Стремовский Владимир Азарович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Стремовский, Владимир Азарович
Файл:СТРЕМОВСКИЙ ВЛАДИМИР АЗАРОВИЧ.jpg
Тыуған көнө

15 май 1917({{padleft:1917|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})

Тыуған урыны

селе Цибулёво, Херсонская губерния, Россия

Вафат көнө

1983({{padleft:1983|4|0}})

Вафат урыны

СССР

Ил

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Ғилми даирәһе

Юриспруденция, криминалистика

Эшләгән урыны

Кубанский государственный университет

Альма-матер

Харьковский юридический институт

Ғилми дәрәжәһе

доктор юридических наук

Ғилми исеме

профессор

Ниндәй өлкәлә танылған

Специалист по советскому уголовному процессу и криминалистике

Награда һәм премиялары

1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы Медаль «За победу над Германией в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.»

Стремовский Владимир Азарович (15 май 1917 йыл, Цибулёво, Херсон губернаһы, Рәсәй империяһы — 1983 йыл, СССР) — совет ғалим-юрисы, юридик фәндәр докторы, Кубань университетының енәйәт процесы кафедра профессоры (1970—1980)[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1917 йылдың 15 майында (2 май) Рәсәйҙең Херсон губернаһы Цибулево ауылында тыуған.

1940 йылда Харьков юридик институтын тамамлай, аспирантурала ҡала.

Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән Ҡыҙыл Армияға саҡырыла, Белоруссияла оборона алыштарында һәм Мәскәүҙе һаҡлауҙа ҡатнаша. Һуғышты Көнсығыш Пруссияла тамамлай. Фронтта «Мәскәүҙе обороналаған өсөн», «1941 — 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалдары һәм башҡа наградалар менән бүләкләнә.

1945—1960 йылдарҙа Харьков өлкәһе прокуратураһында тәфтишсе һәм прокурор-криминалис булып эшләй, бер үк ваҡытта Харьков юридик институтының енәйәт хоҡуғы һәм процесы кафедраһында, СССР КГБ юғары мәктәбендә, СССР Генераль прокуратураһы тәфтишселәренең квалификацияһын күтәреү курстарында уҡыта.

1955 йылда «Совет енәйәт процесында алдан тикшереү (төп мәсьәләләр)» темаһына диссертация яҡлай. 1960 йылда тулыһынса ғилми һәм уҡытыу эшенә күсә, Ростов дәүләт университетының енәйәт хоҡуғы һәм процесы кафедраһында буласаҡ юристарҙы уҡыта. Бында ул 1970 йылға тиклем эшләй.

1967 йылда «Совет енәйәт процесында алдан тикшереүҙең асылы һәм ҡатнашыусылары» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.[2].

1970 йылда Кубань дәүләт университетының (Краснодар) енәйәт процесы кафедраһы профессоры вазифаһында уҡыта башлай.

Енәйәт процесы, криминалистика, прокурор күҙәтеүе өлкәһендә 130-ға яҡын ғилми хеҙмәт (шул иҫәптән 14 монография һәм уҡыу әсбабы) яҙған.

1983 йылда вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Библиографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Предварительное расследование в советском уголовном процессе (1958)
  • Участники предварительного следствия в советском уголовном процессе (1966)
  • Сущность и участники предварительного следствия в советском уголовном процессе (1967)
  • Вопросы дальнейшего совершенствования законодательства о защите на предварительном следствии, структуре и деятельности следственного аппарата в СССР[4]

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]