Сура (Волга ҡушылдығы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сура
Рәсем
Ҡайҙа ҡоя Чебоксар һыу һаҡлағысы
Ҡушылдыҡ Алатырь, Пьяна[d], Уза[d], Кадада, Барыш[d], Булдак, Люля, Кумажана, Айва (йылға), Алгашка[d], Аргаш, Аришка (Сура ҡушылдығы), Атратка, Бездна[d], Безымянный ручей[d], Белавка, Оло Кша, Оло Сарка, Выла[d], Вьясс, Вядя, Елховка (Сура ҡушылдығы), Иванырс, Инза[d], Иреть (Сура ҡушылдығы), Ишимка (йылға), Каля, Кармала (Сура ҡушылдығы), Качимка, Киря[d], Киша (йылға), Колдаис, Колоярка, Кумашка[d], Курмышка, Кувалда (Сура ҡушылдығы), Лаша (Сура ҡушылдығы), Кесе Сарка, Медяна, Меня, Мыслец, Нерлейка, Огневка (Сура ҡушылдығы), Пелетьма, Пенза (йылға), Пензятка[d], Пошнарка, Промза, Репьевка (Сура ҡушылдығы), Семьянка, Синяш, Тала (Сура ҡушылдығы), Труев, Умыс[d], Урга[d], Уревка, Хондор, Чеберчинка, Чугунка[d], Шнаево, Штырма, Шукша (йылға), Юловка (йылға), Чермелей, Ичикса, Ялма[d], Чёрная[d], Моршанка, Старая Сура[d] һәм Барковка (приток Суры)[d]
Йылғалағы һыу ятҡылығы Пензенское водохранилище[d]
Һыу йыйыу бассейны Волга бассейны[d]
Һыу сығымы 260 м³/с
Бассейн майҙаны 67 500 км²
Донъя ҡитғаһы Европа
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ульяновск өлкәһе, Сыуашстан, Түбәнге Новгород өлкәһе, Пенза өлкәһе һәм Мордовия Республикаһы
Оҙонлоҡ 841 km
Бассейн категорияһы Категория:Сура (Волга ҡушылдығы) бассейны
Карта
 Сура Викимилектә

Сурское ҡасабаһы эргәһендә Сура йылғаһы

Сура́ (сыуаш. Сăр, тау марийса Шур), эрзя Сура лей)[1] — ҙур йылға, Волга.йылғаһының уң ҡушылдығы. Ульяновск, Пенза һәм Түбәнге Новгород өлкәләре, Мордва, Марий Эл һәм Сыуашстан аша аға.

Йылғаның оҙонлоғо — 841 км, һыу йыйыу бассейны майҙаны — 67,5 мең км². Тамағында уртаса һыу сығымы — 260 м³/с.[2].

Волга буйы ҡалҡыулығынан, Ульяновск өлкәһендәге Сурские Вершины ауылынан башлана һәм тәүҙә көнбайышҡа, һуңынан башлыса төньяҡҡа аға. Түбәнге ағымында һал ағыҙалар һәм суднолар йөрөй. Сәнәғәтте һыу менән тәьмин итеү өсөн ҡулланыла. Сура буйындағы иң ҙур ҡала — Пенза. Шулай уҡ Сура буйында Сурск, Алатырь, Ядрин, Шумерля ҡалалары, тамағында — Васильсурск пристаны, Курмыш ауылы урынлашҡан. XVI быуатҡа тиклем Сура буйлап Мәскәү кенәзлегенең көнсығыш сиге үтә.

Топонимика[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Сура — бормалы йылға һәм уның йырҙаһы, күп ваҡыт, ҡырҡа боролоштар яһай. Таулы марий телендә «шур» шулай уҡ «мөгөҙ» (хайуан мөгөҙө)[3] тигәнде аңлата. Этимологияһы ошо һүҙҙән килеп сыҡҡандыр, моғайын.
  • Икенсе фараз:
Мордвала йылға Сура, ҡайһы саҡта Суро тип атала, таулы марий телендә Шур, удмурт телендәге шур «йылға», сыуаш телендәге шор, шур «һаҙлыҡ», коми телендәге шор «инеш, шишмә, гөрләүек» менән сағыштыр. Былар барыһы ла Сура гидронимының Волга буйы үле фин-уғыр телендәге «йылға» терминынан сыҡҡанын фаразлау мөмкинлеген бирә.

