Станка Златева

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Станка Златева
Рәсем
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of Bulgaria.svg Болгария
Тыуған көнө 1 март 1983({{padleft:1983|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (35 йәш)
Тыуған урыны Болгария, Крушаре[d]
Һөнәр төрө рестлер
Ҡатнашыусы Олимпиада уйындары 2012, Летние Олимпийские игры 2008[d], Йәйге Олимпия уйындары 2004[d], Вольная борьба на летних Олимпийских играх 2008 — до 72 кг[d] һәм Wrestling at the 2012 Summer Olympics – Women's freestyle 72 kg[d]

Станка Златева Христова (болг. Станка Златева Христова; 1983 йылдың 1 мартында тыуған) — болгар спортсыһы, ирекле стиль көрәшсеһе, Олимпия уйындарында (2008 и 2012) ике тапҡыр көмөш миҙал яулай, күп тапҡырҙар донъя, Европа һәм Болгария чемпионы. 2004 йылда Афинала булып үткән Олимпия уйындарында ҡатын-ҡыҙҙар көрәшендә ҡатнашҡан берҙән-бер болгар спортсы ҡатын-ҡыҙы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1983 йылдың 2 мартында Болгарияның Сливен өлкәһендәге Крушаре ауылында тыуа.

1997 йылдан ирекле көрәш менән шөғөлләнә. Ямбол ҡалаһында «Пьер де Кубертен» спорт мәктәбен тамамлай. Демир Демирев уның тәүге тренеры була, артабан —танылған болгар тренеры Симеон Штеревта шөғөлләнә. «Борба һәм самбо» (Ямбол), «Васил Илиев» (Кюстендил), «Левски» (София) клубтары өсөн сығыш яһай.

Ирекле көрәш буйынса биш тапҡыр донъя һәм алты тапҡыр Европа чемпионы. 2008 йылда Пекинда һәм 2012 йылда Лондонда[1] үткән Олимпия уйындарының көмөш призеры. 2012 йыл Олимпия уйындарын ябыу тантанаһында Болгария флагын тотоп бара.

2007, 2010 и 2011 йылдарҙа Болгарияның Йыл спортсыһы тип таныла. 2016 йылда спортсы карьераһын тамамлай һәм тренер булып эшләй башлай.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]