Сурағол Миңлебаев

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Сурағол Миңлебаев
Тыуған көнө:

билдәһеҙ

Тыуған урыны:

Төнгүк ауылы, Ғәйнә улусы, Уҫы даруғаһы (хәҙерге Пермь крайының Барҙы районы)

Вафат булған көнө:

билдәһеҙ

Вафат булған урыны:

билдәһеҙ

Сурағол Миңлебаев — 1755—1756 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы етәкселәренең береһе. Мулла.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сурағол Миңлебаев сығышы менән Уҫы даруғаһы Ғәйнә улусы Төнгүк ауылы башҡорттарынан[1][2].

Мулла Сурағол Миңлебаев Батыршаға уның ниәттәрен хуплап хат яҙа[3]. 1755 йылдың йәйендә Бөрйән улусында ихтилал тоҡанғаны билдәле булғас, ғәйнә башҡорттары йәнә Батыршаға көрәште башларға кәрәк тигән тәғдим яһайҙар. Ахун Ғәйнә улусында хәл менән танышыу маҡсатында үҙенең шәкерттәрен ебәрә. Һуңғыларҙың килеүе менән файҙаланып, Сурағол Миңлебаев Ғәйнә улусы (Төнгүк, Барҙы, Башап, Сәрәш, Солтанай, Аҡлыш ауылдары) кешеләренән баш күтәреүселәр отрядын ойоштора. Шул уҡ ваҡытта Аҡбаш Әндрүшев һәм Мостай Теребирҙин Ҡыҙылъяр ауылы башҡорттары баш күтәрә[4].

1755 йылдың 27 авгусында Сурағол Миңлебаев отряды менән Ҡыҙылъяр ауылына килә. Ихтилалсылар йыйылып Себер даруғаһы Ҡарыш ауылына Батыршаға барырға ниәтләй. Ләкин бында Туҡтамыш Ишбулатов отряды тарафынан һөжүм ителә[1].

Аҙаҡ батша хөкүмәтенә тоғро мишәр старшиналарына әсиргә эләгә. Өфө ҡалаһы төрмәһендә тотола, язалауҙарға дусар ителә. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ[1].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 Аҡманов И. Ғ. Сурағол Миңлебаев // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2017. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  2. Хәҙерге Пермь крайының Барҙы районы
  3. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — Б. 615. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  4. История башкирских родов. Гайна. Том 11 / С. И. Хамидуллин, Ю. М. Юсупов, Р. Р. Асылгужин, Р. Р. Шайхеев, И. Р. Саитбатталов, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин, А. Р. Махмудов, Р. М. Рыскулов, А. Р. Асылгужин, А. Я. Гумерова, Г. Ю. Галеева, Г. Д. Султанова — Уфа: ГУП РБ Уфимский полиграфкомбинат, 2015. — Б. 65. — 696 б. — ISBN 978-5-85051-641-3.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]