— Географические названия мира: Топонимический словарь. — М: АСТ. Поспелов Е.М. 2001

  • Өсөнсө фараз:
Атаманың килеп сығышы тураһында мордва риүәйәте бар: «Борон замандарҙа күп халыҡтар бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөгәндәр. Мордва бында килгәндә, Волгала ниндәйҙер бер халыҡ йәшәгән. Мордва Волгаға килә, ләкин алдан килгән кешеләр уларҙы йылға буйлап түбәнгә төшөргә бирмәгәндәр. Мордва ҡабат кире киткән, ләкин үрге яҡтан, Волга яғынан; улай барған, былай барған, йәшәр урын эҙләгән. Һәм икенсе йылға һыуҙарын Волгаға көньяҡтан ҡойған ергә килеп сыҡҡан. Ҡарттар бергәләп кәңәшләшә башлағандар: нишләргә, ҡайҙа барырға? Араларында иң ҡарты әйткән: „Бына был йылға нәҡ бармаҡ кеүек, ҡайҙа барырға икәнен күрһәтә. Беҙгә шул йылға буйлап китергә һәм шунда йәшәргә кәрәк тигән“. Уны тыңап, шул йылға үренә ҡарап атлағандар, унда башҡа халыҡ булмай, бер кем дә йәшәмәгән була. Урын һунар итергә яҡшы, урмандар күп була. Шулай итеп, йәшәргә ҡалғандар. Ә йылғаны Сур тип атағандар — ул, бармаҡ кеүек, уларға йәшәү урынын күрһәткән. Сур мордва телендә — „Бармаҡ“ тигәнде аңлата» («Мордва халҡының ауыҙ-тел ижады», том Х. — Саранск, 1983, 230 бит)

— Древности Пензенского края в зеркале топонимики[4]

  • Дүртенсе фараз:
… татар телендә «соры́» тигән һүҙ бар (Сураны татарҙар тап шулай атап йөрөтә), сура йылғаһының һыуы ысынлап та һоро йәки соры.[5]}}

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тулылануыуы, ҡар өҫтөнлөк ала тиер кәрәк, ҡатнаш. Ташҡын апрель — майҙа. Ноябрь — декабрҙә туңа, март аҙағында — апрелдә боҙҙан әрселә.[2]Сура һыуһаҡлағысын ҡорғандан һуң йылға аҡмаһы йәки ағып төшкән һыу күләме көйләнгән.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XVI быуатта Сура йылғаһы сик буйы һыу ағымы була. Рәсәйгә 1517 һәм 1526 йылдарҙа килгән дипломат һәм сәйәхәтсе Сигизмунд фон Герберштейн былай тип яҙа: «Сура йылғаһы Мәскәү һәм Ҡаҙан батшалары биләмәләрен бүлә, ул көньяҡтан аға, көнсығышҡа боролоп, Новгородтан егерме һигеҙ миль түбәнерәк Волгаға ҡоя. Волга һәм Сура ҡушылған ерҙә, уның бер ярында, хаким Василий ҡәлғә төҙөгән һәм үҙ исеме менән Василёвгород (Basilowgorod) тип атаған»[6]. Был ҡәлғәне төҙөгәндән һуң урыҫтар нигеҙҙә бөтә йылғаны тиерлек үҙ контроле аҫтына ала.

1557 йылда, Иван Грозныйҙың Ҡаҙан походы ваҡытында отряды менән Сураға килгән кенәз А. М. Курбский «бөйөк йылға, бында балығы бик күп»[7] ти. XVI быуатта Сурала һәм уның ҡушылдыҡтарында ҡала-ҡәлғәләр: Саранск (1641 йылда), Пенза (1663 йылда) һ. б. төҙөлгән. Сураның ихтиофаунаһы тураһында тәүге тапҡыр телгә алыу, моғайын, 1728 й. Геральдик контораға Пенза ҡалаһы тураһында мәғлүмәт биреүҙән башланғандыр: «Был ҡала Пенза һәм Сура йылғалары буйында төҙөлгән. Ә билдәләнгән йылғаларҙа һәм күлдәрҙә: суртан, ҡарабалыҡ, шамбы, йәйен, опто, сабаҡ, һыла, ҡорман, алабуға, табан балыҡ балыҡтары»[7].

Сура бассейнында тәүге тикшеренеүҙе 1768 йылда П. С. Паллас экспедицияһы үткәрә. Уның маршруты Түбәнге Новгород һәм Пенза губерналары буйынса үтә.

