Сүстәге Бөйөк мәсет

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сүстәге Бөйөк мәсет
Рәсем
Дәүләт  Тунис[1]
Административ-территориаль берәмек Сүс
Архитектура стиле Мосолман архитектураһы
Мираҫ статусы listed monument of Tunisia[d][1][2] һәм Бөтә донъя мираҫының өлөшө[d]
Карта
 Сүстәге Бөйөк мәсет Викимилектә

Мәсет
Бөйөк мәсет
Ил Тунис Тунис
Провинция Сүс
Ҡала Сүс
Төҙөүсе Мөхәммәт I ибн әл-Әғләб
Тәүгә иҫкә алыу 851
Статус Исламдың  тарихи урыны
Материал таш
Торошо ғәмәлдә
Тунис. Сүс ҡалаһындағы Бөйөк мәсеттең боронғо диуарҙары үҙгәрешһеҙ һаҡланған
Бөйөк мәсеттәге боронғо яҙмалар
Бөйөк мәсетең намаҙ залы
Бөйөк мәсеттең ихатаһы

Сүстәге Бөйөк мәсет - Сүс ҡалаһындағы рибәт (ғәр. رباط‎ — ҡәлғә‎) (ҡәлғә) мәсете – Тунистың иң боронғо ғәрәп ҡоролмаларының береһе. Был нығытмалағы мәсет IX быуат урталарында төҙөлгәне бирле емерелеүгә дусар булмаған[3]

Тарихынан[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рибәттәр башта Ислам динендәгеләрҙе башҡа инаныстарҙағыларҙан ҡурсалау өсөн төҙөлә башлаған. Артабан улар коммуникацияларҙы һаҡлау өсөн ҡулланылған һәм суфыйсылыҡ үҙәктәренә әүерелгән. Сүстәге рибәт - ҡаланың иң боронғо ҡоролмаһы. Уның ҡасан барлыҡҡа килеүе аныҡ билдәле түгел, әммә 821 йылда булғанлығы теүәл иҫбатлана, сөнки ҡыйыҡ аҫтындағы яҙмала ошо дата теркәлгән. Миләди 851 йылда әғләби әмир Мөхәммәт I ибн әл-Әғләб шәхсән рәүештә Сүстә Бөйөк мәсетте төҙөтә. Ул күренеше менән мәсеткә ҡарағанда нығытманы хәтерләтә.

Мәсеттең ҡоролошо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дүрткел майҙанлы итеп эшләнгән Бөйөк мәсет Сүс ҡалаһының боронғо үҙәгенең (мәҙинә) төньяҡ-көнбайыш өлөшөндәге гавань янында, рибәттән бер нисә метр ғына алыҫлыҡта урынлашҡан. Мәсеттең ҡалын диуарҙары өҫ яҡтан киртләсләп һалынған. Мөһабәт һәм ҡырыҫ күренешле диуарҙар йыш ҡына эске портты ҡурсалаусы булып торған.

Мәсеттең манараһы юҡ, был маҡсатта рибәткә яҡын ғына торған ҡарауыл башняһы ҡулланылған.

Мәсеттең иркен эске ихатаһы өс яҡтан портиктар һәм аркадалар менән тоташтырылған. Галереяларҙың өҫ яғы Бөйөк мәсетте төҙөтөүсе һәм архитекторҙың исемдәре ғәрәп каллиграфияһы менән яҙылған нәзәкәтле фриз менән биҙәлгән. Намаҙхана өлөшө антик колонналар һәм капителдәр менән биҙәлгән, ике көмбәҙе бар, кокиль ысулы менән ҡойолған металл биҙәктәр менән һырланған. Көмбәҙҙәрҙең семәре Сүс ҡалаһындағы декоратив мосолман скульптураһының боронғо миҫалы булып тора. Мәсеттең архитектура стиле бер үк ваҡытта байлыҡ та, ҡәтғилек тә сифаттарын кәүҙәләндерә [4][5]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Hassan S. Khalilieh. The Ribat System and Its Role in Coastal Navigation // Journal of the Economic and Social History of the Orient, Vol. 42, No. 2 (1999), pp. 212—225 (Focusing on a coastal ribat system on the eastern Mediterranean and Indian Ocean which provided refuge for traders from pirates and hostile fleets).
  • Majid Khadduri. War And Peace in the Law of Islam. Johns Hopkins Press, (1955) ISBN 1-58477-695-1. p.81.
  • Абрамова И. О., Левин О. В., Труевцев К. М., Фоменко Н. Н. Тунисская Республика: справочник. — М.: издательство Наука — Восточная литература, 1993. — 445 с. — ISBN 5-02-017767-9.
  • Djelloul, Néji. Les fortifications en Tunisie. — Tunis: Agence de mise en valeur du patrimoine et de promotion culturelle, 1999. — 113 p. — ISBN 9973-917-33-2.
  • El Fani, Anouar. Sousse. La médina, un passé glorieux, un patrimoine culturel somptueux. — Barcelona: Montada, 2011. — 46 p. — ISBN 978-84-15195-00-9.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]