Эстәлеккә күсергә

Билалова Сулпан Билал ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Сулпан Билалова битенән йүнәлтелде)
Билалова Сулпан Билал ҡыҙы
Тыуған көнө 16 март 1965({{padleft:1965|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (60 йәш)
Тыуған урыны Борай районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө рәссам
Уҡыу йорто Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]

Билалова Сулпан Билал ҡыҙы (16 март 1965 йыл) — рәссам, дизайнер һәм педагог. 2000 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2000).

Билалова Сулпан Билал ҡыҙы Башҡорт АССР-ы Борай районы Борай ауылында 1965 йылдың 16 мартында тыуған. Башҡортостан Республикаһының төрлө ҡалаларында йәшәгәндәр. Каникул осоронда ата-әсәһе, Сулпанды һәм башҡа балаларын Хәйбулла районына Әбүбәкер ауылында йәшәгән Мөслимә ҡарсәһенә һәм Борайҙағы өләсәһенә сиратлап ебәрә торған булғандар.

Паспортымда тыуған урыным Борай тип яҙылһа ла, мин үҙемде Хәйбулла ҡыҙы тип тә һанайым. Минең ижадым нигеҙҙә Әбүбәкер тураһындағы иҫтәлектәр менән һуғарылған. Мин Тыуған илемдең мәҙәниәте һәм рухи байлығына ғашиҡмын. Күп композицияларым, шулар араһында «Таштар йыйыусы» әҫәре, Әбүбәкергә һәм Борайға бағышланған. Был минең Ташлы буйында үткән гүзәл бала сағымдың иҫтәлектәре. Һәм тағы ла күп картиналар

Мәләүез ҡалаһының 1-се урта мәктәбен тамамлаған.

1982—1987 йылдарҙа — Өфө ҡалаһындағы Башҡорт дәүләт педагогия институтының (хәҙер Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты) Художество-графика факультетында уҡый.

1987—1990 йылдарҙа — Дүртөйлө ҡалаһының 5-се урта мәктәбендә рәсем һәм һыҙма уҡытыусыһы.

1990—1999 йылдарҙа — Өфөнөң 2-се педагогия колледжын живопись, һүрәт, композиция һәм һыҙма геометрия уҡытыусыһы һөнәре буйынса тамамлай.

1999 йылда — «Аҡбуҙат» республика балалар-үҫмерҙәр журналының бүлек мөдире (Өфө)

1999—2007 йылдарҙа — «Аҡбуҙат» республика балалар-үҫмерҙәр журналының яуаплы секретары (Өфө).

2007—2015 йылдарҙа — Мәскәү ҡалаһындағы «АРС Комьюникейшнс» эвент-компанияһының креатив бүлеге арт-директоры.

2016 йылдан ирекле рәссам. Төрлө стилдәрҙә һәм жанрҙарҙа эшләй.

Сулпандың «Урал моңдары» альбомы тамашасы һөйөүен яуланы. 2018 йыл һуңында Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына бағышланған Бөтә Рәсәй һынлы сәнғәт конкурсында ҡатнашыусылар әҫәрҙәренең гала-күргәҙмәһендә «Станковая живопись» номинацияһы дипломы менән бүләкләнде.

Сулпан билал ҡыҙының Нидерландының Геффен ҡалаһында студияһы бар. Ғаиләһе менән Мәскәү ҡалаһында йәшәй.

Атаһы Билалов Билал Заһит улы Хәйбулла районы Әбүбәкер ауылында 1934 йылда тыуған. Хәҙер улар Өфө ҡалаһында йәшәй. Билалов Билал Заһит улы — хәрби хеҙмәт ветераны, 3-сө, 9-сы холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт колонияларының начальнигы урынбаҫары. Әсәһе Билалова Сәкинә Кәлимулла ҡыҙы әсәһе Борай районы ҡыҙы, 1935 йылда тыуған. БДУ-ны тамамлаған. Педагог. Мәләүез ҡалаһының ҡала советы депутаты булған. Башҡортостан Республкаһының Халыҡты социаль яҡлау министрлығының бүлек мөдире булып эшләгән.

Апаһы Билалова Нәфисә Билал ҡыҙы 1992—2017 йылдарҙа БР Президенты һәм Башлығы Хакимиәтендә эшләй, 2017 йылдан БДУ-ның ижади оҫтаханаһы мөдире, БР Почётлы грамотаһы менән бүләкләнгән. Апаһының ҡыҙы Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһын тамамлап, Өфө дәүләт нефть техник университетында уҡый.

Сулпан Билалованың ҡыҙы Мәскәү технология һәм дизайн университетын тамамлаған. Улы Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университетының иҡтисад кибернетикаһы факультетында уҡый.

