Сусаҡтау
Сусаҡтау | |
![]() | |
Дәүләт |
![]() |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
Сусаҡтау — Башҡортостандағы тау. Әлшәй районындағы Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылынан төньяҡҡа табан 5 км алыҫлыҡта Дим йылғаһының уң ярында урынлашҡан.
Осло түбәле Сусаҡтау — ҡалдыҡ тау, Башҡортостан Республикаһының тәбиғәт ҡомартҡыһы, уның дөйөм майҙаны 116 гектар[2]. Тауҙа һәм уның биттәрендә ағастар бөтөнләй үҫмәй, улар тик үлән менән генә ҡапланған. Тауҙың көньяҡ-көнбайыш итәгенән Дим йылғаһы аға.
Тау битләүҙәрендәге ҡомло яландарҙа күп төрлө үҫемлек үҫә, улар араһында Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына индерелгәндәре лә бар (мәҫәлән, ҡауырһынлы ҡылған)[2].
Туризм[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Сусаҡтау һәм уның тирә-яғы туристарҙы, шулай уҡ Раевка—Стәрлетамаҡ юлынан үткәндәрҙе хозур тәбиғәте менән йәлеп итә. Тау башынан Дим киңлектәренә матур күренеш асыла. Сусаҡтауҙан күптәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан Сатыртауҙы ла күрергә була.
Ялған факттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡайһы бер турист-блогерҙар, тауҙың тышҡы ҡиәфәтенә ҡарап, уны «Ҡыҙ күкрәге» тип атай. Әммә яҡын-тирәләге ауыл халҡы был исемде бер ҡасан да ҡулланмаған. Урындағылар уны «Таҙ тау» тип тә атай.
Сусаҡтау — ваҡытлы матбуғатта[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Суфийәнова Ф. Теләктәр тауы тарта. «Башҡортостан» гәзите, 2014, 17 сентябрь[3].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ 2,0 2,1 Федеральное управление, службы по надзору, природопользование, Республика Башкортостан 2008 йылдың 9 май көнөндә архивланған.
- ↑ «Башҡортостан» гәзите, 2014, 17 сентябрь 2017 йылдың 30 ноябрь көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 20 июнь 2017)
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Башҡорт энциклопедияһы. Сусаҡтау.(недоступная ссылка)