Сөләймәнов Олжас Омар улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Сулейменов Олжас Омарович битенән йүнәлтелде)
Олжас Омар улы Сөләймәнов
Олжас Омарұлы Сүлейменов
Тыуған көнө:

18 май 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (87 йәш)

Тыуған урыны:

Ҡаҙаҡ АССР-ы, РСФСР, СССР

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Ҡаҙағстан Ҡаҙағстан

Жанр:

Әҙәбиәт ғилеме

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

рус

Наградалары:

Ҡаҙағстан:

Ҡалып:Ҡаҙағстандың Хеҙмәт Геройҙары
Ҡалып:Орден Барыс 1 степени

СССР:

Октябрь Революцияһы ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены
«Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы
«Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы
Ленин комсомолы премияһы

Иные государства:

Дуҫлыҡ ордены
V дәрәжә кенәз Ярослав Мудрый ордены Сәнғәт һәм әҙәбиәт ордены кавалеры
Ҡалып:Орден Слава (Азербайджан, до 2014) Ҡалып:Орден Дружба (Азербайджан)

Олжас Омар улы Сөләймәнов (ҡаҙ. Олжас Омарұлы Сүлейменов; 18 май 1936 йыл, Алма-Ата) — шағир, әҙәбиәт ғилеме өлкәһендә яҙыусы, Ҡаҙағстан Хеҙмәт Геройы, Ҡаҙаҡ ССР-ының халыҡ яҙыусыһы (1990), Ҡаҙағстандың ижтимағи-сәйәси эшмәкәре, дипломат. Һәүәҫкәр лингвистик тикшеренеүҙәр, атап әйткәндә, «Слово о полку Игореве»ҙағы төрки элементтары буйынса тикшеренеүҙәр авторы. Сөләймәновтың ғилми йәмәғәтселек тарафынан инҡар ителгән фекерҙәре төрки донъяһында, шул иҫәптән уға ҡаршы совет осоронда алып барылған сәйәси кампания арҡаһында ла, киң танылыу таба.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Олжабай батырҙың тоҡомонан Омархан Сөләймәнулы — ҡаҙаҡ кавалерия полкының 1937 йылда репрессияланған офицеры — ғаиләһендә 1936 йылда тыуа. Олжасҡа Лев Гумилев һөйләүенә ҡарағанда, ул Олжастың атаһы менән Норильск лагерында бергә ултырған, Омарханды шунда атҡандар[1].

1954 йылда мәктәпте тамамлай һәм Ҡаҙаҡ дәүләт университетының геологик разведка факультетына уҡырға инә, уны 1959 йылда тамамлай, инженер-геолог. Уҡыуының һуңғы йылдарында геологик разведка партияларында ла эшләй.

Әҙәби эш менән 1955 йылда шөғөлләнә башлай.

1959 йылда Мәскәүҙәге А. М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтына шиғри тәржемә бүлегенә инә, ләкин 1961 йылда уҡыуын туҡтатырға мәжбүр була[2][3].

19621971 йылдарҙа «Казахстанская правда» гәзитенең әҙәби хеҙмәткәре, «Казахфильм» киностудияһының сценарий-редакция коллегияһының баш мөхәррире, «Простор» журналында журналистика бүлеге мөдире.

19711981 йылдарҙа Ҡаҙағстан Яҙыусылар союзы идараһы секретары.

1972 йылдан Азия һәм Африка илдәре яҙыусылары менән бәйләнеш буйынса Ҡаҙаҡ комитеты рәйесе, Алма-Атала Азия һәм Африка яҙыусыларының 5-се конференцияһын үткәреү (1975) инициаторҙарының һәм ойоштороусыларының береһе була.

70-се йылдар башынан 80-се йылдар аҙағына тиклем Азия һәм Африка илдәре менән бәйләнеш буйынса Совет комитеты рәйесе урынбаҫары.

1975 йылда «Аз и Я. Книга благонамеренного читателя» тигән әҙәбиәт ғилеме өлкәһендә яҙған китабын баҫтыра, китап Мәскәүҙә ҡырғҡа кире ҡараш таба, автор 8 йыл бер ҡайҙа ла баҫылмай һәм ғәмәлдә шиғыр яҙыуҙан туҡтай.

19771995 йылдарҙа, 18 йыл буйы, Ҡаҙағстан Шахмат федерацияһы рәйесе.

Ҡаҙаҡ ССР-ы Юғары Советы депутаты, Президиумы ағзаһы (1980—1984), СССР Юғары Советы депутаты (1984—1989, 1989—1991).

КПСС-тың XXVI съезы делегаты (1981).

19811984 Ҡаҙаҡ ССР-ының Кинематография буйынса дәүләт комитеты рәйесе.

19841992 — Ҡаҙағстан Яҙыусылар союзы идараһының беренсе секретары, СССР Яҙыусылар союзы идараһы секретары.

«Детектив и политика» журналының мөхәрририәте ағзаһы була.

1992 йылдан — Ҡаҙағстан Яҙыусылар союзының почётлы рәйесе, ижади эш менән шөғөлләнә.

1989 йылда «Невада — Семипалатинск» халыҡ хәрәкәте инициаторы була, был хәрәкәт Семипалатинск йәҙрә полигонын һәм донъяның башҡа йәҙрә полигондарын яптырыу маҡсатын ҡуя.

