Сыртланов Сәлих Йыһанша улы
| Сыртланов Сәлих Йыһанша улы | |
| Зат | ир-ат |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Тыуған көнө | 1910 |
| Тыуған урыны | Түбә, Баймаҡ районы, СССР |
| Вафат булған көнө | 9 февраль 1943 |
| Ерләнгән урыны | Луганск өлкәһе |
| Һөнәр төрө | пулемётчик |
| Хәрби звание | рядовой |
| Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
| Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
| Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | яуҙа һәләк була[d] |
| Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Сыртланов Сәлих Йыһанша улы (рус. Сыртланов Салих Зиганшинович) (1910 йыл — 9 февраль 1943) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, рядовой. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 275-cе кавалерия полкында пулеметсы, ПВО взводы отделениеһы командиры,[1]. . Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1943) кавалеры[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сәлих Йыһанша улы Сыртланов 1910 йылда Башҡортостандың Баймаҡ районы Түбә ауылында тыуған[1]. 1941 йылда БАССР-ҙың Баймаҡ районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкында башта пулеметсы, һуңынан ПВО (һауа һөжүменән һаҡланыу) взводы командиры булып хеҙмәт итә[1]. 1943 йылдың 1 ғинуарында күрһәткән батырлығы өсөн Ҡыҙыл Байраҡ орденына тәҡдим ителә[2] (1943 йылдың 20 февралендәге 187-се бойороҡ).
«Память народа» сайтында Сыртланов Самигулла Зиганшанович исеме буйынса мәғлүмәттәр теркәлгән: 1910 йылғы, һуғышҡа 1942 йылда алынған, 1943 йылдың февралендә хәбәрһеҙ юғалған, ҡатыны Баймаҡ районы Түбә руднигы, Горная урамы, 7 йорт адресы буйынса күрһәтелгән[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1943)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сыртланов Салих Зиганшинович. Шаймуратовцы (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 июль 2021)
- Сыртланов Салих Зигоншинович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 июль 2021)
- Чтобы помнили 2021 йыл 13 июнь архивланған.