Стефана Велизар Теодоряну

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Стефана Велизар Теодоряну
Рәсем
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of Romania.svg Румыния
Фамилия Теодоряну[d]
Тыуған көнө 17 октябрь 1897({{padleft:1897|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})
Тыуған урыны Санкт-Мориц[d]
Вафат булыу көнө 31 май 1995({{padleft:1995|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (97 йәш)
Вафат булған урыны Румыния
Ерләнгән урыны кладбище Беллу[d]
Һөнәр төрө шағир, тәржемәсе, яҙыусы
Commons-logo.svg Стефана Велизар Теодоряну Викимилектә

Стефана Велизар Теодоряну (17 октябрь 1897, Санкт-Мориц — 30/31 май 1995) — румын романсыһы, шағир һәм тәржемәсе; яҙыусы Йонель Теодорянуның ҡатыны[1][2]. Ул әҙәбиәткә ире тарафынан дәртләндерелгән, попоран традиционализмының һуңғы вәкиле була һәм уны румын православиеһына бәйле «әхлаҡи темалар» менән тулыландыра. Икенсе донъя һуғышында барлыҡҡа килгән тәүге эштәре күберәген эске конфликттарға һәм үҙе кеүек төпкөлдә йәшәүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙың «әхлаҡи триумфына» арналған. Үҙенең әҫәрҙәре менән иренең эштәрен тулыландырып, Стефана Теодоряну үҙ ваҡытында тәнҡитселәрҙең маҡтауына лайыҡ була, әммә аҙаҡтан «идиллик» һәм «дидактик китаптары» өсөн уларҙан кире баһалама ала.

Ире кеүек антикоммунист булараҡ, Велизар Румынияла коммунистик режим тарафынан эҙәрлекләнгән яҙыусыларға һәм сәйәси эшмәкәрҙәргә ярҙам итә. Ул артабан да баҫтырып сығарыуҙы дауам итә, башлыса, уртаҡ тәржемә эштәренә күсә (1960 йылдар аҙағында) һәм рус әҙәбиәте классиктарын румын теленә тәржемә итеп танылыу ала. Шул уҡ ваҡыт арауығында ул тол ҡала — ғаиләгә «коммунистик баҫымдың» ҡыҙған осоронда ире үлеп китә: кейәүе Пэсторель, шулай уҡ дуҫы Дина Пилл да төрмәгә ябыла, ә күп кенә таныштары Румыниянан ҡаса. Һуңыраҡ, ваҡиғалар ыңғайға киткәс, Велизар тымыҡ һәм тыныс тормош менән йәшәй башлай, һәм, ахыр сиктә, Văratec монастырына китә. Уның һуңғы эштәре Теодореану менән мөнәсәбәттәре тураһындағы хәтирәләрҙән, шулай уҡ Пилл ғаиләһенә ебәргән хаттарҙың баҫмаларынан тора.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иртә тормошо һәм беренсе әҙәби сығышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Стефана Швейцарияның курорт ҡалаһы Санкт-Морицта тыуа; атаһы илсе Lupaşcu Ştefan (1872—1946) һәм әсәһе француз подданныйы Мария Мазурье. Стефананың атаһы, масондар ойошмаһы бүлегенең юғары вазифалы ағзаһы булараҡ, сығышы менән Молдавия алпауыттарынан була. Атаһының илселек һәм эш сәфәрҙәрендә йыш булыуы менән бәйле, Стефананы нигеҙҙә румын туғандары тәрбиәләй.

