Эстәлеккә күсергә

Сургучёв Михаил Леонтьевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сургучёв Михаил Леонтьевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 16 ноябрь 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})
Тыуған урыны Петропавловка, Сәйет ауыл советы, Мәләүез районы, СССР
Вафат булған көнө 1 апрель 1991({{padleft:1991|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (62 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Ерләнгән урыны Кунцево зыяраты[d]
Һөнәр төрө ғалим
Эшмәкәрлек төрө нефть сығарыу[d]
Уҡыу йорто Ишембай нефть колледжы
Һамар дәүләт техник университеты
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Ойошма ағзаһы СССР Фәндәр академияһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин премияһы РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре Фән һәм техника өлкәһендәге Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премияһы

Сургучев Михаил Леонтьевич (16 ноябрь 1928 йыл1 апрель 1991 йыл) — нефть һәм газ ятҡылыҡтарын эшкәртеү, ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу һәм нефть промыслаһы геологияһы өлкәһендә совет ғалимы. Техник фәндәре докторы (1965), профессор, СССР Фәндәр академиияһының ағза-корреспонденты (1990). Ленин премияһы лауреаты (1966). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1989). 1986 −1991 йылдарҙа — Бөтә Союз нефть һәм газ ғилми-тикшеренеү институты (ВНИИнефть) һәм «Нефтеотдача» Тармаҡ-ара фәнни-техник комплексы (МНТК) директоры.

Ишембай нефть техникумын тамамлаған.

Куйбышев индустриаль институтын тамамлағандан һуң Л. М. Сургучев «Гипровостокнефть» институтында (Һамар) эшләй, унда кандидатлыҡ (1959), ә һуңынан докторлыҡ (1965) диссертацияларын яҙа.

1966 йылда академик А. П. Крылов М. Л. Сургучёвты Бөтә Союз нефть һәм газ ғилми-тикшеренеү институтына (ВНИИнефть) проектлау методикаһы лабораторияһы етәксеһе, ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу һәм эшкәртеүҙең яңы алымдарын эшләү бүлеге начальнигы итеп эшкә саҡыра, 1974 йылдан фән буйынса директор урынбаҫары.

1986 йылда, илдә фән менән производство интеграцияһының Тармаҡ-ара фәнни-техник комплекс (МНТК) күренешендәге тәүге формалары барлыҡҡа килгәс, СССР Министрҙар Советы М. Л. Сургучёвты «Нефтеотдача» МНТК-һы генераль директоры итеп тәғәйенләй, бер үк ваҡытта ВНИИнефть директоры вазифаһын да башҡара. Ул үҙенең вафатына тиклем ошо бурыстарҙы үтәй.

М. Л. Сургучёв нефть һәм газ ятҡылыҡтарын эшкәртеү, ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу өлкәһендә белгес була. М. Л. Сургучёв етәкселегендә һәм уның туранан-тура ҡатнашлығында теоретик, эксперименталь һәм тәжрибә-промысла эштәре комплексы үткәрелә, улар ер ҡуйынынан нефтте һурып алыуҙың юғары кимәлен тәьмин итеүсе технологиялар эшләүгә йүнәлтелгән булалар.

М. Л. Сургучёв нефть һәм газ ятҡылыҡтарын эшкәртеүҙең яңы ысулдары һәм технологияларының фундаменталь нигеҙеҙәрен үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерә. Уның тарафынан нефть ятҡылыҡтарын эшкәртеүҙең блок системаһы фәнни нигеҙләнә, был башта Куйбышев өлкәһендәге ятҡылыҡтарҙа, һуңынан Көнбайыш Себерҙә һәм илдең башҡа нефть сығарыусы төбәктәрендә ҡулланыла. 1966 йылда нефть ятҡылыҡтарын эшкәртеүҙең был системаһын эшләгәне өсөн уға, авторҙаштары менән бергә, Ленин премияһы бирергә ҡарар сығарыла.

М. Л. Сургучёв бер нисә нефть ятҡылыҡтарын эшкәртеү проекттары авторы.

