Суходол күле

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Суходол күле
Рәсем
Күлгә ҡойоусы йылғалар Гладыш[d] һәм Сосновка[d]
Күлдән аҡҡан йылғалар Бурная[d]
Илдәрҙә объекттың бассейны Рәсәй
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ленинград өлкәһе
Майҙан 44,3 км²
Карта
 Суходол күле Викимилектә

Суходол күле (1950 йылға тиклем — Суванто йәки Суванто-ярви, фин. Suvantojärvi) — Ленинград өлкәһе Приозерский районындағы күл, Карел муйынының төньяғында урынлашҡан. Вуокса күл-йылға системаһының өлөшө булып тора. Трасса буйлап Санкт-Петербургтан алып аралыҡ — 95 км. Яҡындағы тимер юл станцияһы: Лосево һәм Громово. Уларҙан күлгә бер нисә асфальт һәм грунт юлдары алып бара.

Күл эргәһендә боронғо культ таштары һәм таш быуат ваҡытынан ғибәҙәтхана комплекстары урынлашҡан.

Физик-географик ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Флора һәм фаунаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Суходол күле балыҡтың ҙур запасына эйә. Иң күп осрай торған осрай балыҡ төрҙәре: ҡорман, сабаҡ, шамбы, күстерә, шырт балыҡ, алабуға, суртан, аҡ сабаҡ. Һирәк осрай торған төрҙәре: һыла, опто, йомро сабаҡ, алабалыҡ, һөмбаш, бәрҙе, бағыр (бәрҙе һәм алабалыҡ — лицензиялы тотоу, һөмбаш — тотоу тулыһынса тыйыла).

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XIX быуат башына тиклем Суванто күле Ладога күленә түгел, ә Вуоксаға ағып төшә, Ладога күле менән уның араһында бик үк киң булмаған урман баҫҡан ҡомло теҙмә ята. Күлдең көнсығыш ситенән Выборгтан алып Корелаға (Приозерск) тиклем Вуокса юлы ята. Борон кешеләр күлдәр араһындағы муйын аша ҡоро ер участкаһы иҫәбенә юлды ҡыҫҡартырға теләгәндәр. Күрәһең, ошо муйын аша бер күлдән икенсеһенә караптарҙы ҡоро участка ярҙамында күсерә башлағандар. XVI быуат иҫәп китабынан был урында 400—450 кеше халҡы менән Волочёк Сванский (Сувантский) ҡалаһы урынлашҡан икәнлеге билдәле. Унда 55 ихата булған, уларҙың 26 ихатаһы сауҙа кешеләренә ҡараған. Тимәк, ҡоро юл участкаһы менән күп караптар файҙаланған. Тәүҙә Волочек Валаам монастырының милке булған. Һуңынан Мәскәү кенәздәре уны һатып алған.

XVIII быуат аҙағында киләһе этабы була. 1741 йылда урындағы ауылдарҙан крәҫтиәндәр Ладогаға һыу ебәреү өсөн канал ҡаҙа башлай, был 1807 йылға тиклем дауам итә. Көслө көнбайыш елдәре һәм яуым-төшөмдәр был эшкә ярҙам итә. Һөҙөмтәлә Суванто һәм Ладога күлдәре араһындағы һыу баҫмаған тоташтырма киңлеге 50 метрға тиклем кәмей.

Тайпалеен-йок күренеше, Суванто күленән һулда. (1939 йылға тиклем)

1818 йылдың яҙында урындағы күлдәрҙә һыу кимәле көслө ямҙырҙарҙан һәм ҡар иреүҙән һуң ҡапыл күтәрелә. Яҡындағы болон һәм баҫыуҙарҙы һыу баҫа. 18 майҙың төнөнән 19 майға ҡарай шторм сыға, һыу ҡомло тоташтырғысты емерә һәм Ладогаға тиклем каналды йыуа. Күлдә һыу кимәле 7 м тиҙ кәмей, шуға күрә Вуоксаға һыу ағымы туҡтай. Ошоноң эҙемтәһендә ҙур һикәлтәләр менән Тайпалеен-йоки йылғаһы барлыҡҡа килә. Яңы йылға исемен яҡындағы Тайпале ауылы исеменән ала.

Сувантоның Ладогаға йырылып китеүе тирә-яҡ территорияларға етди үҙгәрештәр килтерә. 1818 йылдан һуң ҡороған күл төбө өҫкә сыға, уның киңлеге яҡынса 2 км була. Һыу кимәле кәмеү һөҙөмтәһендә 5000 гектар тирәһе ер кибә. Ул органик матдәләргә бай булған ләм менән ҡапланған була. Ер саманан тыщ уңдырышлы була һәм уның байтаҡ өлөшө болндар һәм тирә-яҡ ауылдарҙағы крәҫтәиндәргә һөрөнтө ере итеп бирелә. Бөгөнгө көндә элекке яр һыҙатын Суходолье ҡасабаһында тимер юлы полотноһынан 30-50 метр алыҫлыҡта күркргә мөмкин. Таштар теҙмәһе, унан һуң тигеҙ яландар — элекке яр буйындағы һайлыҡ урындары.

Совет-фин «ҡышҡы» һуғышы ваҡытында фронт Суванто-күле аша үтә, ләкин көньяҡ ярҙан артиллерия утынан тыш башҡа хәрби хәрәкәттәр был участкала булмай. 1940 йылдың яҙында Мәскәү тыныслыҡ килешеүенә ярашлы Карелия муйыны биләмәһен, шул иҫәптән Суванто-ярви биләмәһен Финляндия Советтар Союзына тапшыра.

1944 йылда Мәскәү ваҡытлыса килешеү шарттары буйынса икенсе тапҡыр СССР биләмәһенә тапшырыла.

1950 йылда[1] Суванто-ярви күле Суходол күле тип атала.

Күл ижадта[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1939—1940 йылдарҙа совет-фин һуғышында Ҡыҙыл армия Суванто күле аша өҫтәмә һөжүм итә, көслө алыш була. Был ваҡиғалар А. Т. Твардовский ижадында сағылыш таба, ул һуғыш ваҡытында Карел муйынында хәрби корреспондент сифатында тап Суванто күленең көньяҡ ярында була. Әгәр «переправа, переправа…» шиғри юлдары Кивиниеми ҡылымығында (хәҙер Лосево) тыуһа, 1943 йылда яҙылған уның «Две строчки» шиғырындағы ваҡиғаларҙы 1939 йылдың 25—26 декабрендә йәки 1940 йылдың 19 февралендә Волоссула ауылы янында Ҡыҙыл Армияның Келья ҡасабаһы (хәҙер Портовое ауылы) эргәһендәге плацдармды уңышһыҙ яулап алырға маташыуы тураһында тәьҫораттар һөҙөмтәһе тип иҫәпләү нигеҙе бар[2]

Һыу реестры мәғлүмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 01040300211102000012172[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. История некоторых населённых пунктов Приозерского района Ленинградской области. (недоступная ссылка).Дата обращения: 20 февраля 2011.Архивировано 5 августа 2010 года.
  2. А. Твардовский «С карельского перешейка»
    журнал «Новый мир» № 2 за 1969 г.
    Сборник документов и фотоматериалов Принимай нас, Суоми-красавица, издательство «Остров» СПб: 2004.
    Маннергейм «Воспоминания», Минск: «Попурри», 2004.
  3. «Озеро Суходольское (Суванто-ярви)» — информация об объекте в Государственном водном реестре

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]