Һеңлеһе Гөлнара ла дизайнер.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 2001 — Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты — «Аманат» балалар журналын биҙәү буйынса хеҙмәттәре өсөн.
  • 2017 — I Алабуға үҙенсәлекле һүрәт биенналеһының махсус дипломы (Татарстан Республикаһы).
  • 2017—2018 — «Матбуғат көҙгөһөндә өҫтөнлөклө милли проекттар» конкурсы сиктәрендә «Матбуғат — 2007» һәм «Матбуғат — 2008» һәм «Матбуғаттың алтын фонды» ХIV һәм ХV Халыҡ-ара һөнәри күргәҙмәләр дипломы. (Мәскәү. Бөтә Рәсәй күргәҙмәләр үҙәге).
  • 2018 — «Станковый живопись» номинацияһы лауреаты дипломы. М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейының Рәхмәт хаты. Өфө.

Рәссам ҡатнашҡан әһәмиәтле күргәҙмәләр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1995 йылдан — персональ, ҡала, республика, шул иҫәптән махсус (графика; китап графикаһы), төбәк, бөтә рәсәй, сит ил, халыҡ-ара махсус (китап графикаһы; арт-симпозиумдар, арт-фестивалдәр) һәм төркөм, шул иҫәптән сит ил күргәҙмәләре экспоненты.

ЙылыКүргәҙмә исемеҮткәреү урыныБүләк
55.2019Международный арт-симпозиум «Татлису»Республика Кипр
54.2019Выставка «Образ и слово». Искусство оформления книгиМосковский Союз Художников. Выставочный зал на Кузнецком мосту
53.2018Гала-выставка произведений участников Всероссийского конкурса изобразительного искусства, посвященного 100-летию образования Республики БашкортостанРБ г. УфаДиплом лауреата в номинации «Станковая живопись»
52.2018Международный арт-пленер «Хелиополис2018» ОбзорБолгария
51.2018Международный арт-симпозиум «Народные игры и забавы»Елабуга
50.2018Международный арт-симпозиум ФамагустаРеспублика Кипр
49.2017ВыставкаЕлабуга (Россия)Диплом «I Елабужского биеннале Уникального рисунка»
48.2017Международная выставка «Вдоль Великого Шёлкового пути»Галерея ArtTime Кузнецкий мост. Москва (Россия)
47.2017Международный арт-симпозиум «Обряды и обычаи»Елабуга (Россия)
46.2017Международная выставка «Вдоль Великого Шёлкового пути»Тв. Совр.иск. АРТМУЗА. Санкт-Петербург (Россия)
45.2017Международный проект «Вдоль Великого шёлкового пути»Gallery-belyaevo. Москва (Россия)
44.2016Выставка в составе вто «Сәк-сәк»Татарский культурный центр. Москва (Россия)
43.2016Этно-арт-фестиваль художников из России «EthnoArtfestival»Лондон (Великобритания)
42.2016Международный арт-симпозиум «Ковчег. Сакральность народных песен»Елабуга (Россия)
41.2015Международный арт-симпозиум «Туранский мир»Крым (Россия)
40.2015Персональная юбилейная выставка «Между Западом и Востоком. Собирающие камушки»Уфа (Башкортостан)
39.201510 Международный арт-симпозиум «Великий шёлковый путь»Елабуга (Россия)
38.2014Участница групповой выставки «Добрый путь»Геффен (Нидерланды)
37.2014Всероссийский этно-арт симпозиум «Танып су»Бураево (Россия)
36.2013Персональная выставка "Апельсиновое вино и…"шоу-румSuperStereo Москва (Россия)
35.2013МеждунароныйАрт-фестиваль"Schilderfestival Noordwijk"Ноордвиг (Нидерланды)
34.2012Арт-выставка «Живопись современных художников Урала»Женева (Швейцария)
33.2012МеждунароныйАрт-фестиваль «In het licht van Walcheren»Домбург (Нидерланды)
32.2012VII Международный арт-симпозиум «Колыбельная. Бишек жыры»Елабуга (Россия)
31.2012Международная выставка «Duin-Gallery»Домбург (Нидерланды)
30.2012Экспозиция в арт-галерее «Fransastic» UtrechtНидерланды
29.2012Международная выставка «Art-Days»Тилбург (Нидерланды)
28.2011Персональная выставка «Серебряные капли»Геффен (Голландия)
27.2011Межрегиональная выставка «Шурале и Я»Казань, Уфа, Москва.(Россия)
26.2011Всероссийская художественная выставка «Большая Волга-искусство республик Поволжья»Саранск. (Россия)
25.2010Республиканская выставка «Портрет»Уфа (Россия)
24.2010Персональная выставка «Бабочка»Геффен (Голландия)
23.2010Городская выствка графики(каталог) «Выборы»Уфа (Россия)
22.2010Республиканская выставка «Посвящение 65-летию Великой Победы»Уфа (Россия)
21.2008Персональная выставка Развлекательный центр «Фентези парк»Москва (Россия)
20.2006Персональная выставка «The river of life»Красноусольск (Россия)
19.2005Всероссийская выставка «60 лет Великой ПОБЕДЫ!»Москва (Россия)
18.2005Международнаятворческая «WorldCulturalHeritage»Russia (Ufa — Moscow)
17.2005Персональная выставка во дворце Поля Гарсена «Gift of Bashkortostan»Лион (Франция)
16.2005Региональная выставка (Каталог) «Современное изобразительное искусство РБ»Екатеринбург (Russia)
15.2004Юбилейная республиканская выставка «30 лет ХГФ»Уфа УХГ (Россия)
14.2004Республиканская выставка. «Союзу художников РБ — 70 лет»Уфа. УХГ (Россия)
13.2003IX Региональная выставка художников России.(Каталог) «Урал2003»Екатеринбург (Россия)
12.2002Республиканская выставка, посвященная II Всемирному Курултаю башкирУфа. МВЗ СХ РБ (УХГ) (Россия)
11.2002Экспоненты Всероссийской выставки России «Молодые художники Башкортостана»Уфа. МВЗ СХ РБ (УХГ) (Россия)
10.2001Всероссийская выставка «Молодые художники России»Москва (Россия)
9.2001IV Республиканская выставка ГРАФИКИУфа (УХГ) (Россия)
8.2001Городская выставка молодых художников «Городская весна»Уфа (УХГ) (Russia)
7.2000Персональная выставка «Я из мира детства»Уфа. Выставочный зал библиотеки А.Валиди
6.2000Республиканская молодежная выставка «Белая река-III»Уфа (УХГ) (Россия)
5.1999Республиканская выставка «ГОРОД», посвященная 425-летию Уфы(УХГ) (Россия)
4.1999Республиканская выставка 25-лет ХГФ БГПИУфа (УХГ) (Россия)
3.1999Выставка иллюстраторов «I Уфимская выставка книжной и журнальной графики»Уфа. ВЗ библиотеки А.Валиди
2.1999Международное биеннале иллюстраций «Golden Pen»Serbia (Belgrado) UK (London)
1.1995Республиканская художественная выставка по линии «АРТЫШ» «Посвящение Первому курултаю башкир»Уфа (УХГ) (Россия) Уфа

