Эстәлеккә күсергә

Сәдеғ Һедәйет

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сәдеғ Һедәйет
фарс. صادق هدایت
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  Иран
Тыуған көнө 17 февраль 1903({{padleft:1903|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})[2][3][4][…] или 1902
Тыуған урыны Тәһран, Каджарский Иран[d][3]
Вафат булған көнө 4 апрель 1951({{padleft:1951|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})[4][5] или 9 апрель 1951({{padleft:1951|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})[6][7][8]
Вафат булған урыны Париж[3]
Үлем төрө үҙ-үҙеңә ҡул һалыу
Үлем сәбәбе асфиксия[d]
Ерләнгән урыны Пер-Лашез[d]
Ҡәбере һүрәте
Атаһы Hedayat Qoli Khan[d]
Бер туғандары Mahmoud Hedayat[d]
Туған тел фарсы теле
Яҙма әҫәрҙәр теле фарсы теле
Һөнәр төрө яҙыусы, тәржемәсе, романист, шағир, прозаик, новеллист
Уҡыу йорто Дар ул-Фунун[d]
Йәшәү рәүеше вегетарианлыҡ[d]
Йөҙ ҡылдары усы щёточкой[d]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Sadegh Hedayat
 Сәдеғ Һедәйет Викимилектә

Сәдеғ Һедәйет (Садек Хедаят; фарс. صادق هدایت; 17 февраль 1903, Тәһран — 9 апрель 1951, Париж) — иран яҙыусыһы, филолог һәм йәмәғәт эшмәкәре. Иран әҙәби модернизмына нигеҙ һалыусы. Күп телдәргә тәржемә ителгән һәм өс тапҡыр экранлаштырылған «Слепая сова[en]» повесы (1937) менән билдәле.

Сәдеғ Һедәйет йәш сағында

1903 йылдың 17 февралендә Тәһранда бер нисә быуын әҙәби һәм сәйәси эшмәкәрлек менән шөғөлләнгән йәки армияла генерал чинында хеҙмәт иткән аристократ ғаиләһендә тыуған. Уның ҡартатаһы тарихсы Риза Кули-хан Һедәйет, олатаһы — Мозафереддин-шаһ осоронда мәғариф министры Джафар Кули Һедәйет. Сәдеғә апаһы буласаҡ генерал, Мөхәммәт Риза Пәхләүи шаһ осоронда Иран премьер-министрҙарының береһе Хадж Али Размаруға кейәүгә сыға. Уның тағы бер һеңлеһе икенсе генералдың, Абдулла Һедәйеттең, ҡатыны була.

Тәһранда Изге Людовик француз католик лицейында һәм Тәһрандың Дар ул-Фунун юғары политехник мәктәбендә уҡый. 1926 йылда туғыҙ башҡа сығарылыш уҡыусыһы менән бергә белем алыуын дауам итеү өсөн Европаға юллана. Бельгияла инженерлыҡ эшен өйрәнә, һуңынан Францияға күсеп килә, унда архитектура һәм стоматологияны өйрәнә, 1927 йылда парижлы ҡыҙ Терезаға булған мөхәббәте арҡаһында Марна йылғаһында батып үлергә маташҡанында, уны эргәләге балыҡсылар ҡотҡара.

Уҡыуын тамамлағас, ул юлдар Министрлығына хеҙмәт итергә тейеш була. Әммә әҙәбиәт, фольклор һәм тарих ҡыҙыҡһындырғанлыҡтан, Һедәйет француз әҙәбиәтен өйрәнергә рөхсәт ала. Бигерәк тә Э. По, Гоголь, Мопассан, Чехов, Рильке, Кафка китаптарын күп уҡый; шулай уҡ Иран тарихы һәм фольклоры менән ҡыҙыҡһына. Бельгияла үҙенең «Смерть» тип аталған беренсе эссеһын баҫтырып сығара. Тайпылмаҫ вегетарианлы булып китә һәм был темаға трактат яҙа.

Сәдеғ Һедәйет 1928 йәки 1929 йылда

Уҡыуын тамамламай һәм диплом алмайынса, 1930 йылда Иранға ҡайта. Ғаиләһенең өгөтләүҙәренә ҡарамаҫтан, ҡабат Францияға барыуҙан баш тарта һәм Иран халыҡ банкыһында ваҡ хеҙмәткәр булып эшкә урынлаша. Яҙыусы был эштән ауырһына һәм йәш Иран интеллектуалдары менән аралашып буш ваҡытын үткәрә. Тәһранда Һедәйет әҙәби модернист йәмғиәтенең ағзаһы була һәм уртаса чиновник вазифаларын биләй.

1936 йылда ул иран дипломаттарының береһе саҡырыуы буйынса Бомбейға күсә, был ваҡытта уның ижадын Иранда баҫтырыу тыйылған була. Һиндостанда парстар һәм филолог Бахрамгор Тахмурас Анклесария йәмғиәтендә боронғо иран һөйләшен — пехлеви (урта фарсы теле) — өйрәнә. Шунда уҡ ул бер нисә хикәйә яҙа, Парижда яҙа башланған «Слепая сова» китабын тамамлай һәм 50 дана тираж менән баҫтыра. Генри Миллер һәм Андре Бретонартабан юғары баһалай.