19911995 — «Ҡаҙағстан Халыҡ конгресы» партияһы лидеры, йәҙрәгә ҡаршы хәрәкәттән ошо партия үүҫеп сыға, Ҡаҙағстан Республикаһы Юғары Советы депутаты (1994—1995).

1995—2001 — Ҡаҙағстан Республикаһының Италиялағы, бер ыңғайҙан Грециялағы һәм Мальталағы Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе (Рим).

Әҙәби эшмәкәрлеген дауам итеп, 1998 йылда Римда «Язык письма» һәм «Улыбка бога», 2001 йыл — «Пересекающиеся параллели» (тюркославистикаға кереш) тигән китаптарын, ә 2002 йылда — «Тюрки в доистории» (боронғо төрки телдәр һәм яҙма барлыҡҡа килеү тураһында) китабын сығара, был китабы менән «төркиәт өлкәһендәге күренекле ҡаҙаныштары өсөн» Күлтәгин премияһына лайыҡ була (2002).

2001 йылдан Ҡаҙағстандың ЮНЕСКОлағы (Париж)[4] даими вәкиле, «1001 слово» тигән ҙур этимологик һүҙлекте нәшергә әҙерләй.

Шиғри эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гагарин осҡан «Восток» ракетаһы

Йәш шағир шиғырҙарын рус телендә яҙа һәм башта тыуған яғында ғына билдәле була. Киң танылыу уға 1961 йылдың яҙында килә. Ул саҡта һуғышҡан өсөн Әҙәбиәт институтынан ҡыуыла [асыҡларға] һәм, Алма-Атаға ҡайтып, «Казахстанская правда» гәзитендә эшләй башлай. 11 апрелдә гәзит мөхәррире Фёдор Боярский уға, Байконурҙағы ваҡиғаларға арнап, кешенең йыһанға осоуы тураһында шиғыр яҙырға ҡуша. Олжас төн эсендә бер нисә юл сыймаҡлап килтерә, ә 12 апрелдә, Гагариндың йыһанға осоуы тураһында иғлан ителгәс, шиғыр гәзиттә баҫылып та сыға һәм ошо текст яҙылған листовкаларҙы Алма-Ата менән Ҡаҙағстандың башҡа ҡалалары өҫтөнә самолеттарҙан һибәләр. Дәүер ваҡиғаһы менән рухланған шағир бер аҙна эсендә шиғырын поэмаға әйләндерә, майҙа «Земля, поклонись человеку!» тигән поэма донъя күрә.

Разгадай:
Почему люди тянутся к звёздам!
Почему в наших песнях
Герой — это сокол?
Почему всё прекрасное,
Что он создал,
Человек, помолчав,
Называет — Высоким?

Сөләймәнов һуңынан былай тип һөйләй: «Минең поэмамды үҙәк телевидение һәм радио аша тапшырҙылар, гәзиттәрҙә баҫтылар, аҙна һайын тиерлек берәй ҡалала сығыш яһаным: заводтарҙа, фабрикаларҙа, студент аудиторияларында. Бына шундай уңыш килде». Поэма ағымға эләгә һәм тиҙҙән Ҡаҙағстан комсомолы Үҙәк комитетының премияһы менән бүләкләнә.

25 йәшлек Сөләймәновты Европа һәм АҠШ-ҡа барған совет делегацияларына индерә башлайҙар, ул поэмаһын Париж Сорбоннаһында һәм Колумбия университетында (Нью-Йорк) уҡый. Дебют бик сағыу булып сыға. Ректорат менән янъял тиҙ арала көйләнә. Һуңынан нәҡ уның «Земля, поклонись человеку» тигән юлы Владимир өлкәһе Киржач ҡалаһы янында Юрий Гагарин һәләк булған урынға скульптор Александр Рукавишников тарафынан эшләп ҡуйылған скульптура пьедесталына яҙыла.

Ошо уңыш шауҡымында Сөләймәновтың «Аргамаки» тигән тәүге шиғыр йыйынтығы баҫыла (1961), ул Әҙәбиәт институтында һуғышыуы арҡаһында нәшриәт планынан саҡ осоп төшмәй ҡалған була. «Аргамак», «Я видел», «Волчата» тигән шиғырҙарының киҫкен юлдары ҡаҙаҡ культурологы Марат Әүәзовты был юлдарҙы «тоталитар режим шарттарында ирекһеҙләүгә ҡаршы протест» тип баһалауға рухландыра.

«Казахстан, ты огромен, пять Франций — без Лувров, Монмартров — / уместились в тебе, все Бастилии грешных столиц. / Ты огромною каторгой плавал на маленькой карте. Мы на этой каторге — родились!» (бер нисә йылдан Франция президенты Жак Ширак Ҡаҙағстан президенты Нурсолтан Назарбаев менән осрашыуҙа был өҙөктө яттан һөйләй).

IV Бөтә Союз йәш яҙыусылар кәңәшмәһендә, Олжас Сөләймәновтың «Солнечные ночи» (1962) тигән яңы шиғыр йыйынтығын билдәләп, егерменсе быуаттың билдәле шағирҙарының береһе Николай Тихонов былай ти: «Мин генә түгел, фекер алышыуҙа ҡатнашыусыларҙың бөтәһе лә темперамент, образлылыҡ көсө, хис-тойғолар киңлеге, теманың бик ҙур солғанышы менән шатланып таң ҡалды… Бындай шиғри ялҡын дөрләүенән яңы кеше, беҙҙең замандаш характеры тыуа, ул беҙҙең индустриаль, мөғжизәләргә бай атом быуатының көс-ҡөҙрәте менән һулыш ала».

