваҡытта ҡала текә ярҙа ултырған һәм 10 мең кеше йәшәгән ҡәлғә була. Йәмәғәтселек үҙәге булып Каруанһарай һанала. Ҡалала мәҙрәсәләр, мәктәптәр була.[5][6] Дүшәнбе Бохара әмирлеге составында була. 1920 йылда һуңғы бохара әмире бында килә һәм киләһе йылдың февралендә Ҡыҙыл Армияның эшсе-крәҫтиәндәр һөжүменән һуң бынан да кире ҡаса. 1922 йылдың башында ҡала Әнүәр-Паша етәкселегендәге баҫмасылар ғәскәре тарафынан баҫып алына, тик 1922 йылдың 14 июлендә[7] яңынан большевиктар власы аҫтына күсә һәм Үзбәк СССР-ы составындағы Тажик Автономиялы Совет Социалистик Республикаһының баш ҡалаһы тип иғлан ителә. 19241929 йылдарҙа ҡала рәсми рәүештә Дүшәнбе тип йөрөтөлә. 1929 йылдың 16 октябрендә Иосиф Виссарионович Сталин хөрмәтенә Сталинабад тип үҙгәртелә. 1961 йылдың 10 ноябрендә ҡалаға Дүшәнбе тигән тәүге тарихи исеме кире ҡайтарыла.

1929 йылда тәүге тимер юлы һалына. Ул ҡаланы Ташкент һәм Мәскәү менән тоташтыра. Был иһә ҡалала туҡыусылыҡтың, электр һәм аҙыҡ-түлек, машиналар төҙөү сәнәғәтенең үҫешенә килтерә.

1990 йылда власть менән риза булмау арҡаһында Дүшәнбелә күмәк кеше ҡатнашаҡан тәртипһеҙлектәр башлана.

Административ-территориаль бүленеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Душәнбе ҡалаһының административ бүленеше

Дүшәнбе — Тажикстанда райондарға бүленгән берҙән-бер ҡала.

2013 йылдың 18 июлендә Дүшәнбе территорияһын өс тапҡыр киңәйтеү планы тураһында иғлан ителә.[8].

Дүшәнбе 4 районға бүленә. Уларҙың һәр ҡайһыһының үҙ хакимәте (район хөкүмәте) бар:

Район исеме Элекке исеме Майҙаны,
км²
Халҡы,
кеше (2016)
Район рәйесе
1. Исмоили Сомони районы Октябрь районы 25,8 141 500 Курбонов Аламхон Джамилович
2. Сино районы Фрунзе районы 43,8 307 300 Сафаров Зафар Абдуллоевич
3. Фирҙәүси районы Үҙәк район 29,1 198 300 Алиев Саиднуриддин Акрамович
4. Шохмансур районы Тимер юл районы 27,9 155 100 Бобоев Самандар Бобоевич
  1. Книга:Русские названия жителей: Словарь-справочник|102|Душанбе
  2. Башҡорт энциклопедияһы — Мышкин Владимир Александрович 2019 йыл 28 август архивланған. (Тикшерелеү көнө: 28 август 2019)
  3. А.Х. Комилов. Сейсмостойкое строительство в Республике Таджикистан. Бюллетень строительной техники (декабрь 2011). Дата обращения: 19 сентябрь 2012. Архивировано 17 октябрь 2012 года. 2010 йыл 1 апрель архивланған.
  4. Официальный веб-сайт Государственного органа управления в сфере туризма Республики Таджикистан 2013 йыл 3 декабрь архивланған.
  5. Н. Сафаров, В. Новиков. Краткая историческая справка. CEROI (1 сентябрь 2001). Дата обращения: 19 сентябрь 2012. Архивировано 17 октябрь 2012 года.
  6. Душанбе. Энциклопедия. / Главный научный редактор Диноршоев М. Д.. — Душанбе: Главная научная редакция Таджикской Национальной Энциклопедии, 2004. — С. 25. — 132 с. — ISBN 5-89870-071-4.
  7. Душанбе. Энциклопедия. / Главный научный редактор Диноршоев М. Д.. — Душанбе: Главная научная редакция Таджикской Национальной Энциклопедии, 2004. — С. 27. — 132 с. — ISBN 5-89870-071-4.
  8. Тажикстандың баш ҡалаһы территорияһы яҡында ятҡан райондар иҫәбенә өс тапҡырға ҙурайтыла.