Стәрлетамаҡ медицина колледжы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Стәрлетамаҡ медицина колледжы
Нигеҙләү датаһы 1935
Рәсми атамаһы Стерлимакская акушерская школа, Стерлитамакская фельдшерско-акушерская школа, Стерлитамакский медицинский техникум, Стерлитамакское медицинское училище, Стерлитамакский медицинский колледж һәм Стәрлетамаҡ медицина колледжы
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Стәрлетамаҡ
Рәсми сайт ster-mk.ru/index.php
Карта

Стәрлетамаҡ медицина колледжы (рус. Стерлитамакский медицинский колледж) — Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһында урынлашҡан урта медицина уҡыу йорто. Күмертауҙа 1990 йылда уның филиалы асыла.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1935 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында акушерҙар мәктәбе булараҡ асыла, 1939 йылдан фельдшер-акушерҙар мәктәбе, 1947 йылдан медицина техникумы, 1954 йылдан — медицина училищеһы, ә 2003 йылдан медицина колледжы тип үҙгәртелә.

1990 йылда Күмертау ҡалаһында үҙ филиалын аса.

Был уҡыу йорто 2015 йылға ҡарата 17 мең белгес әҙерләп сығара, улар араһында П. А. Горошек, З. Ғ. Ғәбиҙуллин, Х. С. Фәхретдиновалар бар.

Тасуирланышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Көндөҙгө бүлектә уҡытыу түбәндәге һөнәрҙәр буйынса алып барыла: акушерлыҡ эше, лаборатор диагностика, дауалау эше, шәфҡәт туташы эше, ортопедик стоматология, фармация.

Колледжда ике музей эшләй (колледж тарихы һәм медицина халаты тарихы), дөйөм ятағы бар. Колледждың лаборатор корпусы бинаһы (Баҡса урамы, 35; 1895 йылда төҙөлгән) архитектура ҡомартҡыһы булып иҫәпләнелә. Дөйөм ятаҡ бинаһында, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған уҡыусыларға арнап, мемориаль таҡта ҡуйылған.(1985[1]).

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]