Нет Востока, И Запада нет.
Нет у неба конца.
Нет Востока, И Запада нет,
Два сына есть у отца.
Нет Востока, И Запада нет,
Есть Восход и закат,
Есть большое слово — ЗЕМЛЯ!

«Доброе время восхода» тигән сираттағы шиғыр йыйынтығы (1964) ВЛКСМ Үҙәк комитеты премияһына лайыҡ була.

Кочую по чёрно-белому свету.
Мне дом двухэтажный построить советуют,
а я, как удастся какая оказия,
мотаюсь по Африкам, Франциям, Азиям.
В Нью-Йорке с дастанами выступаю,
в Алеппо арабам глаза открываю,
вернусь,
И в кармане опять — ни копья;
Копьё заведётся — опять на коня!

Уның бөтә Союздағы ғәҙәттән тыш уңышын тәнҡитсе Лев Аннинский былай тип аңлата: «Шағир мәҙәниәттәр сатында, традициялар киҫелешендә тора; ул бик күп нәмәне үҙендә туплау бәхетенә эйә була: йәшлек дәртен һәм китапса зыялылыҡты ла… бөгөн таралыу тапҡан поэтик стилдең ассоциатив экспрессияһын да… Сөләймәнов тарафынан Пушкинды, Чокан Вәлихановты, Конфуцийҙы, Тагорҙы һәм көйҙөргөс дала үҙенсәлеген бергә йыйған донъя теҙеменә филологик һөйөүҙе лә …»

Олжас Сөләймәновтың шиғырҙары һәм поэмалары инглиз, француз, немец, испан, чех, поляк, словак, болгар, венгр, монгол һәм төрөк телдәренә тәржемә ителгән. Ҡаҙаҡ шағиры айырыуса Францияла ҙур танылыу ала, унда төрлө йылдарҙа ваҡытлы әҙәби баҫмаларҙа сыҡҡан шиғырҙарҙан тыш, бер нисә шиғри йыйынтығы ла нәшер ителә. Парижда «Год обезьяны» (1967) һәм «Глиняная книга» (1969) йыйынтыҡтары баҫылып сығыуына бәйле Францияның әҙәби даирәләрендә дискуссиялар барғаны билдәле. «Олжас Сөләймәновтың „Год обезьяны“ китабында, — тип яҙа Лили Дени „Летер франсез“ гәзитенең 1968 йыл 19 июнь һанында, — мин бер юлы үткән дә, киләсәк тә булған нәмә тураһында уҡыным. Тамырҙар тураһындағы һүҙҙәр…».

Сорбонна профессоры, шағир һәм рус шиғриәте тәржемәсеһе Леон Робель, француз уҡыусыһына үҙе тәржемә иткән «Глиняная книга» поэмаһын тәҡдим итеп, былай тип яҙа: «Олжас Сөләймәновҡа халыҡтар мәҙәниәттәренең туғанлығы һәм халыҡтарҙың бер-береһен рухи яҡтан байытыу идеяһы күптән яҡын була. Ул тарихты күсенеүҙәрҙең һәм билдәләр үҙгәреүенең ҙур китабындай күреп уҡырға теләй. Имләләрҙең, телдәрҙең һәм риүәйәттәрҙең серен сисеү, уныңса, Кешелек Тарихына башҡа күҙлектән ҡарарға ярҙам итәсәк, сөнки ул Тарих барыбер уртаҡ, айырымланыуҙар һәм ирекле бикләнеүҙәр уға буталыш ҡына индергән. Ошондай хис ялҡыны бөтә китап аша үтә, һәм шаяртыуға, әсе полемикаға ҡоролған булыуына ҡарамаҫтан, ул эпик әҫәр булып тора: беҙҙең сәрпәкләнгән донъя күптән бындай көслө тауышты ишеткәне юҡ — беҙ Олжас Сөләймәновты Гилгәмеш, Гюго, Хлебников вариҫы йә элгәре итеп, мәшһүрлеге шул тиклем тәбиғи булғандарҙың береһе тип таныйбыҙ».

СССР-ҙа бындай күренекле кеше партия сафында булырға тейеш була, һәм 1969 йылда Сөләймәнов КПСС ағзаһы булып китә. Лениндың 100 йыллығына уға поэмаға заказ бирәләр, ә ул уның урынына нәшриәткә «Глиняная книга»һын алып килә, әҫәрҙе совет интеллигенцияһы алҡышлап ҡаршы ала. Был поэма Сөләймәновтың иң яҡшы әҫәрҙәренең береһе тип һанала. Әммә Абай исемендәге дәүләт премияһын Сөләймәнов «Синие острова» (1973) тигән пафослы поэмаһы өсөн ала.

«Аз и Я» һәм «Слово о полку Игореве» тураһындағы башҡа хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сөләймәнов «Слову о полку Игореве» әҫәренә бағышланған хеҙмәттәр авторы булараҡ та билдәле. Был тема менән ул 1960 йылда Әҙәбиәт институты студенты булған сағында уҡ ҡыҙыҡһына башлай, 1962 йылдан «Слово» тураһында хеҙмәттәр баҫтыра. Уның тарихи грамматика буйынса диплом эшенең темаһы — «Категория одушевлённости и неодушевлённости в „Повести временных лет“», ә Ҡаҙаҡ дәүләт университеты аспирантураһында рус филологияһы кафедраһында кандидатлыҡ диссертацияһын (1963—1966) «Тюркизмы в „Слове о полку Игореве“» тигән темаға яҙа.

