Рәсәйҙең суд системаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Судебная система России битенән йүнәлтелде)

Рәсәйҙең суд системаһы  — Рәсәй Федерацияһы территорияһында суд эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыусы махсуслаштырылған дәүләт власы органдары (судтар) системаһы.

Төп положениелар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй Федерацияһында суд власы::

  • судьялар һәм закон менән билдәләнгән тәртиптә суд эшмәкәрлеген башҡарыу өсөн йәлеп ителеүсе присяжный ултырышсылар һәм арбитраж ултырышсылар йөҙөндә тик судтар тарафынан ғына ғәмәлгә ашырыла («Рәсәй Федерацияһының суд системаһы тураһында» 31.12.1996 № 1-ФКЗ Федераль конституцион закондың 1-се статьяһы (05.02.2014 редакцияһында). Башҡа органдар йәки кешеләр суд эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеү хоҡуғына эйә түгел;
  • үҙ аллы һәм закондар сығарыу һәм башҡарма властарҙан бойондороҡһоҙ эш итә;
  • конституцион, граждан, административ һәм енәйәт эше буйынса суд башҡарыу ярҙамында тормошҡа ашырыла.

Суд системаһы тураһында ҡануниәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй Федерацияһының суд системаһы Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы һәм «Рәсәй Федерацияһының суд системаһы тураһында» Федераль конституцион закон менән урынлаштырыла.

Суд системаһының берҙәмлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй Федерацияһы суд системаһының берҙәмлеге түбәндәге юлдар менән тәьмин ителә:

  • Рәсәй Федерацияһы суд системаһын Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы һәм «Рәсәй Федерацияһының суд системаһы тураһында» Федераль конституцион закон менән урынлаштырыу;
  • бөтә федераль судтарҙың һәм мировой судьяларҙың федераль закондар менән нығытылған суд башҡарыу ҡағиҙәләрен үтәүе;
  • бөтә судтарҙың Рәсәй Федерацияһы Конституцияһын, федераль конституцион закондарҙы, федераль закондарҙы, халыҡ-ара хоҡуҡтың дөйөм ҡабул ителгән принциптарын һәм нормаларын һәм Рәсәй Федерацияһының халыҡ-ара договорҙарын, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы субъекттарының конституцияларын (уставтарын) һәм башҡа закондарын ҡулланыуы;
  • Рәсәй Федерацияһының бөтә территорияһында закон көсөнә ингән суд ҡарарҙарын үтәүҙең мотлаҡ булыуын таныу;
  • судьялар статусының берҙәмлеген закон менән нығытыу;
  • федераль судтарҙы һәм мировой судьяларҙы федераль бюджеттан финанслау.

Рәсәй Федерацияһының Юғары суды[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2014 йылдың 12 мартында ҡабул ителгән № 5-ФКЗ Федераль конституцион закон көсөнә ингәндән алып Рәсәй Федерацияһының Юғары суды Рәсәй Федерацияһының дөйөм юрисдикция судтары системаһына инмәй.

Рәсәй Федерацияһы Юғары суды составы:

  • Рәсәй Федерацияһының Юғары суды пленумы
  • Рәсәй Федерацияһының Юғары суды президиумы
  • Апелляция коллегияһы
  • Административ эштәр буйынса суд коллегияһы
  • Енәйәт эштәре буйынса суд коллегияһы
  • Граждан эштәре буйынса суд коллегияһы
  • Иҡтисади бәхәстәр буйынса суд коллегияһы
  • Хәрби хеҙмәткәрҙәр эштәре буйынса суд коллегияһы
  • Дисциплинар коллегия
  • Рәсәй Федерацияһының Юғары суды аппараты
  • Рәсәй Федерацияһының Юғары судында судьялар берлеге органдары
  • Рәсәй Федерацияһының Юғары суды ҡарамағындағы Ғилми-Консультатив Совет.


Дөйөм юрисдикция судтары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дөйөм юрисдикция суды — граждан, енәйәт эштәре һәм административ хоҡуҡ боҙоуҙарҙан килеп сыҡҡан эштәр, шулай уҡ дөйөм юрисдикция судтарында ҡарала торған башҡа эштәр буйынса суд эшмәкәрлеге алып барыусы суд. Рәсәй Федерацияһында дөйөм юрисдикция судтарына түбәндәгеләр ҡарай: Рәсәй Федерацияһы составындағы республикаларҙың юғары судтары, край, өлкә судтары, автономиялы өлкә суды, автономиялы округтар судтары, Мәскәү, Санкт-Петербург һәм Севастополь ҡала судтары, район (ҡала) судтары, хәрби судтар системаһы.

Дөйөм юрисдикция судтарындағы федераль судтарға шулай уҡ махсус судтар ҙа инә (улар ғәҙәттән тыш судтар түгел, һәм уларҙың барлыҡҡа килеүенә ғәҙәттән тыш хәлдәр сәбәпсе түгел). Әлеге ваҡытта Рәсәй Федерацияһында Интеллектуаль хоҡуҡтар буйынса махсус суд ойошторола[1]. Суд системаһының үҫеш концепцияһында административ, ювеналь һәм миграция судтары кеүек махсус судтар ойоштороу ҙа ҡарала.

