Сыуаш-Олҡан

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Сыуаш-Олҡан
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Туймазы районы

Координаталар

54°38′05″ с. ш. 53°51′12″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 251 865 012

ОКТМО коды

80 651 465 151

Сыуаш-Олҡан (Рәсәй)
Сыуаш-Олҡан
Сыуаш-Олҡан
Сыуаш-Олҡан (Башҡортостан Республикаһы)
Сыуаш-Олҡан

Сыуаш-Олҡан (рус. Чуваш-Улканово) — Башҡортостандың Туймазы районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 157 кеше[1]. Татар-Олҡан ауыл Советы составына инә. Почта индексы — 452773, ОКАТО коды — 80251865012.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Олҡан ауылы яҙма сығанаҡтарҙа беренсе тапҡыр 1736 йылда телгә алына. Ауылда керҙәштәр йәшәгән. Улар башҡорттар ҙа, татарҙар ҙа, типтәрҙәр ҙә булған. Быҙаулыҡ өйәҙенең Тамъян улусы башҡорттары Ҡыр-Йылан аҫабалары тарафынан 1736 йылдың 1 ғинуарындағы килешеү хаты менән ҡабул ителәләр, дөрөҫөрәге, уларҙың Олҡан ауылында электән булыуҙары законлаштырыла. Хатта улар сыҡҡан Бурһыҡ (Барсуково) ауылының исеме лә күрһәтелгән. Килешеүҙе ҡыр-йыландар менән тамьяндың Ҡасим Бикметов төҙөй, ул индергән өсөн 100 һум түләй һәм бер ихатаға йылына 10 тин аҡса түләргә ризалаша. Керҙәштәрҙе Ҡыр-Йылан аҫабалары Күлбай Тәңкәев, Мәҡсүт Абдуллин, Усман Бирҙебаевтар индерәләр, улар бер исемдәге тораҡ пункттың тәүге күскенселәре булараҡ билдәле.

Ауылда башлыса типтәрҙәр, башҡорттар, сыуаштар йәшәгәндәр. Марк Григорьев етәкселегендәге сыуаштар 15 ир-ат иптәштәре менән (Ҡаҙан губернаһы Ядрин өйәҙендә тыуғандар) 1834 йылдың 5 мартындағы ҡабул итеү хаты менән ауылға индереләләр. Уларҙың килгән урындары ла билдәле: Ҡазан губернаһының Ядрин өйәҙенән Әлкә (шулай уҡ «Караево ла»), Йәнмурҙа (шулай уҡ «Утәй»). Сыуаштар дәүләт крәҫтиәндәре ҡатламынан булғандар, 1862 йылда крепостнойлыҡты бөтөрөү тураһындағы манифест баҫылып сыҡҡандан һуң, улар 1870 йылда 3-4 саҡырым алыҫлыҡта 40 ир-ат һәм 52 ҡатын-ҡыҙ булған 15 ихатанан торған үҙ тораҡ пунктын булдыралар. 1905 йылда был ауылдар исемдәре менән дә айырылалар: татар Олҡаны һәм сыуаш Олҡаны. 1920 йылда улар хәҙерге кеүек атала: Татар-Олҡан һәм Сыуаш-Олҡан. 1905 йылда Сыуаш-Олҡанда 35 йортта 110 ир-ат һәм 98 ҡатын-ҡыҙ йәшәй, 1920 йылда 49 ихатала — 122 ир-ат һәм 123 ҡатын-ҡыҙ сыуаш булған[2]. Бында XIX быуат аҙағынан башланғыс училище булыуы билдәле[3]. Игенселек, малсылыҡ, сабата үреү менән шөғөлләнгәндәр[4].

Ауыл исеме тураһында бер нисә һүҙ. Шул уҡ исемле йылға буйында урынлашҡан. Әммә гидроним антропонимдан — типтәр Олҡан исменән килеп сыҡҡан. Уның улы Итей Олҡанов (тамға £) 1792 һәм 1795 йылдарҙа хеҙмәтле татарҙарҙы индереүҙә ҡатнаша. Уның менән бергә килешеү хаттарында үҙҙәренең тамғаларын башҡорт Мостафа Исмеев, типтәрҙәр Балтаҡай Аҙнағолов (улдары Хөсәйен, Баҡый), Әбйәлил ҡуялар.

Хәҙерге осор[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауылда сыуаштар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар[5]..


Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 245
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 241
1959 йыл 15 ғинуар 238
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 159
2002 йыл 9 октябрь 140
2010 йыл 14 октябрь 158

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса күпселек халыҡ сыуаштар (96 %)[6].

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Алыҫлығы:[7]

  • Район үҙәгенә тиклем (Туймазы): 9 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Татар-Олкан): 3 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Туймазы): 9 км.

Урамдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урам исеме[8]:

  • Ҡайынлы урамы (рус. улица Березовая)
  • Яңы урамы (рус. улица Новая)
  • Йылға тыҡрығы (рус. переулок Речной)
  • Пушкин урамы (рус. улица Пушкина)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
  2. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 255. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  3. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 255. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  4. Сыуаш-Олҡан // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. Сыуаш-Олҡан // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  6. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
  7. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  8. «Налог Белешмәһе» системаһында Сыуаш-Олҡан ауылы

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]