Эстәлеккә күсергә

Исмәғилев Сәйет Әхмәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Сәйет Исмәғилев битенән йүнәлтелде)
Йәрми Сәйете
Исеме:

Исмәғилев Сәйет Әхмәт улы

Тыуған көнө:

29 сентябрь 1884({{padleft:1884|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})

Тыуған урыны:

Өфө губернаһы Өфө өйәҙе [1]

Вафат булған көнө:

19 октябрь 1972({{padleft:1972|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (88 йәш)

Вафат булған урыны:

Өфө

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы →
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Эшмәкәрлеге:

Сәсән

Наградалары:

Башҡортостандың халыҡ сәсәне (1944)

Исмәғилев Сәйет Әхмәт улы, әҙәби псевдонимы Йәрми Сәйете (29 сентябрь 1884 йыл — 19 октябрь 1972 йыл) — шағир-импровизатор. 1938 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ сәсәне (1944).

Сәйет Әхмәт улы Исмәғилев, Йәрми Сәйете 1884 йылдың 29 сентябрендә Өфө губернаһы Өфө өйәҙе[1] Йәрми ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Атаһынан йәшләй етем ҡалыу сәбәпле, күп балалы ғаилә хәстәрлеге уға төшә. 16—17 йәштәрендә ул шиғырҙар, йырҙар сығарып, үҙе уйнап, үҙе йырлап, яҡын-тирә ауылдарҙа киң таныла.

Китабын баҫтыра һәм халыҡ араһында танылыу яулай. Шулай итеп, Сәйет Исмәғилевтың Октябрь революцияһына тиклемге осорҙа Өфө губернаһында музыкант-импровизаторлыҡ даны ныҡ таралып өлгөрә. Был турала хатта 1915 йылда Өфөлә сыға торған «Тормош» газетаһында махсус материалдар ҙа баҫыла.

Октябрь социалистик революцияһынан һуңғы осорҙа ғына сәсән ижады бөтөнләй башҡаса үҫеп китә. 1926—1927 йылдарҙа Шишмә театрында артист булып та эшләй.

1940 йылда Сәйет Исмәғилевтың беренсе йыйынтығы баҫыла. Был китапҡа ингән, халыҡ араһында таралған йырҙарынан сығып, уның ижади йөҙөн тулыраҡ билдәләргә мөмкинлек тыуа.

Сәсәндең йырҙары халыҡ тормошо, уның тарихы менән органик бәйләнешле булыуын һәр әҫәренән күрергә мөмкин. Сәйет Исмәғилевтың күпселек йырҙары агитацион характерҙа башҡарылалар.

1938 йылда Сәйет Исмәғилев СССР Яҙыусылар союзына ағза итеп алына. 1944 йылда уға «Башҡорт АССР-ының халыҡ сәсәне» тигән маҡтаулы исем бирелә.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Сәйет Исмәғилев Башҡорт дәүләт филармонияһында артист-скрипач булып эшләй. Халыҡ хыялдарын йырлау, көндәлек тормоштағы ыңғай күренештәрҙе һүрәтләү, йәшәү шатлығын, халыҡҡа бәхет килтергән Коммунистар партияһын данлау йырҙары халыҡ күңелендә ныҡлы урын ала.

Башҡорт сәсәндәре араһында уның үҙенсәлекле һыҙаттары бар: әҫәрҙәре йыр стихияһына ҡоролған. Ул тәмҫил жанрына таянып, әҫәрҙәрендә символик образдың үҙенсәлекле бер төрөн булдырҙы.

  • «Йырҙар һәм шиғырҙар» — Өфө, 1940, 108 бит. (Матбуғатҡа М. Хәй әҙерләгән.)
  • «Сәйет йырҙары» — Өфө, 1944, 48 бит.
  • «Сәсән һүҙе» — Өфө, 1950, 64 бит.
  • «Һайланма әҫәрҙәр» — Өфө, 1958, 104 бит.
  • Ике тормош. Йырҙар. Өфө, 1961, 67 бит.
  • Сәсән йырҙары. Шиғырҙар һәм йырҙар. Өфө, 1964, 95 бит.
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
  • Башҡорт шиғриәте антологияһы. — Башҡортостан китап нәшриәте, 2001 йыл. — ISBN 5-295-02743-0




Был яҙыусы тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.