Элизабет Сёдерстрём

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Сёдерстрём Элизабет битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Элизабет Сёдерстрём
Рәсем
Заты ҡатын-ҡыҙ[1][2][…]
Гражданлығы Flag of Sweden.svg Швеция
Тыуған көнө 7 май 1927({{padleft:1927|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})[2][3]
Тыуған урыны Швеция, Стокгольм[2]
Вафат булған көнө 20 ноябрь 2009({{padleft:2009|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})[2][3] (82 йәш)
Вафат булған урыны Швеция, Стокгольм[2]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе Инсульт
Ерләнгән урыны кладбище Галеварв[d][4]
Атаһы Per Albert Emanuel Söderström[d]
Һөнәр төрө йырсы, опера йырсыһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Уҡыу йорто Королевская Стокгольмская высшая музыкальная школа[d]
Йырсы тауышы сопрано[d]
Музыка ҡоралы вокал[d]
Описан на сайте forum.genealogi.se/index…[5]
Commons-logo.svg Элизабет Сёдерстрём Викимилектә

Анна Элизабет Сёдерстрём (швед. Elisabeth Anna Söderström, 7 май 1927 йыл, Стокгольм — 20 ноябрь 2009 йыл, шунда уҡ) — швед йырсыһы (сопрано).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Элизабет Сёдерстрёмдың атаһы — йырсы һәм импресарио, сығышы буйынса швед, әсәһе — Анна Паласова рус пианиносыһы һәм йырсыһы, Октябрь революцияһы йылдарында сит илгә күсеп киткән була. Башланғыс музыкаль белемде рус император операһының элекке артисы Аделаида Андреева фон Скилондздан ала. 19471949 йылдарҙа Стокгольмда Король музыка академияһында уҡый. 1947 йылда Дроттнингхольмский һарай театры сәхнәһендә Моцарттың «Бастьен һәм Бастьенна» операһында (1947) тәү башлап сығыш яһай. 19491980 йылдарҙа — Швед короле операһы солисы. Донъяның иң ҙур опера театрҙары сәхнәһендә сығыш яһай — Ковент-Гарденда, Вена дәүләт операһында, Метрополитен Опера һәм башҡалар. 19931996 йылдарҙа Дротнингхольмский һарай театрын етәкләй. Музыкаль фестивалдәрҙә жюри составына инә, шул иҫәптән 1989 йылда «Донъя йырсыһы» фестивалендә. Элизабет Сёдерстрёмдың һуңғы сығышы 1999 йылда Метрополитен-опера сәхнәһендә (Чайковскийҙың «Пиковая дама»һында графиня) була. Инсульттан һуң өҙлөгөүҙән вафат була.

Репертуары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Монтеверди, Перголези, Гретри, Глюк, Моцарт, Бетховен, Гуно, Оффенбах операларында һәм ораторияларында йырлай. Штраустың («Кавалер розы», «Ариадна на Наксосе»), Дебюссиҙың («Пеллеас һәм Мелизанда»), Бергтың («Воццек»), Хумпердинктың («Гензель һәм Гретель»), Яначектың («Енуфа», «Катя Кабанова», «Средство Макропулоса»), Лигетиҙың («Великий мертвиарх») операларында башҡарған ролдәре менән дан ала. Шуберт, Лист, Малек, Сибелиус, Мусоргский, Чайковский, Рахманинов, Бриттен, Прокофьев, Шостакович һәм башҡаларҙың йырҙарын һәм романстарын яңғыҙ башҡара.

Владимир Ашкенази менән бергә С. Рахманиновтың вокаль әҫәрҙәренең тулы йыйынтығын яҙҙыралар.

Мемуарҙар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәтирәләр ҡалдырған (1978).

Танылыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Hovsångerska маҡтаулы исеме (1959)
  • Швед король академияһы ағзаһы (1965).

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • VIAF — 2012.
  • 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Немецкая национальная библиотека, Берлинская государственная библиотека, Баварская государственная библиотека и др. Record #119006952 // Общий нормативный контроль (GND) — 2012—2016.
  • 3,0 3,1 3,2 идентификатор BNF: асыҡ мәғлүмәт платформаһы — 2011.
  • http://www.svenskagravar.se/gravsatt/46038379(untranslated).
  • Ämne: Söderström, Elisabeth (1927-2009)