Суфия (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Суфия — башҡорт һәм башҡа төрки халыҡтарға ғәрәптәрҙән ингән ҡатын-ҡыҙ исем.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Суфия — «суфый, тыйнаҡлы»; «изге» мәғәнәләрен аңлатҡан ҡыҙ балаларға ҡушылған мосолман исеме[1].

Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Суфия Шәрифулла ҡыҙы Ҡорбанғәлиева(13 февраль 1949 йыл) — башҡорт артисы, уҡытыусы һәм тәржемәсе. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2000) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ (1990) артисы.

Суяия Ғилман ҡыҙы Кусимова (5 март 1944 йыл) — ғалим-театр белгесе, юғары мәктәп эшмәкәре. 1973—1982 йылдарҙа Өфө дәүләт сәнғәт институтында факультет деканы, 1983—1987 һәм 1992—2011 йылдарҙа кафедра мөдире. 1969 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Сәнғәт ғилеме кандидаты (1974), профессор (1997). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1984), Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (1999). Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы, Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгән (2014).

Суфия Мирғәли ҡыҙы Китапова (12 ноябрь 1922 йыл — 24 декабрь 1997 йыл) — иҡтисадсы, иҡтисад фәндәре кандидаты (1959), Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1977).

Суфия Фатих ҡыҙы Юлмәтова (2 ғинуар 1919 йыл — ?) — әҙәбиәт белгесе. Филология фәндәре докторы (1981), профессор (1984). БССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1991). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Мәскәү дәүләт университетын тамамлай (1941). «Башҡорт совет әҙәбиәте тарихы» баҫмаһы авторҙарының береһе (1966).

Архитектурала[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Суфия (мәсет) халыҡ телендә Ҡантүк мәсете тип тә йөрөтөлә — Башҡортостандың Стәрлетамаҡ районы Ҡантүк ауылында урынлашҡан мәсет. Башҡортостан Республикаһының иң матур мәсеттәре иҫәбенә инә.

Айя Суфия (грек. Ἁγία Σοφία, полностью: Ναός τῆς Ἁγίας τοῦ Θεοῦ Σοφίας; төр. Ayasofya) — Истанбулдағы мәсет. 1935 йылда музей статусы ала. Хәҙерге көндә лә музей (төр. Ayasofya Müzesi). ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән. Элекке христиан храмы.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