Сюй Жунмао
Сюй Жунмао | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Ҡытай Австралия |
Тыуған көнө | июль 1950 (74 йәш) |
Тыуған урыны | Шиши[d], Цюаньчжоу[d], Фуцзянь[d], Ҡытай |
Һөнәр төрө | эшҡыуар, эшҡыуар |
Эш урыны | Shimao Property Holdings[d] |
Биләгән вазифаһы | Ҡытай халыҡ сәйәси кәңәшләшеү советының Бөтә Ҡытай комитеты ағзаһы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Сюй Жунмао (ингл. Xu Rongmao, ингл. Hui Wing Mau, ҡыт. ғәҙәти 許榮茂, ябайл. 许荣茂) — Ҡытай эшҡыуары, Шанхайҙың иң эре төҙөлөш компанияһы — Shimao Property Holdings компанияһын нигеҙләүсе, Shimao Group хужаһы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сюй Жунмао 1950 йылда Ҡытай Халыҡ Республикаһы Фуцзянь провинцияһы Шиши ҡалаһында тыуған. Ғаиләлә һигеҙ бала араһында иң өлкәне булған. Мәктәпте тамамлағас, Ҡытайҙа мәҙәни инҡилап ваҡытында уны ауылға табип булараҡ эшкә ебәрәләр. 1970-се йылдарҙа Гонконгҡа эмиграциялай һәм туҡыу фабрикаһында эшләй.
1988 году туған ҡалаһында трикотаж етештереүҙе булдырыу өсөн 1,2 миллиард юань һалырға вәғәҙә итә, әммә ул ваҡытта ҠХР-ҙа шәхси отелдәр Сюй Жунмао ҠХР-ҙа тәүгеләрҙән булып шәхси өс йондоҙло отелдең хужаһы була. Бынан һуң торлаҡ төҙөлөшөнә һәм Фуцзянь провинцияһында курорттарҙы булдырыуға инвестиция бүлә башлай.
1990-сы йылдарҙа уның бизнесы Пекин һәм Шанхайға киңәйә.
2000-се йылдарҙа асыҡ компанияларҙы һатып алыу иҫәбенә Сюй Жунмао компанияһы ҙурая. Шулай итепьShimao Holdings, Shimao International һәм Shimao Property Holdings компаниялары барлыҡҡа килә[1][2].