Сөләймәновтың төп идеяһы — "Слово"ла төрки лексикаһы ҡатламдарын һәм хатта тотош төрки фразаларын табыу, уларҙы Сөләймәнов рус теленә калька итеп күсерелгән һәм XVI быуатта күсереп яҙған саҡта хатта боҙолған тип һанай. Уның раҫлауынса, «Слово о полку Игореве» ғәмәлдә ике телле текст булған, уны яҙғанда авторы бер телдән икенсе телгә иркен күсеп торған. Был идея киң билдәлелек алған «Аз и Я. Книга благонамеренного читателя» (1975) китабында ентекләп һүрәтләнә. Сөләймәнов фекеренсә, "Слово о полку Игореве"ны тикшереүселәр объектив булмаған, авторҙар патриотик ҡараштан сығып эшләгән һәм ул эштәрҙең әһәмиәте түбән. Ғәмәлдә ҡомартҡының авторы, «Аз и Я» раҫлауынса, төркиҙәргә ҡаршы булмаған; уның өсөн Игорҙың походындағы ваҡиғалар — «бер яҡтағыларҙың үҙ-ара низағы», ә Игорь «иблис һыҙатлы» кире персонаж булған.

Үҙ концепцияһы тураһында Сөләймәнов былай ти: "Мин тәүге булып "Слово о полку Игореве"ның ике телле уҡыусыға ике телле автор тарафынан яҙылыуы тураһында әйттем. Әйтәйек, төрки телдәрҙе лә белгән рус тарафынан. Тимәк, Руста ул заманда уҡ билингвизм булған. Боронғо рус сығанаҡтарына таянып, мин шуны иҫбат итергә тырыштым. Совет тарих фәнендә иҫәпләнеүенсә, төрки һәм татар-монгол баҫҡыны осоронда рус теленә бер нисә генә төрки һүҙе, мәҫәлән, аркан һәм кумыс кеүек һүҙҙәр инеп ҡалған. Ә мин күҙгә күренмәгән һәм һәр саҡ рус һүҙе тип һаналған тюркизмдар тураһында әйттем. Академиктарҙы ошо шаңҡытты ла инде. Нисек кенә сәйер булмаһын, мин «Слово о полку Игореве»"ның беренсе ике телле уҡыусыһы булдым[5]

Китап ул заманға хас булған идеологик «эшкәртеүҙәргә» сәбәп була, "милләтселек"тә, "пантюркизм"да, «методологик хаталар»ҙа һ. б. ғәйепләнә (Суслов бойороғо буйынса китап Ҡаҙағстан Компартияһы Үҙәк комитетының 1976 йыл сыҡҡан ҡарары менән тәнҡитләнә, нәшриәт директоры Адольф Арцишевский эштән сығарыла, автор йәбер аҫтына эләгә һәм оҙаҡ ваҡыт нәшер ителмәй). Тик Ҡунаевтың КПСС Үҙәк комитетының генераль секретары Брежневҡа мөрәжәғәт итеүе генә «ҡаты шелтә» менән ҡотолорға ярҙам итә, һәм китап эшен ҡарауҙы КПСС Үҙәк комитетынан алып СССР Фәндәр академияһына тапшыралар. Тыйыу СССР-ҙың төрки республикаларында китапҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙы көсәйтеп ебәрә[6], ул ҡыҙыҡһыныу совет осоронан һуң да һүнмәй. «Аз и Я» тирәһендәге ығы-зығыны «Жалын» нәшриәте мөхәррире Г. Толмачев «Повесть об Олжасе» (2003) китабында тасуирлай, ә режиссёр Асҡар Бапишев китаптың яҙмышы тураһында «Документ нечастного значения» (2005) уйынлы документаль фильмын төшөрә. 2005 йылда, донъя күреүенең 30 йыллығына, китап Рәсәйҙә тәүге тапҡыр нәшер ителә, уны Никита Михалков рәйесе булған Рәсәй мәҙәниәт фонды ҡарамағындағы «Грифон» нәшриәте баҫа.

Икенсе яҡтан, Сөләймәновтың яҙғандары сәйәсәт ҡыҫылышынан тыш булған фәнни тәнҡиткә ла дусар була (славистар Д. С. Лихачев[7], Л. А. Дмитриев и О. В. Творогов һ. б.), Сөләймәновтың этимологиялары һәм трактовкалары һәүәҫкәр кимәлдә булыуы билдәләнә. Китап СССР Фәндәр академияһының Әҙәбиәт һәм тел бүлексәһендә тикшерелә һәм кире баһа ала[8]. Лихачёв һүҙҙәре буйынса, Сөләймәнов текст тарихының фантастик концепцияһынан сығып эш итә (уны тикшеренеү һөҙөмтәһе итеп ҡарамай), ҡулъяҙмаларҙың тарихы, теле, палеографияһы һәм күсермәләре менән бәйле һылтанмаларһыҙ һәм нигеҙһеҙ хата раҫлауҙар бирә; боронғо рус телендә ҡулланыуҙа булған һүҙҙәрҙе төркисә уҡылышта тәҡдим итә, «Слово» тураһында булған әҙәбиәтте иҫәпкә алмай.