Бөтә кимәл дөйөм юрисдикция судтарының эшмәкәрлеген автоматлаштырыу өсөн «Правосудие» Рәсәй Федерацияһы дәүләт автоматлаштырылған системаһы (ГАС «Правосудие») файҙаланыла.

Рәсәй Федерацияһы субъекттарының дөйөм юрисдикция судтары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Улар енәйәт, граждан, административ һәм суд эшмәкәрлегенең башҡа төрҙәрен алып бара. Рәсәй Федерацияһы субъекттары судтары урта звено судтары булып тора. Улар һәр суд районы территорияһында эш итеүсе район судтарының туранан-тура өҫтөндә тороусы суд инстанцияһы һәм апелляция инстанцияһы булып тора.

Район судтары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Район суды — дөйөм юрисдикция судтарының төп звеноһы, унда беренсе инстанциялағы эштәр һәм мировой судьяларға ҡарата апелляция инстанцияһындағы эштәр ҡарала. Ул суд районы территорияһында эш иткән мировой судьяларға ҡарата юғарғы суд инстанцияһы һанала. Мировой судьяларға ҡарағанда ҡатмарлыраҡ эштәрҙе ҡарай.

Мировой судьялар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мировой судья ҡарай торған граждан эштәре Рәсәй Федерацияһының Граждан-процессуаль кодексының 23-сө статьяһында билдәләнә.

Мировой судья Федераль закон менән уның компетенцияһына индерелгән эштәрҙе үҙе генә ҡарай. Суд участккаларына бүленеш, мировой судьяларҙың һәм суд участкаларының һаны «Рәсәй Федерацияһы субъекттарында мировой судьяларҙың дөйөм һаны һәм суд участкаларының һаны тураһында» № 218-ФЗ Федераль законы менән билдәләнә.

Хәрби судтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәрби (флот) округ судтары — Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәрендә эш итеүсе РФ судтары, улар Рәсәй Федерацияһының берҙәм суд системаһына инә. Элек хәрби трибунал тип аталғандар. Хәрби судтар системаһы Рәсәй Юғары судының хәрби коллегияһынан (юғары звено); Ҡораллы Көстәрҙең, округтарҙың, ғәскәри төркөмдәрҙең хәрби судтарынан; армияларҙың, соединениеларҙың, флотилияларҙың, гарнизондарҙың (беренсе звено) хәрби судтарынан тора.

Арбитраж судтары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Арбитраж судтары федераль суд булып тора. Улар юридик шәхестәр араһында килеп тыуған иҡтисади бәхстәрҙе ҡарай.

Округтарҙың арбитраж судтары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Округтарҙың арбитраж судтары Рәсәй Федерацияһы субъекттарының арбитраж судтары һәм округҡа ҡараған арбитраж апелляция судтары ҡабул иткән ҡарарҙарҙы тикшерә.

Рәсәй Федерацияһы субъекттарының арбитраж судтары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Юридик шәхестәр, индивидуаль эшҡыуарҙар, шулай уҡ улар менән дәүләт органдары араһында граждан һәм административ суд башҡарыу мәсьәләләре буйынса килеп тыуған бәхәстәрҙе ҡарайҙар һәм хәл итәләр; иҡтисади һәм законда ҡаралған хоҡуҡи мөнәсәбәттәрҙән килеп тыуған башҡа эштәрҙе беренсе инстанция суды булараҡ ҡарайҙар.

Рәсәй Федерацияһының Конституция суды[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй Федерацияһының Конституция суды — конституция контролен тормошҡа ашырыусы суд органы, конституция суд башҡарыуы аша суд власын үҙ аллы һәм бойондороҡһоҙ тормошҡа ашыра.

Рәсәй Федерацияһы Конституция судының вәкәләттәре, ойошторолоу һәм эшмәкәрлек алып барыу тәртибе Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы һәм «Рәсәй Федерацияһының Конституция суды тураһында» Федераль конституцион закон менән билдәләнә. Рәсәй Федерацияһының Конституция суды Рәсәй Президенты тәҡдим иткән һәм Федерация Советы тарафынан раҫланған 19 судьянан тора.

Рәсәй Федерацияһы субъекттарының конституция (устав) судтары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй Федерацияһы субъектының конституция (устав) суды — Рәсәй Федерацияһында Рәсәй Федерацияһы субъекты тарафынан Рәсәй Федерацияһы субъекты закондарының, Рәсәй Федерацияһы субъектының дәүләт власы органдарының һәм Рәсәй Федерацияһы субъектының урындағы үҙидаралыҡ органдарының норматив хоҡуҡи акттарының Рәсәй Федерацияһы субъекты конституцияһына (уставына) ярашлылығын тикшереү, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы субъекты конституцияһын (уставын) аңлатыу өсөн булдырыла ала («Рәсәй Федерацияһының суд системаһы тураһында» ФКЗ-ның 27-се статьяһы). Финанслау Рәсәй Федерацияһының тейешле субъекты бюджеты средстволары иҫәбенә башҡарыла. Был судтың үҙ вәкәләттәре сиктәрендә ҡабул ителгән ҡарары башҡа суд тарафынан ҡайтанан ҡарала алмай. Рәсәй Федерацияһы Конституция судына буйһонмай һәм уның ҡарамағына инмәй.

