Эстәлеккә күсергә

Сәйетғәлин Байғужа Сәйетғәле улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сәйетғәлин Байғужа Сәйетғәле улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1904
Тыуған урыны Мамай, Кременкульское сельское поселение[d], Сосновка районы
Вафат булған көнө 5 ғинуар 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})
Вафат булған урыны Морозовск[d]
ерләнеү урыны[d], Морозовск[d]
Һөнәр төрө комиссар, полк командиры
Хәрби звание Майор
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Сәйетғәлин Байғужа Сәйетғәле улы (1904 йыл — 4 ғинуар 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яуггиры, майор, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 313-сө кавалерия полкы комиссары, командиры. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры[1].

Байғужа Сәйетғәле улы Сәйетғәлин 1904 йылда (ҡайһы бер сығанаҡтарҙа 1907 йыл) Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе Ҡара Табын улусы хәҙер Сосновка районы (Силәбе өлкәһе) Мамай ауылында тыуған. Һуғышҡа тиклем Өфөлә Башҡорт обком партияһында урман бүлеге етәксеһе булып эшләгән.1941 йылдың ғинуар айында Өфө ҡалаһының хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 313-сө полкы комиссары, аҙаҡ полк командиры булып хеҙмәт итә. Макаев Ғариф Дәүләт улы яраланғас, Миңлеғәле Шайморатов полк менән етәкселекте Сәйетғәлинға тапшыра[2]. Был турала Әхтәм Ихсан «Саҡма тояҡ аттарҙа» китабында былай тип яҙа:

« - Һин уңған комиссар булдың. Яугирҙарҙы Ватанға бирелгән намыҫлы кешеләр итеп тәрбиәләй алдың. Полкты боевой берәмеккә әйләндерҙең. Әйҙә, хәҙер полкты үҙең етәклә. Яраланған Макаевты алмаштыр. Мин һиңә ышанам, һинең полк алдынғыларҙан булыр[3]. »


1943 йылдың 5 ғинуарында Ростов өлкәһе Морозовск ҡалаһы өсөн барған һуғышта Сәйетғәлин Байғужа Сәйетғәле улы батырҙарса һәләк була[4].

1942 йылдың 3-10 июлендә Озерки ауылы эргәһендә барған һуғышта оҫта етәкселек һәм шәхси батырлыҡ күрһәткән өсөн «Ҡыҙыл Йондоҙ» ордены менән бүләкләнә[5]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Ҡыҙыл Йондоҙ» ордены (1942)

Әхтәм Ихсан Морозовск өсөн барған һуғышты «Саҡма тояҡ аттарҙа» китабында тасуирлап китә:

« Морозовскиҙа 313-сө полктың яугирҙары айырыуса ҙур баһадирлыҡ күрһәтте, улар ҡаланы таҙартып бөтөргәндән һуң, көньяҡ-көнбайышҡа табан ҡасып барған дошманды ҡыуып киттеләр һәм, ут тоғона алып, берәмләп юҡ иттеләр.- Байғужа өсөн!..Байғужа өсөн! - тине сержант Йыһанур Байегетов[6] »