"Слово о полку Игореве"ла һирәк осраусан төрки лексик элементтары барлығы Сөләймәновҡа тиклем дә билдәле була, әммә профессиональ тюркологтар, шул иҫәптән "Слово"лағы төркизмдар менән шөғөлләнгән ғалимдар (мәҫәлән, Н. А. Баскаков[9]) яғынан да уның хеҙмәте хуплау тапмай. Дмитриев һәм Творогов баһаһы буйынса, «ул яңы һүҙҙәр барлыҡҡа килтерә, уларҙың боронғо рус теленә билдәле булғанлығы менән иҫәпләшеп тә тормай, боронғо рус теле грамматикаһына ҡаршы килгән яңы грамматика, ҡулъяҙмаларҙан бер миҫал менән дә нығытылмаған яңы палеография ижад итә — һәм быларҙың барыһы ла „Слово“ тексын яңыса уҡыу мөмкин булһын тип эшләнә»[10].

Китаптың совет осоронан һуң нәшер ителгән яңы баҫмаларына Сөләймәнов бер аҙ ғына үҙгәрештәр индергән, әммә дөйөм алғанда үҙ фекерендә ҡалған. Атап әйткәндә, ул Игорь Станиславовичтың ҡыпсаҡ ҡатынының улы булыуы, йылъяҙмаға ярашлы Киевҡа хазарҙар нигеҙ һалғаны кеүек профессиональ тарихсылар һәм филологтар хупламаған раҫламаларҙы ҡалдырған.

«Аз и Я» китабының икенсе өлөшөндә «Шумер-наме» тигән исем аҫтында Сөләймәнов, уның ҡарашынса, шумерҙың «балсыҡ китаптарында» (шына яҙыулы таҡталарҙа) булған 60 төрки һүҙен килтерә. Һуңыраҡ уның Әзербайжандағы коллегаһы һәм шәкерте Айдын Мәмәдов «төрки-шумеризмдар» һанын 800-гә еткерә.

Һәүәҫкәр лингвистик эшмәкәрлек[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1995 йылда Сөләймәнов дипломатик эшкә күсә. Эштән буш ваҡытын ул лингвистик тикшеренеүҙәргә бағышлай, атап әйткәндә, «Язык письма» тигән китабын яҙыу менән шөғөлләнә, «кесе кешелек» тип аталғандың теле тураһындағы был китап Римда баҫылып сыға. 2006 йылда ул Киевта украин телендә сыға[11].

«Аз и Я» китабы положениеларын дауам иткән «төркиславистика» хеҙмәттәре:

«Улыбка бога» («1001 слово» база этимологик һүҙлегенең беренсе томы проектына), Рим, RIAL, 1998.

«Пересекающиеся параллели» (төркиславистикаға инеш), Алматы, 2001.

«Тюрки в доистории» (боронғо төрки телдәр һәм имләләр барлыҡҡа килеү тураһында), 2002. Ошо тикшеренеүе өсөн Сөләймәнов «төркиәт өлкәһендәге күренекле ҡаҙаныштары өсөн» Күлтәгин премияһы менән билдәләнә (2002), хеҙмәттәрен йомғаҡлау буйынса «Төрки донъяһына индергән өлөш өсөн» халыҡ-ара премияһына (Төркиә) лайыҡ була.

Ижтимағи-сәйәси эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1989 йыл башы. Ҡаҙағстан Яҙыусылар союзы идараһының беренсе секретары, СССР халыҡ депутатлығына кандидат Олжас Сөләймәновтың һайлау алды программаһы. Беренсе пункты булып Ҡаҙағстанда атом һынауын тыйыу тора.

1973 йылда уҡ Сөләймәнов Ҡаҙағстан тураһында совет осоро өсөн үтә киҫкен яңғыраған «Дикое поле» тигән шиғырын яҙа, ул ошондай һүҙҙәр менән тамамлана: «И да здравствует запрещение испытаний!» Һүҙ, әлбиттә, Семипалатинск йәҙрә полигоны тураһында бара. Һалҡын һуғыш заманы өсөн был бик ҡыйыу аҙым була. 1949—1963 йылдар эсендә генә лә Семипалатинск эргәһендә һыналған бөтә атом һәм водород бомбаларының шартлау ҡеүәте Хиросимаға Америка ташлаған атом бомбаһы ҡеүәтенән 2500 тапҡырға артып китә. Төбәккә ҡот осҡос ҙур экологик зыян килтерелә. Халыҡ шағирынан башҡа кем быға ҡаршы халыҡты әйҙәй алһын.

Кружись, айналайын, Земля моя!
Как никто,
я сегодня тебя понимаю,
все болезни твои
на себя принимаю,
я кочую, кружусь по дорогам
твоим…