1937 йылда, Бомбейҙа дуҫтары иҫәбенә йәшәгән Һедәйет, уларға ауырлыҡ һалырға теләмәгәнлектән, Тәһранға ҡайта. 1938 йылда Музыка идаралығы секретариатын етәкләй, традицион иран музыкаһын көнбайышлаштырыу (вестернизация) — уның маҡсаты була. 1939 йылда «Музыкаль журнал» яңы баҫмаһының мөхәррире була, әммә 1941 йылда журнал ябыла. Һәм Һедәйет Нәфис сәнғәт университетына тәржемәсе булып эшкә барырға мәжбүр була, унда 1940-сы йылдар аҙағына тиклем эшләй. Урта быуат фарсы әҙәбиәтенең бер нисә ҡомартҡыһын хәҙерге заман фарсы теленә тәржемә итә, халыҡ риүәйәттәрен, балалар уйындарын һәм йырҙарын йыя, француз теленән тәржемә итә.

Йәмәғәт башланғысында «Сохан» («Һүҙ») модерн әҙәби журналының мөхәррирҙәше була. Күп кенә интеллектуалдар — «Туде» коммунистик партияһы ағзалары менән аралаша һәм уның реформатор ҡанаты идеялары күңеленә яҡын була, әммә үҙе сәйәси эшмәкәрлек менән шөғөлләнмәй. Шулай уҡ Ирандың СССР менән мәҙәни бәйләнештәр йәмғиәте менән хеҙмәттәшлек итә, уның баҫма органы — «Паяме ноу» («Новая весть») — журналында үҙенең ҡайһы бер әҫәрҙәрен урынлаштыра.

1940-сы йылдарҙа Ирандағы тотороҡһоҙ сәйәси ситуация фонында Һедәйет сепаратистик Әзербайжан Демократик Республикаһы һәм Мехабад республикаһы яҡлаусы сәйәси яҡтан радикаль ҡарашлы интеллектуалдар берләшмәләре һәм «Туде» партияһы менән араһын өҙә. Әммә был өҙөлөш уны башҡа проблемалар фонында артыҡ дәрәжәлә ситкә тибелгән кешегә (изгой) әйләндерә: әҫәрҙәр цензураға дусар ителә, ул үҙенең китаптарын баҫтыра алмай, иҫке мәктәп әҙәбиәтселәре уны иҫәпкә алмай, ғаилә ағзалары менән мөнәсәбәттәре көсөргәнешле була. Аҡса етмәй, депрессия башлана, был алкоголизм һәм наркотиктар ҡулланыуға килтерә. Артабанғы йылдар сәйәсәттән һәм мәҙәниәттән алып көнкүреш ваҡ-төйәктәре — ирансалыҡ — Һедәйеттең өмөтө өҙөлөүенә, төшөнкөлөккә килтерә.

Францияла дипломат булып хеҙмәт иткән дуҫы Хәсән, көндән-көн көсәйгән депрессиянан ҡотҡарыу өсөн, Һедәйетте Парижға саҡыра. Өмөтһөҙлөккә бирелеп, 1950 йылда Һедәйет Парижға китә. Таныштарының хәстәрлегенә ҡарамаҫтан, ул Францияла йәшәү өсөн легаль нигеҙ ала алмай; Шулай уҡ Швейцарияға һәм Бөйөк Британияға сәйәхәттәре лә тормошҡа ашмай. Бик ныҡ өмөтһөҙлөккә бирелеп (депрессия) интеккәндә, ул үҙенең бер нисә ҡулъяҙма әҫәрен юҡ итә һәм үҙен-үҙен үлтерә: ҡуртымға алынған фатирҙың бөтә ишектәрен һәм тәҙрәләрен мамыҡ менән ҡаплай, газ вентилен аса һәм газ һөрөмө менән ағыулана. Уның үле кәүҙәһен, дуҫтары һәм иптәштәренә адресланған: «Мин киттем һәм һеҙҙең йөрәгегеҙҙе яраланым. Бына шулай» запискаһы менән, полиция ике көн үткәс таба. Пер-Лашез зыяратында ерләнгән.

Сәдеғ Һедәйет 1930 йылда

Сәдеғ Һедәйет — бер нисә тарихи һәм хәҙерге заман пьесалары, хикәйәләр һәм повестар, юл яҙмалары, сәйәси һәм дини консерватизмға ҡаршы йүнәлтелгән сатирик проза йыйынтыҡтары авторы. Иран әҙәбиәте үҫешенә уның көнбайыш модернизмы һәм сюрреализм стилендәге әҫәрҙәре ҙур өлөш индерә.

