Сырым Датов ихтилалы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Сырым Датов ихтилалы
Төп конфликт: Ҡаҙаҡ ихтилалдары
Дата

1783-1797

Урыны

хәҙерге Ҡаҙағстан

Сәбәбе

ер бәхәсе, ҡаҙаҡтарҙың казактарға ғәҙелһеҙ түләү

Һөҙөмтә

Ихтилалды баҫтырыу

Ҡаршы тороусылар
Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы Кесе йөҙ (жүз) ҡаҙаҡтары
Командующийҙар
Екатерина II Сырым Датов, Байрамук, Барак, Тыленши
Ҡаршы тороусы көстәр
билдәһеҙ билдәһеҙ
Юғалтыуҙар
билдәһеҙ билдәһеҙ

Сырым Датов ихтилалы — 1783—1797 йылдарҙа Сырым Датов етәкселегендәге Кесе йөҙ (жүз) ҡаҙаҡтарының ихтилалы.

Сырым Датов етәкселегендәге ҡаҙаҡтарҙың милли хәрәкәте Рәсәй империяһы хөкүмәтенең ҡаҙаҡ ырыуҙарының эске тормошона ҡыҫылырға маташа башлауына туранан-тура бәйле. XVIII быуат аҙағындағы Кесе йөҙҙәге (жүз) ваҡиғалар Пугачёв ихтилалының шаңдауы була, бында башҡорттар һәм ҡаҙаҡ ырыуҙарының бер өлөшө әүҙем ҡатнашҡан. Тәүге осорҙа ихтилалды тыныс юл менән туҡтатыу маҡсатында Екатерина II ҙур ташламаларға барған, улар Урал (Яйыҡ), Ырымбур һәм Себер казак ғәскәрҙәренең Яйыҡ һәм Иртыш буйҙарында сик буйы һыҙыҡтары файҙаһына тартып алған ерҙәрҙе ҡулланырға рөхсәт иткән.

Файл:Сырым.JPG
Уральскиҙа Сырым Датов һәйкәле

1775 йылдың 7 ноябрендәге указ менән Сит ил эштәре коллегияһы ҡаҙаҡтарға Яйыҡ менән Волга араһындағы, Каспий диңгеҙе яр буйында, Иртыштың уң яҡ яр буйында көтөүлектәрҙе файҙаланырға рөхсәт биргән. Әммә был ошо территорияларҙы колонизациялау буйынса башҡарылған саралар менән ҡапма-ҡаршы барған, фактик рәүештә был ерҙәр казак хуторҙары һәм ҡаҙна сәсеүлектәре аҫтына биләнгән йәки биләргә ниәтләнелгән. 1782 йылдағы указға ярашлы алдан әйтелгән ерҙәргә малды ебәргәндә уларҙы ҡуртымға алыу өсөн алдан түләү кәрәк булған. Шулай уҡ Урал казактары ғәскәр контролдә тотҡан территория аша үткәндә аманат килтереүҙе талап иткән, ә һуңынан ғәскәр идаралғы казактарға ерҙәрен ҡуртымға бирергә тыйған, шулай итеп ҡаҙаҡтарға Яйыҡ аша «эске биләмәләргә» үтергә фактик рәүештә тыйылған. Оҙаҡламай 1783 йылда ихтилал башланған, ҡаҙаҡ баш күтәреүселәре форпостарға һәм нығытмаларға һөжүм иткәндәр, уларға ҡаршы каратель экспедициялары ебәрелгән.

Кесе жүздә шул уҡ осорҙа эске низағтарҙа барған. Рәсәй подданыйлығына күскәндән һуң хан власының әһәмиәте төшкән, ә хан → солтандар → ырыу старшиналары (бейҙәре) вертикаль феодаль пирамидаһы тарҡалған, һәр бер ырыу башлыҡтары сик буйы йәки үҙәк хакимиәт менән үҙаллы килешергә ынтылған. Был анархик буталсылыҡты бөтөрөү өсөн Ырымбур генерал-губернаторы О. А. Игельстром старшиналар съезын саҡырырға тәҡдим иткән. Әммә съезд башлығы итеп Сырым Датов һайланғандан һуң[1], ә съезд үҙе Польша сеймын хәтерләтә башлағандан һуң 1789 йылда Игельсторм хан власын тергеҙеүгә өҫтөнлөк биргән[2], был эске ҡаршылыҡтарҙы көсәйтеүгә килтергән һәм рус хакимиәтенә асыҡ буйһонмауына, сик буйы һыҙыҡтарына һөжүмдәрҙең артыуына, килтергән, шулай уҡ бөтә 1790-сы йылдар дауамында Урта Азия менән сауҙа итеү туҡтатылған. Тик 1797 йылда старшиналар, солтандар менән бихисап сауҙалашҡандан һуң, күпселек ҡаҙаҡ ырыуҙарын тынысландырып булған һәм ихтилал ахырына яҡынлашҡан. Сырым Датов Хиуа ханлығына ҡасып ҡотолорға мәжбүр булған.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]