Климаты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бассейн һалҡын ҡышы һәм уртаса эҫе йәйе менән айырылып торған уртаса континенталь климатта урынлашҡан. Территория өҫтөнлөк итеүсе көнбайыш елдәр күсергән уртаса киңлек һауа массалары йоғонтоһо аҫтында ята. Иң эҫе айҙың, июлдең, уртаса температураһы — 18-19 °С; иң һыуыҡ айҙың, ғинуарҙың — −11- −12 °С. Уртаса йыллыҡ температура 4 °С тирәһе, дымлылыҡ — 75 %. Ҡар ҡатламы уртаса ноябрҙең 15-20 чилоларында урынлаша һәм 150—160 көн тора[8].

Үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сурское ҡасабаһы эргәһендә Сура йылғаһы

Сура бассейны хәҙерге осор балыҡ составы төрҙәре 50 таксон тәшкил итә, шуларҙың икенсе йылғанан килгәне 37 төр, интродуцент — 13, хәҙерге ваҡытта үткенсе проходной төрҙәре билдәләнмәй. Төп йүнәлеш төрҙәре осрай Сүрә өлөшөн (42) һәм ҙур ҡушылдыҡтары (34). Сура йылғаһы бассейны һыу ятҡылыҡтарында һәм һыу ағымдарында күпселектә 7 төр балыҡ осрай: суртан, ялтырбалыҡ, ябай еҙ мыйыҡ, көмөш табан балыҡ, сабаҡ һәм алабуға. Быуа хужалыҡтарынан һаҙандың килеп эләгеүе һыуҙарҙа уның осрауына сәбәпсе була. Фәҡәт Сура йырҙаһында ғына осраусы 5 төрҙө билдәләргә кәрәк: диңгеҙ балығы йыланбалыҡ, күкйөн йәки күкәнәш, береш. Тик быуа һәм һыуһаҡлағыстарҙа 3 төрө: аҡ амур, буффало һәм һаҙандар ғаиләһенән сыбар ташбаш билдәләнгән. Әммә күп кенә интродуценттар хужалыҡтарҙан «ҡасып» килә, һәм улар йылғалар йырҙаһына эләгә. 2008 йылда ГосНИОРХ государственный научно-исследовательский институт озерного и речного рыбного хозяйства им. Л. С. Берга хеҙмәткәрҙәре Сураның түбәнге ағымында (ағым буйлап 28 км үргә суднола барыу) үгеҙбалыҡ ташбаш булыуын билдәләгән. Сура бассейны һыуҙарында төбәк Ҡыҙыл китабына индерелгән 37 төрҙөң 29 төрө тереклек итә һәм/йәки тереклек иткән[1]

Һөтимәр хайуандарҙан: ябай ҡондоҙ, ондатра, шәшке тереклек итә. Ҡайһы саҡта тирә-яҡ урмандарҙан һыулауға ҡабандар сыға.
Амфибиялар: быуа һәм күл тәлмәрйене, әрмәнде һирәк осрай.
Һөйрәлеүселәр: ябай туҙбаш.
Бөжәктәр: энәғараҡ һәм башҡа күп төрҙәр быуа һыу ҡандалаһы.
Моллюскылар: анодонта-ҡабырсаҡ, йылға ҡабырсағы, быуа ҡусҡары. Ҡыҫалалар осрай. Сура үҙәнендә Алатырь районы территорияһында «Присурский» ҡурсаулығының төп өлөшө урынлашҡан.

Ихтиофаунаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

В конце XIX быуат аҙағында Сембер губернаһының Алатыр, Ҡурмыш, Ардат өйәҙҙәрендә тотолған балыҡ араһында: алабуға, һыла, ҡорман, ажау, уҡбалыҡ, опто, һаҙан, табан балыҡ, суртан, сабаҡ, шамбы, белуга, ҡырпа йәки ҡарабалыҡ, бикре йәки мәрсен балыҡ, сельдь, йәйен, борош[9]билдәләнә.

Сура башы ихтиофауна составы буйынса ярайһы уҡ ярлы һәм бында балыҡтың 9 төрө: йылға сабағы, ялтырбалыҡ, суртан, алабуға, шамбы, ябай зөгәй, еҙ мыйыҡ, себер һәм ябай ҡомтөрткө йөҙә. Һуңғы йылдарҙа йылдарҙа ҡондоҙарҙың мөхит үҙгәртеп ҡороу эшмәкәрлеге арҡаһында Үрге Сура гидрорежимы һиҙелерлек үҙгәрҙе. Типик реофиль «инеш» фаунаһы лимнофиль фауна менән алмашына. Әгәр элек тотолған балыҡтың 90%-тан ашыуын ер йылға сабағы гольян тәшкил итһә, хәҙер бында еҙ мыйыҡ, алабуға һәм ялтырбалыҡ һаны артҡан[1].

