Суфия (мәсет)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мәсет
Суфия
Ил Рәсәй
Ауыл Кантюковка
Конфессия Ислам
Бина тибы мәсет
Проект авторы Айвар Ғүмәр улы Саттаров
Төҙөүсе Һамар ҡалаһы, «Диамант» төҙөлөш компаниеһы
Төҙөлөшө 2000-се—25 август 2008 йылдар
Бөгөнгө хәле Эшләй

«Суфия́» мәсете, шулай уҡ халыҡ телендә Ҡантүк мәсете тип тә йөрөтөлә. Ул Башҡортостандың Стәрлетамаҡ районы Ҡантүк ауылында урынлашҡан. Республикабыҙҙың иң матур мәсеттәре иҫәбенә керә[1].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Баш архитектор Айвар Саттаровтың әйтеүенсә,[2]мәсет көнсығыш мотивтарға оҡшатып, шулай уҡ башҡорт һәм татар халыҡтарының мәҙәниәте өлгөләре буйынса эшләнгән. Ул ауыл халҡының һооауы буйынса, хәҙерге Ҡазан ҡалаһы трансгаз газпромы ООО-һы генераль директоры Рәфҡәт Кантюковтың бағымсылыҡ ярҙамы аҡсаһына төҙөлгән.][3]. Исеме, Рәфҡәт Кантюковтың әсәһе Суфия апай иҫтәлеген йөрөтә. Мәсет 2008 йылдың 22 авгусында асыла. Асылыу тантанаһында Башҡортостандың премьер -министры Раил Сарбаев, Тарастандың премьер-министры Рөстәм Миниханов, Рәсәй үҙәк мосолмандар назараты мөфтөйө Тәлғәт Тәжетдин, Башҡортостан Республикаһы мөфтөйө Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин, яҡын райондарҙың имамдары, район хакимиәте вәкилдәре ҡатнашты.

Үҙенсәлектәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҙурлығы буйынса үтә ҙур булмаған мәсет мәрмәр, алтын, мозаика менән биҙәлгән. Эс яғы Уралдың ике төҫтәге мәрмәре, италия мозаикаһы, чех ғәлсәр шәмдәле һәм ҡәндиле, бик матур, ҡулдан һуғылған балаҫ-келәмдәр менән биҙәлгән. Мәсет янында яһалма һыу ятҡылығы булдырылған.[4]. Тыш яҡтан Ҡойойылға ятҡылығы мәрмәре менән тышланған[5],цоколь һәм баҫҡыстары урал змеевигы (төҫлө таш) эшләнгән. Эшләнеп бөтөү менән мәсет иҫтәлекле ауылдың, райондың, хатта республиканың иҫтәлекле урынына әүерелә. Мәсетте тарихи тикшеренеүсе Миҙхәт Рәхимҡолов бына нимә ти:


— «Суфия» Һиндостандағы Таж мәхәл донъя мөғжизәһен хәтерләтә. Айырма тик ҙурлығында ғына. Таж мәхәл шаһтың мәрхүмә һөйөклө ҡатынына бағышланһа, беҙҙең мәсет әсәгә улының мәрхәмәтен һүрәтләндерә. Ауылда Аллаһ йорто бар икән, тимәк халыҡтарҙың күңелендә лә Аллаһ бар.

Галерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]