1989 йылдың февралендә Олжас Сөләймәнов телевидение аша Ҡаҙағстан халҡына мөрәжәғәт менән сығыш яһай, ә иртәгәһенә Алма-Атала Яҙыусылар союзы бинаһы эргәһендә үткән митингыла йәҙрәгә ҡаршы «Невада — Семипалатинск» хәрәкәтен ойоштороу тураһында иғлан итә. Бер ай эсендә, йәҙрә һынауҙарын тыйыуҙы талап итеп, 4 миллион ҡултамға йыйыла. Әлбиттә, чиновниктар Алма-Аталағы һайлауҙа шағирҙы үткәртмәй. Әммә ул Семипалатинскиҙа таяныс таба һәм ошо төбәктән тауышҡа ҡуйыла. Шул уҡ йылдың йәйендә Олжас Сөләймәнов СССР халыҡ депутаттарының I съезында сығыш яһай, унда хәрәкәттең маҡсаттары һәм талаптары тураһында һөйләй. 1989 йылдың 19 сентябрендә Семипалатинск эргәһендә һынауҙар туҡтатылғандан һуң, 1990 йылдың майында беренсе «Йәҙрәгә ҡаршы конгресс» дәүләт ҡатнашлығынан тыш үтә, сөнки ул саҡта дәүләттең һәм хәрәкәттең маҡсаттары төрлө була: йәмәғәтселек һынауҙы туҡтатыуҙы талап итә, СССР дәүләте — дауам итеүҙе. Хәрәкәткә ярҙамға шахмат буйынса экс-чемпион Анатолий Карпов етәкселек иткән Тыныслыҡ фонды 400 000 һум күсерә. Был боронғо уйынды яратҡан Олжас Сөләймәнов Ҡаҙағстан Шахмат федерацияһының рәйесе булған була (1977—1995). Ҡаҙағстан президенты Назарбаевтың 1991 йыл 29 август указы менән полигон тулыһынса ябыла һәм йәҙрә ҡоралын һынауға халыҡ-ара мораторий иғлан ителә: Яңы Ерҙә (Рәсәй), Невадала (АҠШ), Муруроа атолында (Франция) һәм Лобнор күлендә (Ҡытай) булған полигондарҙа йәҙрә һынауҙары туҡтатыла. Йәҙрә ҡоралын таратмау тураһындағы договорға күпселек илдәр ҡул ҡуя. Невада — Семипалатинск йәҙрәгә ҡаршы хәрәкәте иҫтәлегенә Ҡаҙағстан Яҙыусылар союзы алдына гранит куб ҡуйылған.

Бындай уңыштан һуң Хәрәкәт «Ҡаҙағстандың Халыҡ конгресы» партияһына әйләнеп үҫә (1991—1995). Шул йылдарҙа Сөләймәнов уның лидеры була.

Дипломатик эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1995 йылда Сөләймәнов президент Назарбаевтың, сәйәсәттән китеп, дипломатик эшкә күсеү тураһындағы тәҡдимен ҡабул итә. Ул Ҡаҙағстандың Италиялағы (Рим), бер ыңғайҙан Грециялағы һәм Мальталағы Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе итеп тәғәйенләнә. 1997 йылдың майында уҡ инде Италия президенты Оскар Луиджи Скальфаро илдәр араһында дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһындағы договорға ҡул ҡуйыу өсөн беренсе рәсми сәфәре менән Ҡаҙағстанға килә. Бындай документты Азияла Италия тик Япония менән генә төҙөгән була.

2002 йылдан алып Сөләймәнов Ҡаҙағстандың ЮНЕСКО-лағы (Париж) даими вәкиле була.

Ҡыҙыҡлы факттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Сөләймәновтың 1959 йылдың июнендә "Литературная газета"ла сыҡҡан шиғыр шәлкеме шағирҙың үҙәк матбуғатта тәүге баҫылыуы була.
  • Олжас Сөләймәнов сценарийҙары буйынса ҡуйылған фильмдар: «Земля отцов» (1966), «Синий маршрут» (1968), XIX быуаттың ҡаҙаҡ шағиры Мәхәмбәт Үтәмесев тураһындағы «Красная полынь» («Махамбет») һәм Жанғыр хан тураһында «Ах, как интересно было в Петербурге».
  • Олжас Сөләймәновты алтмышынсылар шағирҙарына индерәләр, ул йылдарҙың өс мәшһүр шағиры — Андрей Вознесенский, Евгений Евтушенко, Роберт Рождественский — уның дуҫы була.
  • Андрей Вознесенский, Олжасҡа һәм Алма-Ата янында уның менән икәүләп эләккән автоһәләкәт ваҡиғаһына арнап, «АТЕ 36-70» йәки «2 секунды, 20 июня 1970» тигән шиғыр яҙа. Сөләймәновтың ҡаҙаҡ шағиры һәм халыҡ ҡаһарманы Мәхәмбәт тураһындағы шиғырҙары менән мауығып китеп, ул үҙе лә «Читая Махамбета» тигән цикл ижад итә: «Зачитываюсь Махамбетом, Заслышу Азию во мне, Антенной вздрогнет в кабинете Стрела, торчащая в стене.» Рождественский «О друзьях» шиғырын ошо һүҙҙәр менән башлай: «Олжас, Мумин, Виталий…», ә Римма Казакова 1968 йылда «Люблю тебя, товарищ мой Олжас» тигән шиғырын яҙа.
  • Олжас Сөләймәнов яҙыусы Сергей Довлатовтың «Компромисс» тигән новеллалар йыйынтығында телгә алына: «Хлестаков был с Пушкиным на дружеской ноге, а мой знакомый Геныч вернулся из Москвы подавленный и тихий ― Олжаса Сулейменова увидел в ЦУМе».

Библиография[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Олжас Сөләймәнов рус телендә ижад итә.

