Иҫке Ҡалмаш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Старокалмашево битенән йүнәлтелде)
Ауыл
Иҫке Ҡалмаш
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Саҡмағош районы

Координаталар

55°07′27″ с. ш. 54°49′31″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Телефон коды34796
Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 256 850 001

ОКТМО коды

80 656 450 101

ГКГН номеры

0520956

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Иҫке Ҡалмаш (Рәсәй)
Иҫке Ҡалмаш
Иҫке Ҡалмаш
Иҫке Ҡалмаш (Башҡортостан Республикаһы)
Иҫке Ҡалмаш


Иҫке Ҡалмаш (рус. Старокалмашево) — Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 1849 кеше булған[1]. Почта индексы — 452206, ОКАТО коды — 80256850001.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 1849 863 986 46,7 53,3

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Гагарин урамы 2008 йылдың 20 июнь кисендә

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Район үҙәгенә тиклем (Саҡмағош): 12 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Бүздәк): 79 км

Ауыл тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫке Ҡалмаш ауылының ошо исемдәге йылға буйында урынлашыуы хаҡында 1709 йылда яһаҡлы крәҫтиән Ф. Г. Черемныйҙың башҡорт Усман Йәнырыҫовтан 3 һум аҡса алып тороуы тураһындағы документта яҙыла. XVIII быуаттың 30-сы йылдарынан алып Иҫке Ҡалмаш этник йәһәттән ҡатнаш ауылға әүерелә. 1730 йылдан 1739 йылға тиклем Дыуанай улусы башҡорттары яҙмалары буйынса, ауыл ерҙәренә мишәрҙәр индерелә. 1784 йылдан башлап керҙәшлек килешеүе буйынса бында типтәрҙәр ҙә йәшәй. XIX быуат башынан алып бында татар дәүләт крәҫтиәндәре лә төпләнә.

Мәсет

1795 йылғы һәм башҡа йылдарҙағы статистик мәғлүмәттәр 1730 һәм 1739 йылдарҙа мишәрҙәрҙең керҙәшлеге тураһындағы килешеү яҙмаларының булыуын шик аҫтына ҡуя. Сөнки улар 1795 йылдан һуң ғына ауыл общинаһына ҡабул ителгән.

1843 йылда 154 башҡортҡа 56 бот ужым һәм 728 бот яҙғы иген сәселгән, 24 бот картуф ултыртылған. Уларҙың 10 умартаһы булған. 8 мишәр 40 бот ужым һәм 72 бот яҙғы иген сәскән. Ауылда мәсет, 2 тирмән булған.[2]

Башҡорт энциклопедияһы мәғлүмәте буйынса, 2002 йылда ауылда урта мәктәп, 2 балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет була.[3]

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]