Эстәлеккә күсергә

Сыров Харлампий Павлович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сыров Харлампий Павлович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 10 февраль 1911({{padleft:1911|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Тыуған урыны Малые Озерки[d], Белоярское сельское поселение[d], Новобурасский район[d], СССР
Вафат булған көнө 15 декабрь 1972({{padleft:1972|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (61 йәш)
Вафат булған урыны Ишембай, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғалим
Уҡыу йорто Әзербайжан дәүләт нефть һәм сәнәғәт академияһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены

Сыров Харлампий Павлович (10 февраль 1911 йыл15 декабрь 1972 йыл) — СССР геологы, нефть ятҡылыҡтарын беренсе асыусы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1941—1942 йылдарҙа СССР Нефть сәнәғәте халыҡ комиссариатының өлкән геологы, 1942–1950 һәм 1952–1959 йылдарҙа Ишембайнефть нефть промыслаһы идаралығының ғилми тикшеренеү һәм етештереү эштәре цехында баш геолог урынбаҫары, 1960–1969 йылдарҙа өлкән геолог, 1950–1952 йылдарҙа «Башнефть» берекмәһенең, 1959–1960 йылдарҙа «Алькеевнефть» нефть промыслаһы идаралығының баш геологы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1957). Ленин (1952), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1948) һәм Почёт Билдәһе (1944) ордендары кавалеры.

Харлампий Павлович Сыров 1911 йылдың 10 февралендә Һарытау губернаһының Бәләкәй Озерки ауылында тыуған.

1934 йылда Баҡы ҡалаһында Әзербайжан индустриаль институтын[1][2] «инженер-нефтсе» һөнәре буйынса тамамлай һәм ул саҡтағы «Башнефть» тресына эшкә ебәрелә. Артабанғы хеҙмәт эшмәкәрлеге:

  • 1934—1940 — геолог, өлкән геолог, «Башнефть» тресының Ишембай промыслаһында баш геолог;
  • 1940—1941 — Башнефтекомбинатта баш геолог урынбаҫары, баш геолог ;
  • 1941—1942 — нефть сәнәғәте   халыҡ комиссариатының өлкән геологы,
  • 1942—1950 һәм 1952—1959 — «Ишембайнефть» тресының баш геолог урынбаҫары, баш геолог;
  • 1950—1952 — «Башнефть» производство берекмәһенең баш геологы,
  • 1959—1960 — «Татнефть» берекмәһенең «Алькеевнефть» нефть промысла идаралығының баш геологы;
  • 1960—1969 — «Башюгнефтеразведка» тресының «Ишембайнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының  өлкән геологы.

Рифтарҙың геологик төҙөлөшө моделен тәҡдим итә, риф ятҡылыҡтарын разведкалау методикаһын эшләй, ул түбәнге пермь йәшендәге риф массивтарына ҡарата нефть ятҡылыҡтарын эҙләүҙә ҡулланыла. Был Башҡортостан Урал алды территорияларында яңы нефть ятҡылыҡтарын асыу мөмкинлеген бирә.

Сыров Харлампий Павлович 1972 йылдың 15 декабрендә Ишембай ҡалаһында вафат була[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1957)
  • Ленин ордены (1952),
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1948)
  • Почёт Билдәһе ордены (1944)
  • миҙалдар
  • Сыров Харлампий Павлович (1911—1973) // Профессионалы нефтегазовой отрасли / ОАО «Нефт. компания „Роснефть“»; [редсовет: Т. Ф. Рустамбеков и др.]. — М. : Нефтяное хозяйство, 2005. — Кн. 3. — С. 410—411.
  • Сыров Харлампий Павлович // История геологической службы России (1700—2000) : Персоналии / [Сост.: В. П. Федорчук, гл. ред. В. П. Орлов. — М.: Геоинформцентр, 2002. — С. 545. — ISBN 5-900357-82-1.