Сулпан Билалованың күп кенә эштәре Башҡортостанда, Рәсәйҙә, Нидерландта, Португалияла, Францияла, Югославияла, Болгарияла, Германияла, Швецияла, Польшала, Кипрҙа шәхси коллекцияларҙа һаҡлана.

Абруйлы халыҡ-ара ойошмаларҙа ағзалығы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 2003 йылдан — ЮНЕСКО-ның Халыҡ-ара рәссамдар ассоциацияһы ағзаһы.
  • 2005 йылдан — ЮНЕСКО эгидаһы аҫтында Брест-Берлин-Страсбург-Париж-Лион-Дрезден-Варшава-Мәскәү-Өфө маршруты буйынса ойошторолған «Цивилизациялар диалогы» халыҡ-ара ер шары буйлап ижади экспедицияһы ағзаһы.
    • [Художник, педагог. http://sulpan-art.ru 2021 йыл 3 март архивланған. www.sulpan.com/ Сулпан Билалованың сайты]
    • [www.bashinform.ru/news/750254-v-ufe-na-vystavke-chulpan-bilalovoy-vpervye-predstavleny-privezennye-iz-gollandii-polotna/ В Уфе на выставке Чулпан Билаловой впервые представлены привезенные из Голландии полотна. Башинформ, 23 июля 2015]
    • [i-gazeta.com/news/mesta_interesa/33404.html Чулпан Билалова: я словно пуповиной связана с Башкирией… Электоргазета]
    • [artoblaka.ru/blog/chulpan-bilalova-hudozhnik---zerkalo-kotoroe-/ Чулпан Билалова: «Художник — зеркало, которое отражает внешнее и внутреннее»]
    • Сулпандың Фейсбуктағы сәхифәһе
    • [союзпоиск.рф/news/detail.php?ID=14629 Атаһы Билалов Билал Заһит улы тураһында]
    • [bashkortostan.regnews.org/law/cw/9m.htm СССР Юғары Советының 1985 йылғы Указы]