Суздаль кремле

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Суздаль кремле
Нигеҙләү датаһы 1222
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Суздаль[d]
Входит в состав списка памятников культурного наследия Культурное наследие России/Владимирская область/Суздаль (часть 1)[d]
Мираҫ статусы Бөтә донъя мираҫының өлөшө[d] һәм объект культурного наследия России федерального значения[d][1]
Указания, как добраться улицы Кремлёвская, Лебедева
Вид с воздуха
Карта
 Суздаль кремле Викимилектә

Суздаль кремле — Суздаль ҡалаһының боронғо өлөшө, археологтар мәғлүмәте буйынса X быуатта төҙөлгән. Кремль Каменки йылғаһының бөгөлөндә, ҡаланың көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан. 2017 йылда Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең ҡарары менән «Кремль ансамбле» федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объекты тип раҫлана[2].

XIXII быуат сиктәрендә бында 1400 м оҙонлоғонда тупраҡ валдар менән ҡәлғә төҙөлә. Валдарҙа бүрәнә диуарҙар һәм башнялар күтәрелә. Кремлдә кенәз һарайы һәм ҡала соборы менән епископ һарайы урынлаша, шулай уҡ кенәз дружинаһы, кенәздең һәм епископтың күп һанлы яҡындары йәшәй.

XV быуаттың икенсе яртыһында оборона ҡоролмалары нығытыла, 1677 йылда 15 башня һәм ҡапҡалар менән ҡарағай бүрәнәләрҙән бурап эшләнгән диуарҙар ҡорола. Бөтә ағас нығытмалар 1719 йылда янып юҡҡа сыға.

Кремль боронғо ҡәлғәнең тупраҡ валдарын һәм йырындарын, бер нисә сиркәү һәм боронғо Раштыуа соборы менән архиерей һарайы ансамблен һаҡлап ҡалған.

Кремлдең архитектура ансамбле[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Богородица Раштыуаһы соборы
Архиерей палатаһы
  • Раштыуа соборы (1222—1225)
  • Архиерей палатаһы (XV—XVIII быуаттар)
  • Никола сиркәүе (1766)

Богородица Раштыуаһы соборы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1222—1225 йылдарҙа эзбизташтан (түбән сифатлы аҡ таш) төҙөлгән, Владимир Мономах ваҡыттарындағы балсыҡ ҡорам урынында тора. Әлеге собор шулай уҡ беҙгә үҙенең тәүге ҡиәфәтендә килеп етмәгән. [./https://ru.wikipedia.org/wiki/XIII_%D0%B2%D0%B5%D0%BA XIII] быуат ҡоролмаһынан тик аркатуралы бүлкәт менән сикләнгән аҫҡы өлөшө һаҡланған, унан юғары диуарҙары XVI быуатта һалынған, әммә инде аҡ таштан түгел, ә кирбестән. Боронғо өлөшө аҡ шыма таштан семәрҙәр менән биҙәлгән. Фасадтарын арыҫлан фигуралары, ҡатын-ҡыҙҙар битлектәре, семәрле орнаменттар биҙәй.

Соборҙың көньяҡ фасады ҡаршыһында 1635 йылда манара төҙөлә, ул һигеҙ ҡырлы сатыр менән тамамлана. XVII быуат аҙағында унда сәғәттәре хәрефтәр менән билдәләнгән куранттар урынлаштырыла. Собор, палаталар һәм уларға үткәүел менән тоташҡан ҡыңғырау ябыҡ күркәм һарай барлыҡҡа килтерә.

Архиерей палатаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Архиерей палаталары комплексы Суздаль сиркәү хакимдары өсөн торлаҡ йорт булараҡ XV—XVIII быуаттар дауамында формалашҡан. Төп бина композицияһы яғынан да, көнкүреш яғынан да собор менән тығыҙ бәйләнгән. XX быуат уртаһында палаталарҙа музей урынлашҡан. Хәҙерге ваҡытта Архиерей палаталарында Суздаль Кремле һәм Суздаль крайы тарихына арналған экспозиция урынлашҡан.

Никола сиркәүе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кремлдең көнбайыш өлөшөндә ағас Никола сиркәүе урынлашҡан, ул 1766 йылда төҙөлгән һәм 1960 йылда Юрьев-Польский районының Глотов ауылынан юҡҡа сыҡҡан XVII быуат сиркәүе урынына күсереп ултыртылған. Никола сиркәүе — ябай һәм боронғо ағас конструкция төрө өлгөһө, әммә формаһының ярашлығын һәм матурлығын юғалтмаған.

Кремль панорамаһы

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Постановление Совета Министров РСФСР № 1327 от 30.08.1960
  2. 04.05.2017 рәсәй мәҙәниәт министрлығы приказы № 703 раҫлау тураһында «федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау „Ансамбле Кремль“ (владимир өлкәһе суздаль ҡалаһында, кремль урамы, 20)»

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]