Сулимов Даниил Егорович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сулимов Даниил Егорович
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 21 декабрь 1890 (2 ғинуар 1891) или 22 декабрь 1890({{padleft:1890|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})
Тыуған урыны Минйәр
Вафат булған көнө 27 ноябрь 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (46 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР, Совет Рәсәйе
Үлем төрө Үлем язаһы
Ерләнгән урыны Мәскәүҙәге Дон зыяраты[d]
Һөнәр төрө сәйәсмән
Биләгән вазифаһы председатель Совета народных комиссаров РСФСР[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы ВКП(б)-ның XVII съезы[d]
Ойошма ағзаһы КПСС Үҙәк комитеты
 Сулимов Даниил Егорович Викимилектә

Сулимов Даниил Егорович (21 декабрь 1890 йыл (2 ғинуар 1891 йыл) — 27 ноябрь 1937 йыл) — совет дәүләт һәм партия эшмәкәре[1]

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Даниил Егорович Сулимов Минйәр металлургия заводы ҡасабаһында (хәҙер — Силәбе өлкәһе Минйәр ҡалаһы) эшсе-прокатлаусы ғаиләһендә тыуған. 1905 йылда эшсе сифатында хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай. Шул уҡ йылды РСДРП(б) ағзаһы була. 1907 йылда РСДРАП(б)-ның Минйәр комитеты ағзаһы була. Бер нисә тапҡыр ҡулға алына. Беренсе донъя һуғышы ваҡытында 1915 йылда армияға мобилизациялана, унда Өфө һәм Глазов ҡалаларында һалдаттар араһында революцион агитация үткәрә.[2]

1917 йылда Февраль революцияһынан һәм Октябрь революцияһынан һуң совет етәкселеге, хужалыҡ һәм партия эшендә[2].

1918 йылдың ноябрь — декабрь айҙарында — Пермь башҡарма комитеты рәйесе[3]. 1919 йылда — Һамар совет ауыл хужалығы ағзаһы, 5-се армияның политотдел начальнигы урынбаҫары, РКП(б) Силәбе губерна ойоштороу бюроһы рәйесе, Силәбе губерна совет ауыл хужалығы рәйесе

1919—1920 йылдың декабрь-февраль — РКП (б)-ның Силәбе өлкә комитеты г рәйесе . 1920—1923 йылдарҙа — Көньяҡ Урал заводтары идараһы рәйесе, Урал сәнәғәт бюроһы рәйесе, ВЦСПС Урал бюроһы ағзаһы, РКП (б) Үҙәк Комитетының Урал бюроһы ағзаһы, Урал иҡтисади кәңәшмәһе рәйесе.

1923 йылдың декабрендә 1926 йылдың мартында — Урал өлкә башҡарма комитеты рәйесе.

1926 йылдың мартында — 1927 йылдың мартында — Урал өлкә ВКП(б) комитетының 1-се секретары.

1927 йылдың февралендә — 1930 йылдың ноябрендә— 1 юлдар СССР тимер юлдар халыҡ комиссары урынбаҫары.

1937 йылдың 3 июленән 1930 йылдың 22 ноябренә тиклем — РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы рәйесе

РКП(б) Үҙәк Комитеты ағзалығына кандидат (1921—1923). ВКП(б) Үҙәк Комитеты ағзаһы (1923—1937). ВКП(б) ойоштороу комитеты ағзаһы (1927 йылдың апреле — 1930 йылдың июне).

Эҙәрлекләү, ҡулға алыныу һәм яза[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

ВКП (б) Үҙәк Комитетының июнь пленумында (23-29 июнь 1937) И. Сталин Д. Сулимовты сәйәси лояль булмауында һәм уны«халыҡ дошмандары» менән бәйләнештә ғәйепләй. Пленум ҡарары менән Д. Сулимов ВКП(б) ағзалығы составынан сығарыла.

1937 йылдың 27 июнендә эш урынында — ВКП(б) Июнь пленумы эше ваҡытында ҡулға алына. 1937 йылдың 1 авгусында ВЦИК составынан сығарыла. Ҡоротҡослоҡта, контрреволюцион террорсылар ойошмаларында һәм шпионажда ғәйепләнә. Сулимовтың исеме Сталиндың атып үлтерелә торғандар исемлегенә инә[1] 2021 йыл 23 ғинуар архивланған., ул 1937 йылдың 1 ноябренә билдәләнә (№21 45 кешенән торған исемлегектә, ВКП(б) ҮК кандидаттар һәм элекке кандидаттар грифы аҫтында»). Сталин тарафынан юҡ итеүгә хөкөм ителә[2] 2021 йыл 26 ғинуар архивланған.. 1937 йылдың 27 ноябрендә СССР юғары судының хәрби коллегияһы хөкөм ҡарарын раҫлай. Шул уҡ көндө үк атып үлтерелә.

1956 йылдың 17 мартында үлгәндән һуң аҡлана.

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. [ Сулимов Даниил Егорович] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  2. 2,0 2,1 [ Сулимов Даниил Егорович] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  3. Администрация города Перми — градоначальники. Дата обращения: 4 август 2008. Архивировано 6 апрель 2008 года. 2008 йыл 6 апрель архивланған.
  4. И. Кондратьева. Черкесск // Города России. Энциклопедия — Большая Российская Энциклопедия. — М., 1994. / Гл. ред. Г. М. Лаппо. — М.: Большая российская энциклопедия, 1994. — ISBN 5-85270-026-6

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]