М. Л. Сургучёв 200-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт баҫтырып сығарған, шул иҫәптән 16 монография; 31 уйлап табыуын патентлаған. 19 фән кандидаты әҙерләгән.

М. Л. Сургучёв бер нисә ғилми совет ағзаһы, нефть ятҡылыҡтарын эшкәртеү буйынса Үҙәк комиссия рәйесе урынбаҫары, «Нефтяное хозяйство» журналы редколлегияһы ағзаһы булып тора.

1987 йылда Сургучев Донъя нефть конгресы башҡарма комитеты вице-рәйесе итеп һайлана. 1990 йылдың декабренән СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты.

М. Л. Сургучёв 1991 йылдың 1 апрелендә вафат була. Кунцево зыяратында ерләнгән[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • СССР-ҙың почетлы нефтсеһе.
  • СССР-ҙың уйлап табыусыһы.
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре.
  • Ленин премияһы лауреаты (1966 йыл) — нефть ятҡылыҡтарын эшкәртеүҙең блок системаһын фәнни нигеҙләгәне һәм практикаға индергәне өсөн.
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.
  • Сургучев М. Л. Регулирование процесса разработки нефтяных месторождений платформенного типа — М.: Гостоптехиздат, 1960. — 58 с.
  • Сургучев М. Л. Эффективность современных методов разработки нефтяных залежей — Куйбышев: Куйбыш. кн. изд-во, 1962. — 92 с.
  • Колганов В. И., Сургучев М. Л., Сазонов Б. Ф. Обводнение нефтяных скважин и пластов М.: Недра ,1965. — 264 с.
  • Сургучев М. Л. Методы контроля и регулирования процесса разработки нефтяных месторождений — М.: Недра, 1968. — 300 с.
  • Борисов Ю. П., Сургучев М. Л. Принципы технологического проектирования разработки нефтяных месторождений в условиях заводнения пластов применительно к поздней стадии их эксплуатации — М., 1968. — 24 с.
  • Сургучев М. Л. Гидродинамическое, акустическое, тепловое циклические воздействия на нефтяные пласты — М.: Недра, 1975. — 185 с.
  • Сургучев М. Л. Применение мицеллярных растворов для увеличения нефтеотдачи пластов — М.: Недра, 1977. — 175 с.
  • Сургучев М. Л. Физико-химические микропроцессы в нефтегазоносных пластах — М.: Недра, 1984. — 215 с.
  • Сургучев М. Л. Вторичные и третичные методы увеличения нефтеотдачи пластов — М.: Недра, 1985. — 308 с.
  • Сургучев М. Л., Колганов В. И., Гавура А. В. [и др.]. Извлечение нефти из карбонатных коллекторов М.: Недра, 1987. — 229 с.
  • Шарбатова И. Н., Сургучев М. Л. Циклическое воздействие на неоднородные нефтяные пласты — М.: Недра, 1988. — 121 с.
  • Сургучев М. Л.. Методы извлечения остаточной нефти — М.: Недра, 1991. — 347 с.
  • Сургучев М. Л. Ресурсосбережение при извлечении нефти — М.: Недра, 1991. — 170 с.
  • Амелин И. Д., Сургучев М. Л., [и др.]. Прогноз разработки нефтяных залежей на поздней стадии М.: Недра, 1994. — 308 с.
  • Сургучев Л. М., Сургучев М. Л. Процесс ВГВ в неоднородных пластах. «Нефтепромысловое Дело», Москва, No. 6-7, 1993.
  • Сургучев Л. М., Сургучев М. Л. Эффективность когенерации и её применение в нефтяной промышленности. М., Нефтяное Хозяйство, No 6, 1989.
  • Большой энцикл. словарь: В 2-х т. /Гл. ред. А. М. Прохоров. — М.: Сов. энциклопедия, 1991.
  • Отечественные члены-корреспонденты Российской академии наук XVIII ― начала XXI века : геология и горные науки / Ю. Я. Соловьев, Г. П. Хомизури, З. А. Бессуднова. ― Москва, 2007.