Явлейка ауылынан алып Чаадаевка ҡасабаһына тиклемге участкала ихтиофауна беленеп торған реофиль «характеры», лимнофиль төрҙәр әлегә күп түгел. Реофил төрҙәр араһында: ер ажау голавль, ер бөгәрсә, йоморо сабаҡ елец, быстрянка, ер борош подуст, ер бәшкәләк, ер аҡ сабаҡ уклейка, иҙел ер пескарь ҡомай, ташбаш. Сабаҡ, алабуға, суртан һаны күп кенә[1].

[1].

Чаадаевка ауылынан Колдаис ауылына тиклем участкала лимнофиль һыҙаттар күберәк сағыла. Юғары һанлы төрҙәр араһында сабаҡ, аҡ сабаҡ йәки бәшкәләйҙе уклейка, алабуға, ҡорманды айырып ҡарап була. А. В. Янкин ҡынса мәғлүмәттәре буйынса бында яҡынса 28 төр, ә иҫке үҙәнендәген иҫәпкә алғанда — 31 төр[10] йәшәй. Был участка ихтиофаунаһының шундай юғары төрлөлөгө Сура һыуһаҡлағысы быуаһының йоғонтоһо менән аңлатыла[1].

Үрге участкала төрҙәр күп түгел, ә йылға тамағына яҡын участка — күп төрлө. Әлеге ваҡытта Сураның үрге ағымында — 33, урта ағымында — 29, түбәнге ағымында — 35 төр иҫәпләнә. Ҡаралған ошо участкаларҙа иң күп үрсегәне һәм киң таралғаны ер аҡ сабаҡ йә бәшкәләй уклейка һәм сабаҡ, ә иң һирәк осрағаны — эт балығы йәки һаҡалсан, һаҙан, сөгә һәм береш. Дөйөм алғанда, йылға йырҙаһында 14 балыҡ ғаиләһенә ҡараған 41 балыҡ төрө бар[1]

Сураның тамағы һәм түбәнге ағымы участкалары промыслала балыҡ тотоу маҡсатында файҙаланыла[1].

Сура ҡушылдыҡтары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һул ҡушылдыҡтары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уң ҡушылдыҡтары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Галерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Сура оборона рубежы

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 1,7 Ручин А. Б., Артаев О. Н., Клевакин А. А. и др. Рыбное население бассейна реки Суры: видовое разнообразие, популяции, распределение, охрана. — Саранск: Мордов. ун-та, 2016. — 272 с. — ISBN 978-5-7103-3217-7. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «Ручин» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән
  2. 2,0 2,1 Сура (река) // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  3. Большой марийско-русский словарь (1990—2005): Марий йылме мутер = Словарь марийского языка в 10 томах. Йошкар-Ола: Марийское книжное издательство, 1990—2005. Дата обращения: 2 декабрь 2014. Архивировано из оригинала 9 декабрь 2014 года. 2014 йыл 9 декабрь архивланған.
  4. М.С. Полубояров. Древности Пензенского края в зеркале топонимики: Москва, 2010. inpenza.ru. Дата обращения: 6 декабрь 2019.
  5. Орлов А.М. Нижегородские татары: этнические корни и исторические судьбы. Нижний Новгород, 2001. mishare.narod.ru. Дата обращения: 6 декабрь 2019.
  6. Сигизмунд Герберштейн. Записки о Московии, в 2 тт. / А.Л.Хорошкевич, пер. А.И.Малеина, А.В.Назаренко. — М.: Памятники исторической мысли, 2008.
  7. 7,0 7,1 Ошибка: не задан параметр |заглавие= в шаблоне {{публикация}} // Ошибка: не задан параметр |издание= в шаблоне {{публикация}}.
  8. Географический атлас Республики Мордовия / А.А. Ямашкин, С.М. Вдовин, Н.П. Макаркин и др.. — Саранск: Мордов. ун-та, 2012. — 204 с.
  9. Рыболовство в России в 1900 году: По материалам, полученным от хозяев, состоящих корреспондентами Отдела Сельской Экономии и Сельскохозяйственной Статистики и от учреждений, ведающих дела по рыболовству. — С. Петербург, 1901. — 122 с.
  10. Ошибка: не задан параметр |заглавие= в шаблоне {{публикация}}.
  11. Карта бите N-38-46-A-a.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Сура // Словарь современных географических названий / Рус. геогр. о-во. Моск. центр; Под общ. ред. акад. В. М. Котлякова. Институт географии РАН. — Екатеринбург: У-Фактория, 2006.