Суд статистикаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2010 йыл аҙағына Рәсәй Федерацияһында эш итәләр[2]:

  • республикалар, крайҙар һәм өлкәләрҙең юғары судтары, федераль әһәмиәттәге ҡалалар судтары, автономиялы өлкә һәм автономиялы округтарҙың судтары — барлығы 83;
  • 12 округ (флот) хәрби суды;
  • 2319 район суды;
  • 119 гарнизон хәрби суды, шул иҫәптән Рәсәй Федерацияһынан ситтә ғәскәрҙәр дислокацияланған урындарҙағы 5 суд.

Үрҙә һаналған судтарҙа 21364 судья суд эшмәкәрлеге алып бара.


Ҡануниәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы (бөтә халыҡтың тауыш биреүе юлы менән 12.12.1993 ҡабул ителгән)
  2. «Рәсәй Федерацияһының Конституция Суды тураһында» Федераль конституцион закон, 21.07.1994 № 1-ФКЗ (Федеральных конституционных законов 08.02.2001 № 1-ФКЗ, 15.12.2001 № 4-ФКЗ, 07.06.2004 № 3-ФКЗ, 05.0 05.02.2007 № 2-ФКЗ, 02.06.2009 № 2-ФКЗ, 03.11.2010 № 7-ФКЗ, 28.12.2010 № 8-ФКЗ Федераль конституцион закондары редакцияһында) [1]
  3. «Рәсәй Федерацияһындағы арбитраж судтар тураһында» Федераль конституцион закон, 28.04.1995 № 1-ФКЗ (04.07.2003 № 4-ФКЗ, 25.03.2004 № 2-ФКЗ, 12.07.2006 № 3-ФКЗ, 29.11.2007 № 6-ФКЗ, 28.04.2008 № 2-ФКЗ, 07.05.2009 № 1-ФКЗ, 09.11.2009 № 5-ФКЗ, 29.03.2010 № 2-ФКЗ, 30.04.2010 № 3-ФКЗ Федераль конституцион закондары редакцияһында) [2]
  4. «Рәсәй Федерацияһының суд системаһы тураһында» Федераль конституцион законы, 31.12.1996 № 1-ФКЗ (15.12.2001 № 5-ФКЗ, 04.07.2003 № 3-ФКЗ, 05.04.2005 № 3-ФКЗ, 09.11.2009 № 5-ФКЗ, 27.12.2009 № 9-ФКЗ Федераль конституцион закондары редакцияһында) [3]
  5. «Рәсәй Федерацияһының хәрби судтары тураһында» Федераль конституцион законы, 23.06.1999 № 1-ФКЗ (04.12.2006 № 5-ФКЗ, 29.06.2009 № 3-ФКЗ, 28.11.2009 № 7-ФКЗ, 27.12.2009 № 8-ФКЗ, 30.04.2010 № 3-ФКЗ, 07.02.2011 № 2-ФКЗ Федераль конституцион закондары редакцияһында)
  6. «Рәсәй Федерацияһында дөйөм юрисдикция судтары тураһында» Федераль конституцион законы, 07.02.2011 № 1-ФКЗ
  7. «Рәсәй Федерацияһында судьяларҙың статусы тураһында» Рәсәй Федерацияһы Законы, 26.06.1992 № 3132-1 (28.12.2010 редакцияһында, 29.12.2010 индерелгән үҙгәрештәр менән) [4]
  8. «Рәсәй Федерацияһында мировой судьялар тураһында» Федераль закон, 17.12.1998 № 188-ФЗ (04.03.2014 редакцияһында) [5]

Тәнҡит[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Социолог Сергей Градировский фекеренсә, Рәсәй йәмәғәтселеге суд системаһын власть башындағыларға хеҙмәт итеүсе тип һанай. Ошо сәбәпле ғәҙеллеккә ышаныс юҡ һәм властағыларға закон ҡағылмай тигән фекер йәшәй[3].

Левада-Үҙәк тикшеренеүҙәре күрһәтеүенсә, суд системаһына ышанмау тотош власть менән ҡәнәғәтһеҙлектең бер өлөшө булып тора[4].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Судебная власть / Авт. кол.: Т. Е. Абова, Е. Б. Абросимова, М. В. Боровский; Под ред. И. Л. Петрухина; Институт государства и права РАН. — науч. изд. — М.: Проспект, 2003. — 720 с. — ISBN 5-98032-092-X
  • Лазарев С. Е. Прокуратура и суды в СССР в 1930-е годы // Гражданин и право. — 2015. — № 12. — С. 3-14.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]