Сыңрау торна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Журавлиная песнь
Сыңрау торна
Композиторы

Заһир Исмәғилев, Лев Степанов

Либретто авторы

Фәйзи Ғәсҡәров

Сюжет сығанағы

«Сыңрау торна» башҡорт халыҡ легендаһы риүәйәте

Хореографы

Нина Анисимова

Ҡуйыусы дирижёр

Хәсби Фазлуллин

Сәхнәлештереү

Ғәлиә Имашева

Күренеш

3

Барлыҡҡа килеү йылы

1941

Беренсе постановка

1944

Беренсе постановка урыны

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры

Сыңрау торна — өс шаршаулы тәүге башҡорт милли балеты. Фәйзи Ғәскәров либреттоһы, композиторҙары Заһир Исмәғилев менән Лев Степанов. Балеттың либреттоһы «Сынрау торна» исемле башҡорт халыҡ легендаһы мотивтары буйынса яҙылған.

Балет тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Сыңрау торна» балеты шул уҡ исемдәге башҡорт халыҡ риүәйәте мотивтары буйынса 1941 йылда композиторҙар Заһир Исмәғилев һәм Лев Степанов тарафынан яҙылған өс шаршаулы балет.

Балет премьераһы 1944 йылда Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә үтә.

1944 йылда Башҡорт хәүләт опера һәм балет театрында «Сынрау торна» балеты ҡуйыла.

1-се редакция составы:

Зәйтүнгөл — Насретдинова Зәйтүнә;
Йомағол — Хәләф Сафиуллин;
Арыҫланбай — Фәйзи Ғәскәров, Хашим Мостаев;
Торналар башлығы — Нинель Юлтыева.

1953 йылда балеттың 4 шаршауҙан торған 2-се редакция премьераһы була. Тәүге 2 картина үҙаллы 2 күренеш итеп үҙгәртелә. Ошо редакциялағы балет 1955 йылда Мәскәүҙә башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында, шулай уҡ 1968 йылда Ульяновскта Башҡорт АССР-ы мәҙәнәите көндәрендә һәм 1969 йылда Ленинградта күрһәтелә.

2-се постановка составы:

Зәйтүнгөл — Зәйтүнә Насретдинова, Гүзәл Сөләймәнова;
Йомағол — Хәләф Сафиуллин, Фәүзи Саттаров;
Арыҫланбай — Фәрит Йосопов;
Торналар башлығы — Майя Таһирова.

1973 йылда, Зәйтүнә Насретдинова һәм Рәүф Насыров кире ҡайтарған, 3 шаршаулы 3-сө редакция премьераһы була.

3-сө постановка составы:

Зәйтүнгөл — Леонора Ҡыуатова;
Йомағол — Юрий Ушанов;
Арыҫланбай — Шамил Тереғолов;
Торналар башлығы — С. И. Саттарова.

Сыңрау торна — өс шаршаулы тәүге башҡорт милли балеты. Фәйзи Ғәскәров либреттоһы, композиторҙары Заһир Исмәғилев менән Лев Степанов. Балеттың либреттоһы «Сынрау торна» исемле башҡорт халыҡ легендаһы мотивтары буйынса яҙылған.

Балеттың 4-се редакцияһы составы:

  • ҡуйыусы: Шамил Тереғолов;
  • дирижер: Марат Әхмәтзарипов;
  • сценограф: Дмитрий Чербаджи.
  • төп партияларҙы башҡарыусылар:
Зәйтүнгөл — Наталья Сологуб;
Йомағол — Баһрам Юлдашев;
Арсланбай — Руслан Мөхәмәтов;
Торналар башлығы — Елена Фомина.

1959 йылда балет Свердловск киностудияһы «Сыңрау торна» тигән фильм-балет төшөрә. Либреттоны Фәйзи Ғәскәров һәм Әнүәр Бикчәнтәев яҙа. Режиссеры Олег Николаевский, балетмейстеры Нина Анисимова. Фильмда төп партияларҙы башҡаралар:

Зәйтүнгөл — Эльза Сөләймәнова;
Йомағол — Илдус Хәбиров;
Арыҫланбай — Хәләф Сафиуллин;
Торналар башлығы — Зәйтүнә Насретдинова.

Балет либреттоһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Балет либреттоһын Фәйзи Ғәскәров яҙған.

Балет нигеҙендә — егет менән ҡыҙҙың мөхәббәте тураһында легенда ята, уларға ҡанһыҙлыҡты һәм яуызлыҡты еңеп сығырға ырыуҙаштары һәм торналар образындағы тыуған яҡ тәбиғәте ярҙам итә. Халыҡ йолалары, халыҡ уйындары элементтары балетта сағылыш таба, классик һәм башҡорт халыҡ бейеүен органик берләштереү спектаклдең төп тасуири алымы булып тора. Күренештәрҙә лирик дуэттар, солистарҙың бейеүҙәре менән сиратлашҡан күмәк халыҡ күренештәре һәм уйындары киң ҡулланылған.


Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ахмадеева Г. Н. Башкирский балет. — Уфа, 2003.
  • Хайруллин Р. Х. Мастера балетного искусства Башкирии. — Уфа. 1963.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Видеояҙма[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]