Суйда (музей-усадьба)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Суйда
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Суйда[d]
Хужаһы Hans Christoffer von Rohr II[d] һәм Абрам Петрович Ганнибал[d]
Входит в состав списка памятников культурного наследия Культурное наследие России/Ленинградская область/Гатчинский район (часть 2)[d]
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d][1]
Рәсми сайт lenoblmus.ru/museums/muz…
Карта
 Суйда Викимилектә

«Суйда» — Рәсәй Федерацияһының Ленинград өлкәһендәге Гатчина районының Суйда ҡасабаһыда торған дүртенсе һанлы йортонда урынлашҡан музей-усадьбаһы. Был музей-усадьба «Музей агентлығы» составындағы Ленинград өлкә дәүләт мәҙәниәт учреждениеһының филиалы булып тора.

Музей-усадьба поместьеның элекке хужаһы, Рәсәй батшаһы Беренсе Петрҙың данлыҡлы ғәрәбе, Абрам Петрович Ганнибалдың — Александр Сергеевич Пушкиндың ҡартатаһы йәшәгән йортоноң флигелендә урынлашҡан. Был Суйдалағы усадьбаһын тәртипкә килтереп төҙөгәнгә тиклем, Абрам Петрович Ганнибалдың төп имениеһы булып хәҙерге Эстония территорияһында урынлашҡан Карьякула ауылы торған.

1986 йылда Суйда ҡасабаһында йәшәгән, тарихты яратҡан, тыуған яҡты өйрәнеүсе Андрей Вячеславович Бурлаков тарафынан йәмәғәт башланғысында Суйда ҡасабаһы тарихы музейы асылған, ләкин 1993 йылда музей ябыла. 1999 йылда властар тарафынан музей-усадьба Дәүләт музейы булараҡ тергеҙелә. Музейҙың беренсе директоры Андрей Вячеславович Бурлаков була. Ул музей директоры вазифаһын 2008 йылдың башына тиклем башҡара. Хәҙерге көндә музейҙың мөдире булып Авикайнен Ирина Владимировна эшләй.

Суйда ҡасабаһындағы музей Аврам Петрович Ганнибалдың тормошон һүрәтләй, музей-усадьбала Ганнибалдың үҙенең ысын тотонған әйберҙәре ҡуйылған: уның китапханаһынан алынған китаптар, бронза шәмдәлдәр, шкатулкалар, тәмәке төрөпкәһе, саф көмөш балғалаҡ һәм башҡа бик күп әйберҙәр. Музейҙағы бөтә экспонаттарҙы ла Ганнибалдың вариҫтары, шағир А. С. Пушкин ижадын өйрәнеүсе белгестәр, Суйда ҡасабаһында электән йәшәүсе оло кешеләр бүләк итеп тапшырған. Хәҙерге көндә Ленинград өлкәһендәге Суйда музей-усадьбаһында 1000-гә яҡын һаҡлау берәмеге бар. Риүәйәттәрҙә әйтелеү буйынса, 1991 йылда Александр Сергеевич Пушкиндың бүләһе данлыҡлы рус шағиры тотонған «А. С.» тип сигеп яҙылған монограммалы һәм селтәрле боронғо таҫтамалды музейға тапшырған.

1986 йылдан алып йыл һайын Ленинград өлкәһенең Суйда музей-усадьбаһында бөйөк рус шағирының иҫтәлегенә уның ижадын хөрмәт итеүсе Рәсәй кешеләре өсөн Пушкин байрамдары үткәрелә. 2006 йылдан алып йылына бер тапҡыр «Лукоморье» тигән тыуған яҡты өйрәнеү альманахы сығарыла.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Лукоморье» — краеведческий альманах музея-усадьбы «Суйда»
  • Бурлаков А. В. По Пушкинским местам // Туристские маршруты Гатчинского района. Южное направление. — Гатчина: СЦДБ, 2003. — С. 23-24. — 120 с. — 3000 экз. — ISBN 5-94331-037-1.
  • Суйда // Гатчинский район Ленинградской области. Достопримечательности. Экскурсионные маршруты: Путеводитель / Под общей редакцией А. А. Сырова. — СПб.: Инкери, 2004. — С. 56-58. — 116 с. — 2000 экз. — ISBN 5-98187-031-3.
  • Сёмочкин А. А. Северное кольцо // Господин Верхний Оредеж. — СПб.: Летопись, 2009. — Т. II. — С. 88—97. — 122 с. — 1500 экз. — ISBN 978-5-904545-01-7.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Постановление Совета Министров РСФСР № 624 от 04.12.1974