Суртанды (тау һырты)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Суртанды
башҡ. Аҡбейек
53°46′26″ с. ш. 58°03′50″ в. д.HGЯO
Ил Рәсәй Рәсәй
Регион Башҡортостан
Тау системаһы Урал тауҙары
Оҙонлоғо 13 км
Киңлеге 3 км
Иң юғары нөктәһе 1045
Суртанды (тау һырты) (Рәсәй)
Montanya.svg
Суртанды
Суртанды (тау һырты) (Башҡортостан Республикаһы)
Montanya.svg
Суртанды

Суртанды (башҡ. Аҡбейек) — Көньяҡ Уралда тау һырты. Башҡортостанда Белорет районында урынлашҡан.

Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Суртанды ҡыраҡа тау массивына ҡарай. Белорет районы буйлап Ағиҙел һәм Оло Рәз (Ағиҙел йылғаһы бассейны) йылғалары араһында, субкиңлек йүнәлешендә һуҙылған. Бер нисә яйла һымаҡ түбәләрҙән (тәпәш яҫы таулыҡ) тора: бейеклектәре 1038 м. , 967 м., 693 м., 668 м.

Ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Оҙонлоғо яҡынса 13 км;
  • Киңлеге 2—3 км;
  • Абсолют бейеклеге 1045 м.

Рельефы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Уртаса таулы, тау араһы уйпатлыҡтары, уйһыулыҡтар, йылға үҙәндәре һәм йырындар менән йырғыланған.

Битләүҙәре ҡаялы, текә. Һырттың төньяҡ-көнсығыш өлөшө Аҡбейек һыртына, көньяҡ өлөшө Астой һыртына күсә.

Ҡыраҡа тектоник комплексы тоҡомдарынан тора. Һыртта Кесе һәм Оло һарғая, Суртанды йылғалары башланғыс алып Ағиҙел йылғаһына барып ҡоялар. Уларҙан тыш Үҙән йылғаһы бассейнына ҡараған Уң һарына йылғаһы ағып сыға.

Ландшафы һоро урман-тау тупрағындағы ҡарағас һәм ҡарағай урмандарынан тора. Шулай уҡ, йоҡа ҡатламлы көлһыуланған кара тупраҡташ һәм органоген-ташлы тау тупрағындағы тау урман-далалары хас.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. http://xn--p1acf.xn----7sbacsfsccnbdnzsqis3h5a6ivbm.xn--p1ai/index.php/prosmotr/2-statya/3193-surtandy-khrebet
  2. http://www.beloretsk.ru/turist/23/585
  3. http://deartravel.ru/4988-gornye-hrebty-rossii.html#sel=