Стефана Францияла башланғыс мәктәптә уҡый. Һуңынан Бухареста ҡыҙҙар өсөн үҙәк мәктәпте тамамлай. Беренсе донъя һуғышы ваҡытында ике туған ағайҙары Делаверзан, Селла һәм Хенриетала менән Яссала йәшәй, нәҡ улар аша беренсе тапҡыр 1916 йылда юрист һәм сәйәсмән Освальд Теодорянуның улы студент һәм йәш яҙыусы Ионель Теодорянуны осрата. Стефананың һүҙҙәре буйынса, ул уны шунда уҡ «ҡара күҙҙәре» һәм тәүге әҙәби тәжрибәләре менән йәлеп итә. 1919 майына Ионелдең Стефанаға арналған мөхәбәт шиғырҙары «Әҙәби журналда» баҫылып сыға.

1920 йылда Стефана Ионелға кейәүгә сыға: тантанала Viaţa Românească әҙәби түңәрәге ағзалары ҡатнаша, шул иҫәптән Ибрэиляну Гарабет та була. Шулай итеп, ул билдәле юморист Пэсторелдең килене булып китә. Тиҙҙән никахтан ике балаһы тыуа: игеҙәктәр Штефан «Цефон» (йәки «Афан») һәм Освальд «Гого». Йәш ғаилә Яссала Когэлничану урамында йәшәй, һәм оҙайлы ваҡыт Александр Филиппед һәм Петр Пони менән күрше йәшәйҙәр. Ғаиләнең яҡын дуҫы булып романсы Михаил Садовяну һанала, 1934 йылда уның менән улар Төркиәгә баралар.

Стефана Viaţa Românească салонының йыш ҡунағы була; 1929 йылда үҙ эше менән Bilete de Papaga журналында баҫылып сыға. Стефана шулай уҡ Revista Fundaţiilor Regale һәм Familia журналдары менән хеҙмәттәшлек итә. Псевдонимы «Велизар» иренең төп әҫәре — «Меделие» романында ҡулланыла (1925).

Романдарҙың икенсе донъя һуғышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1938 йылда Бухарест ҡалаһына күсә, хәҙер ғаилә Ромулус урамында айырым йортта йәшәй. Уларҙың шулай уҡ Михай Эминеску урамында ла йорттары була, уны Ионел Йәһүд общинаһы федерацияһынан адвокат сифатындағы хеҙмәте өсөн ала. Велизар үҙе Икенсе донъя һуғышына тиклем «Calendar vechi» (Иҫке календарь) романын баҫтырып сығара һәм уның өсөн Румын интеллектуалдар ассоциацияһынан премия ала. Был китаптан һуң 1940 йылда «Viaţa cea de toate zilele» (Повседневная жизнь), ә 1943 йылда лирик китабы «Cloşca cu pui» (Курица и девочка) донъя күрә.

Теодорянуның «ҡатын-ҡыҙ һулышлы» булғаны өсөн тәнҡитләнгән прозаһы биҙәкләү һәм лирик йүнәлешле була. 1939 йылдың июлендә баһалаусы Эуген Ловинеска Теодорянуның «бик нескә таланты» ул ваҡыттағы ҡатын авторҙарҙан бер яҡ ситтә тора: уның әҫәрҙәрендә Целла Сергиның һәм Лючия Деметриустың «психологик эротизмы» ла, Сорана Гуриандың «дәртәләндергес хислелеге» лә юҡ тип яҙа. Тикшеренеүсе Елена Панаит әйтеүенсә, персонаждар төҙөү кимәлендә лә, шулай уҡ әҙәби яҙмалар күҙлегенән ҡарағанда ла, Теодоряну әҫәрҙәрендә Рабиндранат Тагор, Лев Толстой , Иван Тургеневтың һиҙелерлек эҙҙәре бар. Стефана үҙе олоғайғансы Тагорҙы яратып уҡый.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Bianca Burța-Cernat Fotografie de grup cu scriitoare uitate: proza feminina interbelică — Bucharest: Cartea Românească, 2011. — Burța-Cernat б. — ISBN 978-973-23-2946-7.
  • Ion Lazu Odiseea plăcilor memoriale — Bucharest: Editura Biblioteca Bucureștilor, 2012. — Burța-Cernat б. — ISBN 978-606-8337-37-1.