Сәждә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Сәждә
Намаҙҙа сәждә
Сәждә ташы

Сәждә ((ғәр. ُسجدة‎ — намаҙ, Ҡөрьән уҡыған ваҡытта мосолмандарҙың Аллаһы тәғәләгә шөкөр итеп ергә эйелеүе, маңлайын ергә тейҙереүе.

Сәждә әс-сәхү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сәждә әс-сәхү — намаҙ уҡығанда ебәрелгән хата өсөн өҫтәмә сәждә ҡылыу [1][2].

Сәждә-тиләүә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сәждә-тиләүә — Ҡөрьән уҡыған ваҡытта ҡылына торған сәждә. Ҡөрьәндә шундай 14 аят бар, уларҙы уҡығанда йәки тыңлағанда мосолмандар сәждә ҡылырға тейеш[3]. Имам Әбү Хәнифә фекеренсә, Ҡөрьән уҡыған саҡта сәждә ҡылыу вәжип (мотлаҡ) ғәмәл [4]. Тиләүә сәждә ҡылына торған урындар Ҡөрьәндә ошондай махсус ۩ тамға менән билдәләнгән.

Сәждә әш-шөкөр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шөкөр сәждәһе — берәй бәләнән ҡотолғанда йә берәй шатлыҡлы хәбәр алғанда мосолмандар ҡыла торған сәждә [5].

Шиғыйҙар сәждәһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Жафари мәҙһәбе шиғыйҙары сәждә ҡылғанда баштарын тик ер затына ғына тейҙерергә тейеш. Бының өсөн улар «түрбә» тип аталған махсус балсыҡ йәки таш таҡта ҡуллана (ғәр.تربة — түрбә), йәки ер затлы берәй әйбергә маңлайын тейҙерә[1].

Ҡөрьәндә сәждә төшөнсәһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡөрьәндә Әс-Сәждә («Баш эйеү») тип аталған сүрә бар. Бынан тыш Ҡөрьәндә «сәждә» һүҙе Ҡөрәндең ошо аяттарында телгә алына: Ҡөрьән|22|18, Ҡөрьән|48|29, Ҡөрьән|23|77.

Сәждәнең ҡылыныу тәртибе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Сәждәгә эйелгәндә иң башта тубыҡтар, шунан ике ус, һуңынан маңлай менән танау намаҙлыҡҡа терәлә. Сәждәлә бармаҡтар бергә, ҡулдар йөҙ тапҡырында, тубыҡтар бер—береһенән күкрәк киңлеге самаһы алыҫлыҡта, аяҡ бер — береһенә тейеп, бармаҡтары ерҙән айырылмай, ҡиблаға ҡарап тора. Сәждәлә ир-аттар иркен (ҡултыҡтары асыҡ, ә терһәктәре ергә теймәй тора), ә ҡатын-ҡыҙҙар, киреһенсә, мөмкин тиклем йыйнаҡ ятырға тейеш.
  • Сәждәнән һуң ирҙәр арттары менән һул аяҡ өҫтөнә ултыралар, уң аяҡ ергә терәлә,бармаҡтары Ҡәғбә тарафына йүнәтелә. Ҡул бармаҡтары иркен килеш, бер аҙ асылған хәлдә тубыҡтың өҫтөнә ҡуйыла. Ҡараш тубыҡҡа төбәлә.

Ҡатын-ҡыҙҙар бер аҙ башҡа төрлөрәк, һул яҡҡа, бөгөлгән аяҡтарҙы уң яҡҡа сығарып, иркенерәк ултыралар. Шулай уҡ ҡулдар тубыҡ өҫтөнә ҡуйыла [6]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Али-заде, А. А. Саджда (архив ) // Исламский энциклопедический словарь. — М.: Ансар, 2007.