Сыңғырауыҡ мәмерйәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү


Сыңғырауыҡ мәмерйәһе
Мәмерйә ауыҙы
Мәмерйә ауыҙы
Тәрәнлеге 90 м
Оҙонлоғо 3218 м
Күләме 37,5 м³
Мәмерйәгә инеү юлы 2
Commons-logo.svg Сыңғырауыҡ мәмерйәһе Викимилектә
Мәмерйәнең карта-схемаһы

Сыңғырауыҡ мәмерйәһе — Башҡортостандың Бөрйән районындағы мәмерйә, Кейекбай ауылынан 5 километр көньяҡ-көнбайышта. Сыңғырауыҡ мәмерйәһе Ағиҙел йылғаһының һул ярында, ағым буйынса Шүлгәнташ мәмерйәһенән үрҙәрәк урынлашҡан.

Мәмерйә блдарының дөйөм оҙонлоғо — 3218. м. Тәрәнлеге — 90 метр. Иҙән майҙаны — 8,7 мең кв. м, күләме — 37,5 мең куб. м.

Атаманың килеп сығышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сыңғырауыҡ мәмерйәһе тип ауыҙының күренеше буйынса атала. Ҙур булмаған ауыҙ (0,5х1 м) 78 метрлыҡ тәрән вертикаль шахтаға әйләнә. бары тик төбөнә төшөп етергә 15 метр ғына ҡалғас, коридорҙар системаһы һәм лабиринт тибындағы галереялар барлыҡҡа килә.

Мәмерйә ауыҙы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мәмерйәгә ике инеү юла бар: төп инеү юлы — Сыңғырауыҡ мәмерйәһе, 100 метр алыҫлыҡта Айыу ҡоҙоғо (ҡайһы берҙә уны айырым мәмерйә итеп билдәләйҙәр). Улар икеһе лә вертикаль ҡоҙоҡто тәшкил итә.


Мәмерйә эсе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кальцит шарлауығы. Мәмерйә эсендә сифонға төшөүсе йылға аға. Ағиҙел йылғаһына яҡыныраҡ булған төньяҡ-көнбайыш өлөшөндәге төп магистраль юлдар тау ҡатламдарының киҫелеше буйынса, ә йылғанан алыҫыраҡ булған көньяҡ-көнсығыш өлөшөндәге коридорҙар һәм галереялар — ыңғайына һалынған. Ваҡыт-ваҡыт 8-15 м. ҡоҙоҡтар осрай.

Мәмерйә системаһы өҫкө яҡ менән шулай уҡ ҡоҙоҡтар каскады ярҙамында уның көньяҡ-көнбайыш сигенә тоташа. Мәмерйәгә икенсе инеү урыны — Айыу ҡоҙоғо 90 метр тәрәнлегендә төп инеү юлы менән тоташа. .

Ммәмерйәне тикшереү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Беренсе тапҡыр мәмерйә планын 1971 йылда Свердловск спелеологтары Рыжков, Щепетов, Илюхин һәм башҡалар тәҙөй.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]