Эстәлеккә күсергә

Стәрлебаш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Стерлибашево битенән йүнәлтелде)
Стәрлебаш
Стәрлебаш
Флаг Герб
Флаг Герб
Ил

Рәсәй

Координаталар

53°26′14″ с. ш. 55°15′31″ в. д.HGЯO

Һанлы танытмалар
ОКАТО коды

80 248 845 001

ОКТМО коды

80 648 445 101

ГКГН номеры

0013347

Стәрлебаш (Рәсәй)
Стәрлебаш
Стәрлебаш

Стәрлебаш (рус. Стерлибашево) — Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районындағы ауыл, район үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 5930 кеше[1]. Почта индексы — , ОКАТО коды — 80248845001.

Стәрлебаш районының үҙәге булған Стәрлебаш ауылы Стәрле йылғаһының үрге ағымында урынлашҡан. 1680 йылда Тәлтем-Юрматы улусы Илсек-Тимер түбәһендә көн иткән аҫаба башҡорттар һәм ерһеҙ башҡорттар (керҙәштәр) ауылға нигеҙ һала. XVIII быуат башында был ауылға яһаҡ татарҙары индерелә.

1751 йылда Ырымбур янындағы Ҡарғалы ауылынан сыҡҡан сауҙа итеүсе татарҙар ошо ауыл башҡорттарынан ер һатып ала. Һатып алынған ерҙәрҙә сауҙа менән шөғөлләнгән татарҙарҙың Айҙарәле, Ибрай һәм Йәшергән ауылдары хасил була[2].

1809 йылғы килешеү буйынса Стәрлебаш ауылына Стәрлетамаҡ өйәҙенә ҡараған II мишәр кантоны составына ингән мишәрҙәр ҙә килеп төпләнә. VIII рәүиз материалдары буйынса, ауылда IX башҡорт кантонының (Ырымбур өйәҙендә торған) 92 ерһеҙ башҡорто, 409 татар һәм 24 мишәр йәшәй[2].

1859 йылда Стәрлебаш ауылындағы 125 ихатала 360 ир-егет һәм 307 ҡатын-ҡыҙ көн итә. 1859 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа 26 ихатала йәшәгән мишәрҙәр, 132 татар (крәҫтиәндәр) айырым теркәлә. 52 ихатала йәшәгән башҡорттарҙың 226-һы ир-егет, 187-һе ҡатын-ҡыҙ[2].

Ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XIX быуатта үткәрелгән рәүиз материалдарында Стәрлебаш ауылы башҡорттары араһында ике ҡатын алып йәшәгәндәре лә билдәләнә. Мәҫәлән, зауряд-хорунжий Сиражетдин Бикмөхәмәтов (ҡатындары: 30 йәшлек Рөдифә һәм 25 йәшлек Рәхимә), указлы имам Харис Ниғмәтуллин (ҡатындары: 40 йәшлек Зәйнәп, 22 йәшлек Файза), Рафиҡ Ҡорманғәлиев (ҡатындары: 46 йәшлек Си...баныу һәм 40 йәшлек Зәммиһылыу), Әхмәҙей Әхмәров (41 йәшлек Фәхриямал һәм 36 йәшлек Фариза), Мөхәмәтйәр Әминев (59 йәшлек Хәбибямал һәм 46 йәшлек Зөһөрә), Ғирфан Мәхмүтов (55 йәшлек Зөһөрә һәм 44 йәшлек Нәзифә) шундай ир-егеттәр иҫәбенә инә.

1917 йылда Рәсәй Ваҡытлы хөкүмәте Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы ойоштора. Был рәүиз материалдарында ла ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр теркәлә: Стәрлебаш ауылындағы 476 ихатала 2 785 башҡорт, 2 ихатала — 20 татар, 2 ихатала — 16 ҡырғыҙ (йәғни ҡаҙаҡ), 1 ихатала 6 урыҫ йәшәүе билдәләнә. Ә бына 1920 йылғы советтәр үткәргән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу Стәрлебаш ауылының икәү булыуын билдәләй. Уларҙағы 491 ихатала 2 619 кеше (1 181 ир-егет һәм 1 438 ҡатын-ҡыҙ) йәшәүе теркәлә. 1925 йылдан һуң ике ауыл ҡушылып, үтә ҙур ауыл хасил була[2].

Стәрлебаш ауылы бик борондан суфыйлыҡ һәм мосолман дине әһелдәрен әҙерләүсе үҙәктәрҙең береһе була. Сытырман мәҙрәсәһенең 1720 йылдан алып эшләүе билдәле. Стәрле һәм Ҡуғанаҡ йылғалары үҙәндәрендә төпләнгән ауылдар халҡы Тәлтем-Юрматы улусының Илсек-Тимер түбәһенә ҡарай.

Юрматы башҡорттары бер юлы ике Мәҡсүт ауылына нигеҙ һала. Был ауылдарҙың береһе, Ашҡаҙар йылғаһы үҙәнендә урынлышып, Аҙнай түбәһенә, ә икенсеһе Стөрле йылғаһының түбәнге ағымында ята һәм Илсек-Тимер түбәһенә ҡарай.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 5930 2783 3147 46,9 53,1

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]