Һедәйет әҫәрҙәрен шартлы рәүештә дүрт категорияға бүлергә мөмкин: романтик милли проза, тәнҡит реализмы стилендәге хикәйәләр, сатира һәм психологик драма:

  • Беренсе категорияға «Парвин, Сассандың ҡыҙы» тарихи драмаһы һәм «Өс тамсы ҡан» китабы, шулай уҡ «Монгол күләгәһе» һәм «Һуңғы йылмайыу» хикәйәләре инә. Был әҫәрҙәрҙә Беренсе донъя һуғышынан һуң Ирандың модерн элитаһына хас булған фарсы милли идеологияһына табыныу сағылыш таба. «Һуңғы йылмайыу» — был йүнәлештә иң өлгөргән эш.
  • Һедәйеттең тәнҡит реализмына (әҙәбиәтенә) мөрәжәғәт итеүе киләһе ижади этабы була. Ундай әҫәрҙәре күберәк, һәм художестволы яҡтан улар ҡәнәғәтләнерлек тип һанала. Улар араһында классик комедия «Алавийя-ханум», «В поисках Абсолюта», «Законник» һәм «Кладбищенский вор» хикәйәләре. Был әҫәрҙәрҙең геройҙары — ҡала ярлылары һәм урта синыфтың иң түбәнге ҡатламы. Уларҙың мохтажлыҡ, хөрәфәттәр, һағыш, ваҡ шатлыҡтар, ҡайһы берҙә енәйәтселек менән тулы тормошон автор юмор һәм ирония менән һүрәтләй.
  • Һедәйеттең сатирик әҫәрҙәре категорияһын күп һанлы хикәйәләр, романдар, пьесалар, шулай уҡ ҡыҫҡа һәм оҙон анекдоттар тәшкил итә. Иң билдәлеһе Сәйәси элитаның консерватив ҡараштарын фашлаусы «Хаджи-ага» повесы — иң билдәлеһе.
  • Дүртенсе категория — психологик драма жанрында яҙылған әҫәрҙәр. «Слепая сова» («Буфе кур») повесы — был йүнәлештең иң сағыу миҫалы, яҙыусы ижадының иң юғары нөктәһе. «Три капли крови» («Өс тамсы ҡан») хикәйәһе кеүек үк, повесть европа символизмына һәм сюрреализмына яҡын; әҫәрҙә билдәле бер ваҡыт һәм ваҡиға урыны юҡ. Был рәттең башҡа әҫәрҙәре, «Заживо погребённый», «Марионетка за кулисами», «Тупик», «Тёмная комната» реалистик манерала яҙылған.

Нәфис прозанан тыш, Һедәйеттең нон-фикшн категориялы әҫәрҙәре ҡыҙыҡлы: «Рубаи Омара Хайяма», «Человек и животное», «Смерть», «Польза от вегетарианства», «Магия в Персии», «Исфахан, половина мира» һәм башҡалар.

Сәдеғ Һедәйет

Хикәйәләр һәм повестар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1930 Zendé be Gūr/ Заживо погребённый, рассказы.
  • 1932 Sé qatré khūn/ Три капли крови, рассказы
  • 1933 Sāyé Roshan / Светотень, рассказы
  • 1933 Alaviyeh Khanum/ Алавийя-ханум, рассказы
  • 1937 Būf-e Kūr/ Слепая сова, повесть
  • 1942 Sag-e Velgard/ Бездомный пёс, рассказы
  • 1944 Velengārī / Сплетни
  • 1945 Hājī Āqā/ Хаджи-ага, рассказы
  • 1946 Fardā/ Завтра
  • Parvin dokhtar-e Sāsān/ Парвин, дочь Сассана
  • Afsāne-ye Āfarīnesh/ Сказка о сотворении мира
  • Esfahān Nesfe Jahān/ Исфахан, половина мира
  • Rū-ye Jādeh-ye Namnak/ На скользкой дороге
  • 1923 Rubaiyat-e Hakim Umar-e Khayyam/ Рубайят Омара Хайяма
  • 1924 Ensan va Hayvan/ Человек и животное
  • 1927 Marg/ Смерть
  • 1940 Chaykuvski/ Чайковский
  • 1941 Shivehha-ye Novin Dar She’r-e Parsi/ Новые течения в персидской поэзии
  • 1948 Payam-e Kafka/ Послание Кафки
  • al-Be`thatu-Islamiya Ellal-Belad’l Afranjiya/ Миссия ислама в Европе

Урыҫ телендәге баҫмалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Хаджи-ага / пер. А. Р. Самедова; Патриот / пер. В. Абрамяна; Бездомный пёс / пер. Н. Османова // Рассказы персидских писателей. М., 1955.
  • Избранное М., 1957.
  • Бродяга Аколь. Избранные произведения. М., 1960.
  • Избранные произведения. М., 1969.
  • Избранное. М., 1985.
  • Слепая сова / пер. А. Розенфельд. М., 2025.
  • Farzaneh M.F. Rencontres avec Sadegh Hedayat. Le Parcours d’une Initiation. Paris: José Corti, 1993
  • Кешелава Т. Художественная проза Садека Хедаята. Тбилиси, 1958
  • Комиссаров Д. С. Садег Хедаят. Жизнь и творчество. М., 1967
  • Розенфельд А. З. Садек Хедаят и иранский фольклор // Востоковедение 17. Ленинград, 1991. С.83-100.