Китаптары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Земля, поклонись человеку!». Алма-Ата, 1961 (Ҡаҙағстан комсомолы Үҙәк комитетының премияһы).
  • «Аргамаки», Алма-Ата, Казгослитиздат, 1961.
  • «Солнечные ночи», Алма-Ата, Казгослитиздат, 1962.
  • «Ночь-парижанка», Алма-Ата, Казгослитиздат, 1963 (Ҡаҙағстан комсомолы Үҙәк комитетының премияһы).
  • «Доброе время восхода», Алма-Ата, Жазушы, 1964. — 300 с. (ВЛКСМ Үҙәк комитетының премияһы,1967).
  • «Год обезьяны» (книга стихов), Алма-Ата, Жазушы, 1967. — 108 с.
  • «Земля, поклонись человеку!», Алма-Ата, Жазушы, 1967. — 48 с. — 10 000 экз.
  • «Избранная лирика», М., Молодая гвардия, 1968., 32 с. (Библиотечка избранной лирики). — 130 000 экз.
  • «Глиняная книга» (поэма), Алма-Ата, Жазушы, 1969. — 252 с.
  • «Над белыми реками» (стихи и проза), Ташкент, 1970.
  • "Повторяя в полдень (стихи разных лет), Алма-Ата, Жазушы, 1973. — 288 с.
  • «Каждый день — утро». М., Правда, 1973.
  • «Круглая звезда» (стихи), Москва, Художественная литература, 1975. — 144 с.
  • «АЗ и Я. Книга благонамеренного читателя». Алма-Ата, 1975.
  • «Определение берега» (Стихи и поэмы), Предисл. Л. Мартынова. — Алма-Ата, Жазушы, 1976. — 456 стр. (100 000 экз.); 2-е изд. — 1979.
  • «Трансформация огня» (сборник: «Глиняная книга», «Голубиная книга», стихи), Алма-Ата, Жалын, 1983. — 240 стр. — 19 000 экз.; 2-е изд. — 1985. — 100 000 экз.
  • «Избранное» (Вступ. статья Е. Сидорова), Москва, Худож. лит., 1986. — 432 с., 25 000 экз.
  • «Преодоление» (сборник стихов и поэм), Алма-Ата, Жазушы, 1987. — 194 стр. — 30 000 экз.
  • «От января до апреля» (поэма и стихи разных лет). Алма-Ата, Жазушы, 1989. — 272 стр. — 70 000 экз.
  • «Свиток». М., Молодая гвардия, 1989.
  • «АЗ и Я». Алма-Ата, Жалын, 1989.
  • «АЗ и Я». Алма-Ата, 1991.
  • "Код Слова. Введение в Универсальный этимологический словарь «1001 слово», Алматы, ОФ «Литературный Альянс», 2013. — 88 стр.

БДБ илдәре телдәренә тәржемәләренең билдәле булғандары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Дух степей» (стихи и поэмы, пер. Дж. Новруз), Баку, 1984.
  • «Каждый день — утро» (стихи и поэмы, пер. К. Мырзалиев), Алма-Ата, 1986.
  • «Айналайын» (стихи и поэмы, пер. с рус.), Ташкент, 1987.
  • «Безымянная высота» (стихи, пер. М.Тимофеев), Якутск, 1989.
  • «Az i Ia», Almaty, Kazakhstan Publishing House, 1989.
  • «AZ i IA: Izgi nietti oqyrmannyng kitaby», Alma-Ata, 1992.
  • Сулейменов О. С. Мова письма: погляд в доісторію — про походження писемности і мови малого людства / О. Сулейменов. — К. : Юніверс, 2006. — 480 с.
  • Сулейменов О. С. Тюрки в доісторії: про походження давньотюркського письма / Олжас Омарович Сулейменов; [пер. з рос. І. Римарука та Л. Андрієвської]. — К. : Дніпро, 2008. — 384 с.
  • Сулейменов О. Аз і Я. Книга добромисного читача. — К. : Видавництво Жупанського, 2009. — 339 с.

Тарих һәм этимология буйынса хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҫәрҙәр йыйынтыҡтары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Собрание сочинений в 7 томах (8 книг), изд. «Атамура», Семипалатинск, 2004.

«Библиотека Олжаса» нәшриәт йорто китаптары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «И в каждом слове улыбался бог» (Избранные стихи Сулейменова), Алматы, 2011.
  • «Глиняная книга» (редакция автора 2008 г), Алматы, 2011.
  • «АЗиЯ», Алматы, 2011.
  • «Атамзамангы туркiлер» (Происх. древнетюркских языков, письменностей), Алматы, 2011.
  • «Но людям я не лгал» (сборник цитат Сулейменова), Алматы, 2011.
  • «Литература это жизнь» (Сулейменов о литературе и литераторах), Алматы, 2011.
  • «Беседы с Олжасом» (2004—2011, сост. Сафар Абдулло), Алматы, 2011.
  • «Феномен Олжаса» (статьи, стихи, эссе о Сулейменове, сост. Сафар Абдулло), Алматы, 2011.
  • Толмачев Г. «Повесть об Олжасе» (изд.второе), Алматы, 2011.

Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дәүләт бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сит дәүләттәр бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 2004 — «Хеҙмәттәр өсөн» ордены (Ингушетия) — Ингушетия Республикаһы халҡы алдындағы хеҙмәттәре һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн [15].
  • 2006 — «Шохрат» ордены (Азербайджан) — 70 йәшлек юбилейы уңайынан.
  • 2006 — Дуҫлыҡ ордены (Рәсәй) — 70 йәшлек юбилейы уңайынан [16].
  • 2006 — 5-се дәрәжә кенәз Ярослав Мудрый ордены (Украина) — 70 йәшлек юбилейы уңайынан.
  • 2007 — Сәнғәт һәм әҙәбиәт рыцары (Франция).
  • 2011 — «Достлуг» ордены (Әзербайжан, 16.05.2011) — 75 йәшлек юбилейы уңайынан[17][18].

