Сыңғыҙ Айытматов исемендәге Рус дәүләт милли драма театры

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Сыңғыҙ Айытматов исемендәге Рус дәүләт милли драма театры
Хөрмәтенә аталған Айтматов Сыңғыҙ Төрөкул улы
Дәүләт Flag of Kyrgyzstan.svg Ҡырғыҙстан
Административ-территориаль берәмек Бишкәк
Ҡулланылған тел рус теле
Рәсми сайт rusteatr.kg

Сыңғыҙ Айытматов исемендәге Рус дәүләт милли драма театрыҠырғыҙстан Республикаһының баш ҡалаһы Бишкәктә урынлашҡан театр. Яҙыусы Айытматов Сыңғыҙ Түрәҡол улының исемен йөрөтә.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1935 йылда Ҡырғыҙ ССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы айырым рус драма театры ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул итә. Хәҙерге ваҡытҡа тиклем был театр республикала берҙән-бер рус театры булып ҡала.

Тәүге труппаның нигеҙен Мәскәүҙәге ГИТИС-ты тамамлаусылар тәшкил итә. Төркөмдө В. Г. Фельдман етәкләй, ул театрҙың баш режиссёры булып китә.

1935 йылда театрҙа Е. Г. Яновскийҙың «Баш ҡала» («Столица»; Мәскәү метрополитенын төҙөүселәре тураһында) пьесаһы буйынса тәүге спектакль ҡуйыла. Артабан режиссёр В. Васильев ҡуйған «Платон Кречет» спектакленең премьераһы була.

Совет осоронда театр Н. К. Крупская исемендәге Рус дәүләт драма театры исемен йөрөтә.

1966 йылдың ноябрендә театр Мәскәүҙә Кремль һарайында сығыш яһай. Шул осорҙағы иң яҡшы спектаклдәр ҡуйыла:

  • «Кремль куранттары» («Кремлёвские куранты»; Н. Ф. Погодиндың пьесаһы),
  • «Ҡайнар йөрәк» («Горячее сердце»; А. Н. Островскийҙың пьесаһы),
  • «Ер» («Земля»; Н. Е. Вирттың пьесаһы),
  • «Ҡыҙыл яулыҡ ябынған тирәгем» («Тополёк мой в красной косынке»; С. Т. Айытматов һәм башҡалар.

1970-се йылдарҙан башлап 1990-сы йылдарға тиклем театр СССР-ҙа уҙғарылған драматургия фестивалдәрендә әүҙем ҡатнаша. 1976 йылда театр сәнғәтен үҫтереү өсөн хеҙмәттәре өсөн Халыҡтар дуҫлығы орден менән бүләкләнә. 1988 йылда Академик театр исемен ала.

Ҡырғыҙ яҙыусыларының һәм драматургтарының (С. Айытматов, М. Байджиев, М. Тойбаев, К. Эшмамбетов, Т. Абдумомунов, Р. Шукурбеков) әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған спектаклдәр театр репертуарында айырым урын биләй.

1980 йылда театрға Владислав Борисович Пази саҡырыла, аҙаҡ ул театрҙың баш режиссёры итеп тәғәйенләнә. 1988 йылда Мәскәүҙә Сыңғыҙ Айытматов әҫәре буйынса ҡуйылған «Плаха» спектакленең премьераһы була. Был эште тәнҡитселәр уникаль эксперимент тип атай, бында Рус һәм Ҡаҙаҡ драма театрҙары актёрҙары ҡушылып бер сәхнәлә уйнай. 1988 йылда был спектакль Сыңғыҙ Айытматовтың юбилейына арналған Халыҡ-ара фестивалдә (Бишкәк) ҡатнаша.

1991 йылда Швейцария режиссёры Бечарт театрҙа Макса Фриштың «Андорра» пьесаһы буйынса спектакль ҡуя. 1993 йылда Йошкар-Ола ҡалаһында уҙған халыҡ-ара фестивалдә Владислав Пази тарафынан ҡуйылған «Три сестры» спектакле иң яҡшыһы итеп таныла.

Рус милли театрында Ҡырғыҙстандың халыҡ артистары Мария Стряпкина, Эммануил Праг, Леонид Ясиновский, Александр Кулешов, Тамара Варнавских, Клавдия Гурьева, Анатолий Адали, Сергей Борисов эшләйҙәр.

2007 йылдың 2 авгусында Ҡырғыҙстан Республикаһы президенты указына ярашлы, театрға Милли статусы бирелә һәм ул Рус дәүләт милли драма театры тип атала башлай[1].

2008 йылдың 10 декабрендә Ҡырғыҙстан Республикаһы президенты указына ярашлы, Рус дәүләт милли драма театрына Ҡырғыҙстан Республикаһының геройы, Социалистик Хеҙмәт геройы, Ҡырғыҙстандың халыҡ яҙыусыһы Айытматов Сыңғыҙ Түрәҡол улының исеме бирелә[2].

Директорҙары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Скоропись Владимир Георгиевич (1985—1985, 2007)[3]
  • Рапопорт Михаил Абрамович (1997—2000), Ҡырғыҙстан Республикаһы атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре
  • Петухов Андрей Константинович (2000—2008), Рәсәй ФЕдерацияһының атҡаҙаған артисы
  • Воробьев Борис Дмитриевич (2008—2013)
  • Асанбеков Нурлан Асҡар улы (2013 йылдың 2—8 апреле, ваҡытлыса директор вазифаһын башҡарыусы)[4]
  • Кулинский Александр Владимирович (2013 йылдың 8 апреленән)[5]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]