Сухов Владимир Павлович
Сухов Владимир Павлович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР[1] Рәсәй[1] |
Тыуған көнө | 11 февраль 1934 |
Тыуған урыны | Электросталь ҡалаһы, Мәскәү өлкәһе, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 26 февраль 2016 (82 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Һөнәр төрө | уҡытыусы |
Эш урыны | Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты |
Уҡыу йорто | Санкт-Петербург дәүләт университеты |
Ғилми дәрәжә | геология-минералогия фәндәре кандидаты[d] һәм педагогия фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Сухов Владимир Павлович (11 февраль 1934 йыл — 26 февраль 2016 йыл) — ғалим-геолог һәм педагог‑методист, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Геология‑минералогия фәндәре кандидаты (1969), педагогия фәндәре докторы (2005), профессор (1992). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1992), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1988). К. Д. Ушинский миҙалы менән бүләкләнеүсе.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Владимир Павлович Сухов 1934 йылдың 11 февралендә Мәскәү өлкәһенең Электросталь эшселәр ҡасабаһында тыуған.
1957 йылда Ленинград дәүләт университетының геология факультетын тамамлай. Красноярск геология идаралығында эшләй: 1958 йылдан алып инженер-геолог, 1959 йылдан геология-экспедицияның эҙләү отряды начальнигы. 1961—1963 йылдарҙа Башҡортостан территориаль геология идаралығының Көнбайыш Башҡортостан комплекслы геология экспедицияһында начальник, өлкән геолог, 1966 йылдан геология институтында (Ѳфѳ). СССР фәндәр академияһының Башҡортостан филиалының геология институтында аспирантураны тамамлай (1966 йыл), һарытау университетында кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай (1969 йыл).
1974 йылдан алып Башҡорт дәүләт педагогия институтында (хәҙер М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты) өлкән уҡытыусы вазифаһын башҡара, һуңынан доцент була, 1992 йылдан — профессор. 1990—2000 йылдарҙа — иҡтисади география кафедраһы мөдире. 2005 йылда А. И. Герцен исемендәге Рәсәй дәүләт педагогия университетында (Санкт-Петербург) мәктәптә география уҡытыу методикаһы буйынса докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.
Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары: геология өлкәһендә — Башҡорт Урал алды кайнозой палеогеографияһы, педагогика өлкәһендә — урта дөйөм белем биреү мәктәбендә фекерләүҙе үҫтереү йәһәтенән географияны уҡытыу методикаһы.
Рәсәй һәм Башҡортостан (М. Ф. Хисмәтов менән авторҙаш) мәктәптәре өсөн география дәреслектәре авторы (6 һәм 8 кластар өсөн). СССР һәм Рәсәй география уҡытыусылары өсөн квалификация күтәреү курстарында лектор булараҡ билдәле (1980 йылдар аҙағынан 2000 йылдарға тиклем).
Ғалим 2016 йылдың 26 февралендә Өфө ҡалаһында вафат була[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1992)
- РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1988).
- К. Д. Ушинский миҙалы
Төп хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]100-ҙән ашыу фәнни һәм уҡытыу-методик эштәр авторы.
- Физическая география СССР: пробный учебник для 8-го класса. — М.: Просвещение, 1989. — 271 с. — ISBN 5-09-001465-5.
- Физическая география СССР: учебник для 8-го класса. — М.: Просвещение, 1991. — 271 с. — ISBN 5-09-003033-2.
- Физическая география. Начальный курс: пробный учебник для 6-го класса. — М.: Просвещение, 1995. — 192 с. — ISBN 5-09-005936-5.
- Деятельностный подход в развивающем обучении школьников: монография. — Уфа: БГПИ, 1997. — 132 с. — ISBN 5-87978-088-0.
- География Башкортостана: учебник для 9-го класса. — Уфа: Китап, 2000. — 200 с. — ISBN 5-295-02757-0.
- Физическая география. Начальный курс: учебник для 6-го класса. — 3-е. — М.: Просвещение, 2001. — 192 с. — ISBN 5-09-010284-8.
- Системно-деятельностный подход в развивающем обучении школьников: монография. — СПб.: РГПУ, 2004. — 155 с. — ISBN 5-8064-0851-5.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
- ↑ Официальный сайт Башкирского государственного педагогического университета им. М. Акмуллы. Некролог (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 февраль 2019)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сухов Владимир Павлович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 2 февраль 2019)
- Башкирский госпедуниверситет
- 11 февралдә тыуғандар
- 1934 йылда тыуғандар
- Электросталдә тыуғандар
- 26 февралдә вафат булғандар
- 2016 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- Санкт-Петербург дәүләт университетын тамамлаусылар
- РСФСР халыҡ мәғарифы отличниктары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Мәскәү өлкәһендә тыуғандар
- Педагогтар
- Геология-минералогия фәндәре кандидаттары
- Педагогия фәндәре докторҙары
- Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусылары
- Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусылары
- Башҡортостан шәхестәре
- К. Д. Ушинский миҙалы менән наградланғандар