Премиялары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1961, 1963 — Ҡаҙағстан комсомолы Үҙәк комитетының премиялары.
  • 1967 — «Доброе время восхода» шиғыр китабы өсөн Бөтә Союз Ленин комсомолы премияһы.
  • 1973 — «Синие острова» поэмаһы өсөн Ҡаҙаҡ ССР-ының Абай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.
  • 2000 — Ҡаҙағстан эшҡыуарҙарының «Платиновый Тарлан» бойондороҡһоҙ премияһы лауреаты.
  • 2002 — «Төркиәт өлкәһендәге күренекле ҡаҙаныштары өсөн» Күлтәгин исемендәге халыҡ-ара премия.
  • 2003 — «Төрки донъяһына индергән өлөшө өсөн» Төркиәнең халыҡ-ара премияһы.

Почётлы ғилми исемдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • У. Дж. Алиев исемендәге Ҡарасай-Черкес дәүләт университетының почётлы докторы (2004).
  • Мәржәни исемендәге Тарих институтының почётлы докторы (Татарстан Республикаһы Фәндәр академияһы, 2005).
  • Шәкәрим исемендәге Семипалатинск дәүләт университетының почётлы профессоры (2009).

Почётлы граждан[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Семипалатинскиҙың почётлы гражданы (2009).
  • Баянаул районының почётлы гражданы (2014).

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Олжас Сулейменов: Указатель лит-ры / Сост. Л. М. Никитина и др. Алма-Ата, 1986. (Гос. б-ка Казах. ССР им. А. С. Пушкина).
  • Токсонбаева Ш. «Особенности использования устаревшей лексики в произведениях О. Сулейменова», Гуманитарные науки. Караганда, 1975. Вып. 2.
  • Лихачев Д. С. 1) Гипотезы и фантазии в истолковании тёмных мест «Слова о полку Игореве» // Звезда. 1976. № 6. С. 203—210; 2) Догадки и фантазии в истолковании текста «Слова о полку Игореве»: (Заблуждения О. Сулейменова) // Д. С. Лихачев. «Слово» и культура. С. 310—328.
  • Федюнькин Е. Д. «Склока о полку Игореве» [1], 1998.
  • Пресса СССР, России и Казахстана.
  • Сапаралы Б. «Олжастың балалық шағы»(«Детские годы Олжаса»), Алматы, «Қағанат» ҒМО, 1996.
  • Толмачев Г. «Повесть об Олжасе», Издание 2-е, исправленное и дополненное, Алматы, «Казинпресс», 2011.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Сапаралы Б.Т. Олжастың балалық шағы. — Алматы: Қағанат, 1996. — С. 5-15, 25-45. — 72 с. — ISBN 5-7667-4034-4.
  2. Биография Олжаса Сулейменова на сайте «Шестидесятники» 2017 йыл 2 май архивланған.
  3. Биография на официальном сайте Олжаса Сулейменова 2017 йыл 23 март архивланған.
  4. Руководящий состав Национальной Комиссии РК по делам ЮНЕСКО и ИСЕСКО 2014 йыл 22 апрель архивланған.
  5. Олжас Сулейменов: «Мне нужна ситуация борьбы и соперничества» 2008 йыл 3 сентябрь архивланған.. 15.02.2007.
  6. «Мегаполис»: "http://megapolis.kz/art/Pod_znakom_Olzhasa» 2013 йыл 31 ғинуар архивланған., 10.04.2006 г.
  7. Лихачев Д. С. Гипотезы или фантазии в истолковании темных мест «Слова о полку Игореве». — «Звезда», 1976, № 6, с. 203-2I0.
  8. Известия Отделения литературы и языка АН СССР, 1976, № 5, стр. 376—383
  9. Ещё о тюркизмах «Слова о полку Игореве».
  10. Дмитриев Л. А., Творогов О. В. «Слово о полку Игореве» в интерпретации О.Сулейменова // Русская литература. 1976. № 1. С.257
  11. Сулейменов О. С. Мова письма: погляд в доісторію — про походження писемности і мови малого людства / О. Сулейменов. — К. : Юніверс, 2006. — 480 с.
  12. Олжас Сулейменов награждён медалью «Назір Торекулов» за вклад в развитие казахстанской дипломатии 2016 йыл 24 июнь архивланған.
  13. Указ Президента Республики Казахстан от 17 мая 2016 года № 263 2019 йыл 18 июль архивланған.
  14. В Министерстве иностранных дел Казахстана к 25-летию независимости наградили дипломатов и ветеранов дипломатической службы 2016 йыл 15 декабрь архивланған.
  15. РЕСПУБЛИКА ИНГУШЕТИЯ. Документы: Указ Президента РИ "О награждении орденом «За заслуги». Дата обращения: 15 ғинуар 2013. Архивировано 28 ғинуар 2013 года. 2013 йыл 29 апрель архивланған.
  16. at Searchalligator.com 2007 йыл 11 ноябрь архивланған.
  17. Олжас Сулейменов награждён орденом «Достлуг»: Политика, 16 мая 2011
  18. Олжас Сулейменов награждён орденом «Достлуг» 2016 йыл 5 март архивланған.