Эстәлеккә күсергә

Старостин Михаил Леонтьевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Старостин Михаил Леонтьевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 24 февраль 1955({{padleft:1955|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})[1] (69 йәш)
Тыуған урыны Октябрьский, Башҡортостан Республикаhы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө спортсы

Старостин Михаил Леонтьевич (24 февраль 1955 йыл) — спортсы. Спидвей буйынса СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1976), Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2002). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1997).

Михаил Леонтьевич Старостин 1955 йылдың 24 февралендә[2] Башҡорт АССР-ының Октябрьский ҡалаһында тыуған, унда спидвей менән шөғөлләнә; тәүге тренеры — Ворсин Михаил. Уңышлы һөҙөмтәләр күрһәткән бәйгесене Өфөнән «Башҡортостан» клубына саҡыралар, карьераһының күп өлөшөн был клуб өсөн үткәрә (1973—1996). Ошо ваҡыт эсендә Старостин күп тапҡыр РСФСР-ҙың һәм СССР-ҙың команда һәм шәхси зачетында күп тапҡыр чемпион була, ике тапҡыр донъяның шәхси чемпионатының финалына үтә, бер нисә тапҡыр СССР йыйылма составында сығыш яһай. 1975 йылда составында Старостин менән СССР йыйылма командаһы донъя чемпионтының көмөш призеры була, әммә финалда уҙышсы бер сығыш та яһамай.

1974 йылда Бөйөк Британияла уҙған халыҡ-ара ярыштарҙан һуң, спортсыға Англияла ҡалырға тәҡдим итәләр, әммә ул баш тарта[3]

1997 йылда Октябрьскийға «Лукойл» командаһына ҡайта. 2002 йылда 47 йәшендә ул спорт карьераһын тамамлай, тренерлыҡ эшенә күсә, уның менән 2008 йылға тиклем шөғөлләнә.

Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, «Башҡортостан Республикаһында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» айырмалыҡ билдәһе менән бүләкләнә[4].

  • Юниорҙар араһында спидвей буйынса СССР/БДБ чемпионаты:
шәхси зачетта — 1-се урын (1974)
  • Спидвей буйынса СССР/БДБ чемпионаты
шәхси зачетта — 1-се урын (1979, 1980, 1981, 1983, 1990), 2-се урын (1982, 1987), 3-сө урын (1977, 1978, 1984, 1991, 1992)
команда иҫәбе буйынса — 1-се урын (1979, 1981, 1982, 1983, 1988), 2-се урын (1975, 1976, 1980, 1984), 3-сө урын (1974, 1977, 1978, 1985, 1989, 1992)
  • СССР халыҡтары Спартакиадаһы
шәхси зачетта — 1-се урын (1979, 1983, 1990), 2-се урын (1986)
команда иҫәбе буйынса — 1-се урын (1979, 1983, 1986)
  • СССР кубогы
парлы. зачетта — 1-се урын (1988)
  • Спидвей буйынса Рәсәй чемпионаты
команда иҫәбе буйынса — 1-се урын (1993, 1997, 1999, 2000), 2-се урын (1995, 1998, 2001, 2002)
шәхси зачетта — 1-се урын (1975, 1981, 1985, 1986, 1987, 1990, 1991), 2-се урын (1976, 1982, 1988, 1989, 1997, 1998, 2000)
парлы. зачетта — 3-сө урын (1998, 2000)
  • Рәсәй халыҡтары Спартакиадаһы
шәхси зачетта — 1-се урын (1975, 1986, 1990),
команда иҫәбе буйынса — 1-се урын (1983), 2-се урын (1986), 3-сө урын (1990)

Халыҡ-ара ярыштарҙа

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Спидвей буйынса Европа чемпиондары Кубогы — 3-сө урын (1998), 2-се урын (2000, 2001) (барыһы ла — «Лукойл» өсөн)
Спидвей буйынса чемпиондар Кубогы — 4-се урын (1991)
Парҙар араһында донъя чемпионаты— 6-сы урын ½ финалда (1991, 1992- ¼ финалда ғына)
Командала донъя чемпионаты— 4-се урын (1976, континенталь финалда, 1981), 6-сы урын (1978), 5-се урын (1979), 7-се урын (1980, 1982, 1983), 11-се урын (1993), 9-сы урын (1999)
Шәхси дрнъя чемпионаты — 14-се урын европа финалында (1974), 12-се урын континенталь финалда (1975, 1987), 16-сы урын континенталь финал (1976), 12-се урын континенталь ½ финал (1978, 1994), 13-сө урын (1979), континенталь финалы 7-се (1980), 11-се урын континенталь ½ финал (1981), 16 урын (1982), 10-сы урын континенталь финал (1983), 11-се урын континенталь финал (1984), 13-сө урын континенталь ½ финал (1985), 13-сө урын континенталь финал (1986), 10-сы урын континенталь ¼ финал (1988), 16-сы урын донъя ½ финалында (1991), 8-се урын континенталь ½ финал (1992), 9-сы урын континенталь ½ финал (1993)
Гран-при 1997 Челлендж: 7-се урын һайлап алыу ярыштарында.
Гран-при 1999 Челлендж: 13-сө урын континенталь ½ финалда
  • «Австрияның Алтын шлемы» эйәһе (1976)
  • «Алтын алиһә» призын яулаусы (1980, Италия)
  • Балтик диңгеҙе Кубогын ике тапҡыр еңеүсе (1976, 1991)
  • Болғар гәзите «Народен младеж» (1987) призына турнир еңеүсеһе