Эстәлеккә күсергә

Сысҡан (Ҡырмыҫҡалы районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Сысҡан
Сысҡан
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ҡырмыҫҡалы районы

Координаталар

54°24′43″ т. к. 56°26′38″ кс. о.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 235 875 008

ОКТМО коды

80 635 475 136

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Сысҡан (Рәсәй)
Сысҡан
Сысҡан
Сысҡан (Ҡырмыҫҡалы районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Сысҡан

Сысҡан (рус. Сысканово) — Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 109 кеше[1]. Почта индексы — 453019, ОКАТО коды — 80235875008.


Милли составы

2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса төп милләт — башҡорттар (99 %)[2].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1906 йыл111
1920 йыл 26 август175
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар208
1959 йыл 15 ғинуар190
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар102
2002 йыл 9 октябрь116
2010 йыл 14 октябрь109525747,752,3

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Сысҡан ауылы Өфө өйәҙенең (18 быуат аҙағында Стәрлетамаҡ) 8-се башҡорт кантоны урынлашҡан Күрпәс-Табын улусына ҡараған.

1795 йылда Сысҡан ауылы иң ҙур була һәм 34 ихатанан тора, унда 166 кеше йәшәй, шул иҫәптән 8 ихатала 42 типтәр.

1834 йылдағы VIII ревизияға ни бары 96 башҡорт тура килә. 1870 йылға шул сама тиерлек башҡорт 32 ихатала. 1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙа ла шул һанда булған.

Ауыл Кенәз-Көрпәс-Табын улус исеме менән Кенәзләр-Сысҡан тип аталған. Ауылда Кенәз (зауряд-яҫауыл Сәйфетдин Куждәүләт улы Кенәзев, 1795—1846) фамилияһы менән кеше йәшәй. Бынан тыш, ул урындлашыуы буйынса Ҡыҙылъяр булараҡ та билдәле булған. Бөгөн уны Баҡсалы тип тә йөрөтәләр. Сысҡан — антропоним. Элегерәк бындай исем кешеләрҙә осраған.

Ауыл халҡы малсылыҡ һәм игенселек менән шөғөлләнгән. 19 б. аҙағында улус кешеләре тураһында халҡы тураһында «икмәк үҫтереүселәр» тип яҙғандар. 1843 йылда 95 кешенең һәр береһенә 6,4 бот иген сәселгән, йәмғеһе 88 бот ужым һәм 528 бот яҙғы иген сәселгән[3].